-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Алһыу Бәхтиева ҡыҙҙарына исемде нисек һайлаған?

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева - өс бала әсәһе. Тормошоноң мәғәнәһе, йәшәүгә йәм биреүселәре - улы Азамат, ҡыҙҙары Фатима менән Зәйнәб. Ул балаларына исем һайлауға ҡағылышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. 

Алһыу Бәхтиева ҡыҙҙарына исемде нисек һайлаған?
Алһыу Бәхтиева ҡыҙҙарына исемде нисек һайлаған?

– Азамат улыбыҙ тыуғас, исеме мотлаҡ ир-егеттәрсә ғорур яңғыраһын, тигән теләктән сығып эш иттек. “Ҡыҙ баланың исемендә – йондоҙ балҡышы йәки сәскәләр нәфислеге, ир-ат исемендә ҡылыс сыңлауы һәм аҡһаҡалдар аҡылы сағылырға тейеш”, – тигәндәр бит.

Ҡыҙҙарыма исем һайлауҙың үҙенә күрә бәләкәй генә тарихы бар. Бер мәл Баймаҡта үткән аят ашында Мерәҫ ауылынан Асрар исемле ҡарт Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Аяттан һуң миңә: “Әйҙә, ҡыҙым, һиңә китап асам”, – тине. Шул бабай 40 йәштән һуң ике ҡыҙ табырһың, уларға мосолман исемдәре ҡушырһың, тип юраны. Был хәбәргә, әлбиттә, аптыраным, бик үк ышанып та етмәнем.

Икенсегә әсәлек бәхетен татығас, “ҡылт” итеп шул һөйләшеү иҫемә төштө һәм ҡыҙыма Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙең ҡыҙы Фатиманың исемен һайланым.

Өсөнсө балам – Зәйнәбем ваҡытынан алдараҡ тыуып, мине арыу уҡ хәүефкә һалды, дауаханала оҙаҡ ятырға тура килде. Исем һайлағанда, бәпесем һауығып ҡына китһен инде тигән изге теләктә “сәләмәтләндереүсе” тигән мәғәнәгә эйә Зәйнәб исеменә туҡталдым.

Шөкөр, ҡыҙҙарым тормошомдоң биҙәге булып үҫеп килә, уларға ҡарап ҡыуанып бөтә алмайым. Исемдәрҙең кеше яҙмышына тәьҫиренә ышанам, шуға күрә был мәсьәләлә уйлап эш итергә кәрәк, тип һанайым.

"Башҡортостан" гәзитендә 2020 йылда баҫылған мәҡәләнән өҙөк. 

Фото: Алһыу Бәхтиеваның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 
Автор:
Читайте нас