

– Радик, һәр юлдың башы була. Һине ижадҡа, йырсы һөнәренә алып килгән оло юлдың тәүге һуҡмаҡтары ҡайҙан башланды?
– Бала саҡтан күңелем йырға тартылды. Элек катушкалы магнитофон була торғайны. Күршелә генә йәшәгән Йомор ағайҙарҙа бар ине шундай. Бәләкәй генә саҡта ул мине өйөнә саҡырып йырлатты ла, магнитофонға яҙҙырҙы. «Урап, урап ҡарҙар күмә ҡыштың оҙон юлдарын» тип йырлағанымды хәтерләйем. Миңә ул саҡта ни бары дүрт йәш самаһы ғына ине. Яҙманы тыңлатҡас, шул тиклем аптыраным, шатландым.
Тыуған ауылым Ташбулаттың тап уртаһында йәшәнек. Беҙҙең урамдан ғына бихисап күренекле шәхестәр, атҡаҙанған һәм халыҡ артистары, профессорҙар сыҡҡан. Күршелә генә профессор Зиннур Әхмәҙи улы Нурғәлин, танылған рәссам Ринат Йомор улы Атауллин, беҙҙең өйгә терәлеп торған йортта Башҡортостандың халыҡ артисы Нәғим Нурғәлин, минең бер туған ҡустым Башҡортостандың халыҡ артисы Рушан Биктимеров. Урамыбыҙ өс халыҡ артисы үҫтергән.
Бер өй аша ғына клуб, шунда йыш барам. Апайҙар, ағайҙар «Әйҙә, Радик улым, йырла әле», – ти торғайнылар. Урамда ла йырлаталар, кәнфит бирәләр, аҡса тотторалар. Мин һис оялмайынса, рәхәтләнеп йырлайым, шатланып, биргән әйберҙәрҙе алам.
Фатима апайым оҫта бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған художестволы халыҡ кәсепсеһе, «Атайсал», мәҙәниәт йортонда «Селтәр» фольклор төркөмө етәксеһе. Апайым мәктәптә немец телен өйрәнә башлағас, миңә шул телдә ҡыҫҡа ғына йыр өйрәтте. «Радик, теге нимессә йырыңды йырла әле», –тип һорайҙар. «Майне мутти ис ҙе бесте, айне шөнсте фрау дер велт», – тип йырлап ебәрһәм, көлә башлайҙар. Сит тел булғас, һүҙҙәрен боҙоп йырлағанмындыр инде, ҡайһы берҙәре һүгенеү кеүек яңғыраған, буғай. Һис нимәгә ҡарамай, артабан дауам итәм. Ҡысҡырып көлгән тыңлаусылар тауышын баҫыр өсөн тағы ла көслөрәк итеп йырлайым, әсерәк тауыш сығарып тамамлап ҡуям, килештереп баш эйеүем бигерәк оҡшай. «Үәт, маладис! Афарин!» – тип маҡтайҙар.
Фатима апайым тағы бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләй торғайны. Бәләкәй генә сағымда миңә ҡыҙыл ыштан тегеп кейҙергәндәр, әллә ҡайҙан күренеп торһон тигәндәрҙер инде. «Тик тормаҫ булдың, гелән сабып йөрөй инең. Шулай бер көндө һине юғалттым, эй эҙләйем, ҡотом осто, йүгереп урамға сыҡтым. Урам осонда кеше йыйылған, түңәрәккә баҫып ниҙер ҡарайҙар. Яҡынайғас, ҡыҙыл ыштанды күрә төштөм. Кешеләр араһынан уртаға үтһәм, сәрелдәк тауыш менән һин йырлап тораһың. Халыҡ көлә-көлә сәпәкәләй. Кем аҡса, кем кәнфит тоттора. Бәләкәс кенә көйө, ҡыҙыл ыштан кейеп, әртис булып йөрөнөң», – тип һөйләй ине апайым.
