Раян Алтыншин Бөрйән районының Тимер ауылында тыуып үҫкән. Әлеге мәлдә Нефтекама дәүләт филармонияһының артист-вокалсыһы булып эшләй. “Ҡәрҙәштәр” башҡорт эстрада төркөмө етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин һәләтле Бөрйән егетен ҡотлап, ижади уңыштар теләне, тыуған ерендәге мәҙәниәтте үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө өсөн “Бөрйән районы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” почет билдәһен тапшырҙы.
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәксеһе Айнур Бейембәтов иһә арҙаҡлы яҡташына тай бүләк итте.
Раян Алтыншин яҡташтарына бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Бөрйәндәр моңло яҡташтарының һәм уның ижадташ дуҫтарының сығышын ҡарап, оло кинәнес кисерҙе.
Фото: Булат Тимерғәлиев
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!