"Ҡатыным Лилиә менән бер ауылдан, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы. - Икебеҙ ҙә бик матур, тәртипле ғаиләлә тәрбиәләндек. Бәләкәйҙән бергә уйнап, атай-әсәйҙәребеҙҙе, туғандарыбыҙҙы яҡшы белгәнгәме икән, ғаилә тормошонда, шөкөр, бер ниндәй ҙә ҡытыршылыҡ, аңлашылмаусанлыҡ, булманы. Ҡоҙа-ҡоҙағйыҙар, ҡоҙасалар ғүмер буйы аралашып йәшәй. Беҙ ҙә уларҙы тигеҙ күрәбеҙ, яратабыҙ.
Дилбәр менән Гөлдәр исемле игеҙ ҡыҙға өҙөлөп торған ата-әсә улар.
Асылы менән матурлыҡҡа ынтылып йәшәгән кешеләр әллә ҡайҙан күҙгә ташлана: улар үҙҙәренең ихласлығы, күркәмлеге, сағыулығы менән күңелгә ята. Улар янында йылы, яҡты, рәхәт. Хатта болоҡһоп йөрөгән мәлдәрҙә лә улар менән аралашһаң – үҙеңдә еңеллек тояһың. Тап ана шундай кешеләрҙең береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов. Туҡһанынсы йылдарҙа “Йондоҙом”, “Бул һин янымда”, “Серле йондоҙҙар”, “Төшкә керә Стамбул” йырҙары заман йәштәренең яратҡан йырҙары ине. Венер Камалов театр һөйөүселәр өсөн дә бик яҡын. Милли йәштәр театры сәхнәһендә Туфан Миңнуллиндың “Йәнкиҫәккәйем” музыкаль комедияһында нескә һәм лирик Шүрәле, Сыңғыҙ Айытматовтың “Диңгеҙ ярын иңләй ала эт” әҫәрендә – етди Шаман, “Ал яулыҡлы тирәккәйем” драмаһында – яуаплы етәксе Урмат әке, Мөхәмәтша Буранғоловтоң “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – Үтәғол, Зәйнәб Биишеваның “Мөхәббәт һәм нәфрәт”ендә – Юламан ҡарт, Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа...” музыкаль комедияһында – Фәндәс роле тамашасының яратып ҡараған, оҙаҡҡа хәтерендә ҡалдыра торғандары.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!