– Танылған ғалим - тел белгесе, филология фәндәре докторы Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин бер сығышында һәләттең ҡан менән бирелеүе тураһында былай тип һөйләгәйне: «Ҡан хәтере көслө. Уны юйып ташлап та, юғалтып та булмай. Ул быуындан быуынға, нәҫелдән нәҫелгә күсә килә». Һинең йырға булған һәләтең нәҫелеңдән киләме?
– Эйе, ысынлап та, тамырҙан килә бит барыһы ла. Әсәйем яғынан ике туған Сания, Разыя апайҙар, Батыр ағай оҫта йырсылар. Әсәйемдең әсәһе Сәлимә өләсәйем тирә-яҡта дан тотҡан йырсы булды. «Йырсы Сәлимә» тип йөрөтәләр ине үҙен. Өләсәйемде бөтә сараларҙа һорап йырлата торғайнылар. Һабантуйҙарҙа уға еткән йырсы булманы. Студент йылдарында магнитофон һатып алып ҡайтып, уның бер нисә йырын яҙҙырҙым. Изге ҡомартҡы итеп һаҡлайым ул яҙмаларҙы. Бала сағым күберәк өләсәйем менән үтте. Бөтә эшкә етеҙ, оҫта, егәрле өләсәйем тәмле итеп көлсәләр бешерә, тиҙ генә ҡоймаҡ ҡойоп ала, өҫтәл тултырып аш-һыу әҙерләй.
Халыҡ йырҙарын өҙҙөрөп йырлап ебәрһә, мин шым ҡалып тыңлайым. Моңһоуланғанымды күрепмелер, еҙ батмусҡа бармаҡтары менән һуғып, үҙенә «аккомпанировать» иткән булып, шаян таҡмаҡтар йырлап ебәрә:
«Атай өйҙө бейек эшләт, күк күгәрсен гөрләһен,
Атай бирһәң, йыраҡҡа бир, еккән атың тирләһен!
Тирмин, тирмин Калуга, тирмин Калуга моя,
Дунай, Дунай речка, Дунай реченька моя.
Әфисәре молодой, кәрситтәре золотой!»
Өләсәйемдең исеме Сәлимә булғанғамы, халыҡ йырҙарынан иң яратып йырлаған йырым – «Сәлимәкәй». Уны йырлағанда өләсәйемде күҙ алдыма килтерәм, бала сағымды, үҫмер йылдарымды иҫемә төшөрәм.
Ҡан хәтере көслө тигәндәй, минең йырға, музыкаға булған һөйөүем балаларыма ла бирелгән. Ҡыҙым Айым, улым Айтуған минең һөнәремде һайланылар, икеһе лә сәнғәт институтын тамамланылар. Айтуған менән бер уҡытыусыла уҡыныҡ. Һуңынан ул Ҡазанда консерватория һәм Мәскәүҙә Галина Вишневская исемендәге мәктәпте тамамланы. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Айым менән бергәләп концерттарымда йырлайбыҙ. Ул «Тамыр» телестудияһында балаларҙы вокал серҙәренә өйрәтә. Кейәүем Рим опера йырсыһы. Кесе ҡыҙым Дилназ да музыка мәктәбен тамамланы. Ләкин табиб һөнәрен һайланы, медицина институтында уҡый, эшләп тә йөрөй. Сәхнәне лә онотмай, минең концерттарымда йырлай. Дилназ йыр сәнғәтен һайлаһа, бик шәп йырсы булыр ине. «Ояһында нимә күрә, осҡанында шул була», – тигән халыҡ мәҡәле балаларыма тулыһынса тап килә. Әсәйем Хәтирә Мөббәшәр ҡыҙы бик дини кеше ине. Беҙгә ихлас теләктәр теләп, доғаларын уҡып ултырҙы. Ул беҙҙең артист булыуыбыҙҙы теләне. Өсөбөҙҙө лә уҡытып сығарҙы. Аллаға шөкөр, әсәйемдең изге теләктәре ҡабул булды. «Әсәйемә» тигән йырымды «...теләктәрең ҡабул булды», – тип әсәйемә бағышлап йырлайым.
– Бала саҡ хәтирәләре йылдар үтеү менән онотолмай, киреһенсә, бөтә нескәлектәре менән иҫкә төшә. Һинең бала сағыңдан иҫтә һаҡланған ниндәй хәтирәләр бар?
– Элек ауылда ҡунаҡ саҡырышыу йыш була торғайны. Ҡунаҡ саҡырылған кисте өй гөрләп тора, беҙ, бала-сағалар, шатланып ололар араһында буталабыҙ. Ҡунаҡтар йыйылып китә, гармунда уйнайҙар, иҙәндәрҙе дер һелкетеп бейейҙәр, йырлайҙар. Мин уларҙы тыңлап, бергә ҡушылып йырлап үҫтем.
Беҙҙең өй ике бүлмәле ине. Күрше апайҙар сәйгә керһә, уртаға шаршау ҡорабыҙ ҙа, тиҫтер ҡыҙҙар менән шаршауҙы асып ебәргән булып, концерт ҡуябыҙ. Ул саҡта беҙгә биш йәш самаһы булғандыр, мәктәпкә бармағайныҡ әле. Апайҙар алдында йырлайбыҙ, улар сәпәкәй итә. Шундай йырлы мөхиттә үҫеүем, йырсы һөнәрен һайлауға йоғонто яһағандыр.
– Ижадсының тормошонда төрлө иҫтәлекле ваҡиғалар, онотолмаҫ осрашыуҙар ҙур роль уйнай, артисҡа яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Һинең ғүмер юлыңда ниндәй ваҡиғалар, осрашыуҙар ижадыңа йоғонто яһаны?
– Беҙ йәш саҡта Магнит ҡалаһынан ауылға киске уйынға йәштәр килә ине. Улар менән аралашып гитара серҙәренә төшөндөм. Гитарала уйнап, ауыл урамдарын бер итеп, йырлап, гөр килә торғайныҡ. Шул йылдарҙа ҡала егеттәренән русса йырларға өйрәндем. Тәүҙәрәк ояла инем, ә хәҙер репертуарымда күп кенә рус әҫәрҙәрҙе бар. Үҫмер саҡта Магнит егеттәренән өйрәнгән Юрий Антоновтың «Не забывай», «Клен» тигән йәшлегем йырҙарын ҡайһы бер концерттарҙа йырлайым.
Ауылда егеттәр ғәҙәттә гармунда уйнарға өйрәнә, ә беҙҙә, ана шул Магнит ҡалаһының яҡын булыуы йоғонтоһолормо, гитарала уйнап-йырлау бик таралып киткәйне. Эңер төшөү менән клеш салбарҙар кейеп, бер көтөү ҡыҙҙар эйәртеп, урам тултырып клубҡа китәбеҙ. Клубтан һуң күл буйына төшөп, усаҡ яғып, йырлашып ултырабыҙ, магнитофон яҙмаларын ебәреп бейейбеҙ.
Өлкән кластарҙа уҡыған йылдар. Мәктәп ҙур, йыш ҡына теҙеп линейка үткәрәләр. Шулай бер линейкала күрше класс егете алға сығып гитара уйнап маташты, аккордтарҙы һис еренә еткереп ала алмай. Минең яндағылар: «Радик, бар үҙең уйна», – тип төртөп тигәндәй сығарҙылар. Теге егеттән гитараһын алып көйләнем дә, йырлап ебәрҙем. Гөрләтеп ҡул саптылар. Шунан һуң бик популяр булып киттем. Мәҙәни сараларҙы ҡалдырмай, ихлас ҡатнаштым. Бейеү ансамблендә лә бейей инем. Хәтеремдә, Йәүҙәт Бикбирҙин ағай беҙҙең коллективҡа бер нисә бейеү һалды. Яңы клуб астылар, гитаралар, һуҡма инструменттар алдылар. Тиҙ арала хыялыбыҙҙа йөрөткән вокаль-инструменталь ансамбль төҙөнөк. Дискотекаларҙа, киске уйындарҙа, концерттарҙа уйнай башланыҡ. Сығыштарыбыҙҙы халыҡ ныҡ ярата. Дан тиҙ таралды, ауылдың шәп егеттәре булып киттек.
Мәктәпте тамамлағас, Таштимер ауылындағы 93-сө Һөнәрселек училищеһына уҡырға индем. Унда ла йырға булған һөйөү юғалманы, егеттәр менән инструменталь төркөм ойоштороп ебәрҙек, төрлө сараларҙа алда йөрөнөк. Техпомощь машинаһына тейәлеп, ауылдарҙа концерттар ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Училищела гел алдынғылар иҫәбендә булдым, уҡырға ла, практика үтергә лә, сәхнәләрҙә сығыш яһарға ла өлгөрҙөм. Йылдар үткәс, мине йыш ҡына тәүге уҡыу йортома осрашыуҙарға саҡыралар. «Халыҡ артисы, беҙҙә уҡып сыҡты, ғорурланабыҙ!», – тип таныштыралар. Фотоһүрәтем стендта эленеп тора. Тракторсы һөнәрен үҙләштереп, колхозда эшләй башланым. Баҫыуҙа трактор менән ер һөргәндә ҡысҡырып йырлайым. Тауыш көслө, минең йырым трактор тауышын баҫа ине. Бала саҡтағы кеүек һәр саҡ йырлап йөрөнөм. Район үҙәге Асҡарҙа үткән йыр бәйгеһендә ҡатнашып, Рим Хәсәновтың «Ҡыр ҡаҙҙары» тигән йырын гитарала уйнап йырланым. Иҙрис Ғәзиевтең яҙмаларын ҡабат-ҡабат тыңлап өйрәнгәйнем ул йырҙы. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса миңә гран-при биреп дәртләндерҙеләр. Баһалаусы төркөм ағзалары һоҡланыуҙарын йәшермәй: «Радик, һин һис шикһеҙ йырсы булырға тейешһең. Бик талантлыһың, тауышың моңло, еренә еткереп башҡараһың», –тип ҡанат ҡуйҙылар. Шул уҡ йәйҙе Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Күп йылдар үткәс, Салауат районындағы гастролдәр ваҡытында ана шул йыр бәйгеһендә баһалау төркөмөндә булған Ғәмбәрә апай Сафина менән осраштым. Ғәмбәрә апай сығышы менән Әбйәлилдән, музыка белгесе, хормейстр. Концерттан һуң минең яныма килеп, ҡыуанысын йәшермәне. «Беҙҙең кәңәште тоттоң, йырсы һөнәрен һайланың, рәхмәт. Һинең данлы йырсы булып китеүең беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ», – тине. Ана шундай йылы осрашыуҙар ижад юлымда йыш булды, улар миңә илһам, дәрт өҫтәне.
Сәнғәт училищеһына инеү имтихандарында ла гитарама ҡушылып йырланым, икенсе турҙа өләсәйемдән өйрәнгән халыҡ йырын башҡарҙым. Бер ҡаршылыҡһыҙ юғары баһалар алдым. Имтихан биреүселәр 100-ҙән ашыу, шулар араһынан тик ун кеше генә үтте. Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова класында вокал серҙәрен өйрәндем. Махсус белем алған ҡайһы бер йырсыларҙың тауышы үҙгәреү осраҡтары була тигәнде ишетеп, бер аҙ хафаланғайным. Уҡытыусыма рәхмәтлемен, минең тәбиғи тауышымды боҙманы. Сығарылыш имтихандарын да тик «биш»ле билдәләренә тапшырҙым. Учалы филармонияһына юллама бирҙеләр. Унда эш башлағас, ижадыма йоғонто яһаған тағы бер иҫтәлекле ваҡиға булды. 1991 йылда данлы йырсы Абдулла Солтанов халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үткәрҙе. Мин унда «Сибай»ҙы йырлап, гран-при алдым. Абдулла ағай: «бына ошо егеткә бирегеҙ, халыҡ йырҙарын иң шәп йырлаған ул», – тигән. Уның һүҙе миңә этәргес көс булды. Шул йылдарҙан алып репертуарымда халыҡ йырҙары лайыҡлы урын алып тора.
Учалы филармонияһында эшләгән дәүер тәүге оҙайлы гастролдәр менән иҫтә ҡалған. Беренсе гастроль сәфәрҙәре Ғафури районында башланды. Бөтә ауылдарҙы йөрөп сыҡтыҡ. Көнөнә өсәр концерт бирәбеҙ, халыҡ туп-тулы, хатта ултырғыстар тотоп киләләр. Артабан Белорет яҡтарында концерттар гөрләп үтте. Шунан тыуған яғым Әбйәлилгә ҡайттыҡ. Унда бер ҡыҙыҡ хәл булып алды. Беҙҙән алда райондарға афишалар барып етә. Учалы типографияһында минең фамилияла хата ебәргәндәр, Вәлмөхәмәтов урынына Вәлиәхмәтов тип яҙғандар. Ҡайһы берәүҙәр: «Артист булғас, Радик фамилияһын алмаштырып, ныҡ популяр Фән Вәлиәхмәтовтың фамилияһын алған икән», – тип һөйләгәндәр. Күрше өлкәләрҙә гастролдәр дауам итте. Ҡурған яҡтарында йөрөгән саҡта улым Айтуған тыуҙы. Телефон юҡ. Филармонияла директор урынына ҡалған ҡатын милицияға шылтыратҡан. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Надеждинка тигән ауылда барған концертта мин йырлап бөткәс, сәхнәгә милиционер күтәрелде лә, «Улың тыуҙы», – тип иғлан яһаны. Концерт бөтөнләй икенсе төҫ алды, зал көслө алҡыштарға күмелде. Ул ваҡиға әле кисә генә булған кеүек.
Учалыла филармония ябылғас, «Горняк» мәҙәниәт һарайында эшләнем. Шул йылдарҙа ситтән тороп Өфө сәнғәт академияһына уҡырға индем. Төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнаштым. «Урал моңо», «Ирәндек моңдары» бәйгеләрендә лауреат булдым, 1995 йылда «Яҙғы моңдар» профессиональ йырсылар конкурсында Абдулла Солтановтан өйрәнгән «Йәмәлекәй тауы» халыҡ йырын башҡарып беренсе урынға сыҡтым. Шул уҡ йылды «Дуҫлыҡ йыры» конкурсында икенсе урын яуланым, күп артистар менән таныштым. Нефтекама ҡалаһында яңы асылған филармонияға эшкә саҡырҙылар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта гел шатлыҡлы ваҡиғалар ғына булмай шул. Нефтекама филармонияһына китергә йыйыныуымды Учалы коллективы хуп күрмәне. Етәкселәрҙең ебәргеһе килмәне. Шул сәбәпсе буғандырмы, әйтә алмайым, әммә Нефтекамала эш башлап та өлгөрмәнем, ҡала хакимиәтенә минең өҫтән яҙылған аноним хат килеп еткән. Ул бысраҡ хат ғаиләмә фатир бирергә тигән ҡарарҙы кисектерергә мәжбүр итте. Яҙмышыма, ижадыма балта менән киҙәнгән кешеләрҙең кем икәнен ишеткәс, бигерәк тә ауыр булды. Мине яҡшы белгән филармония директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов ярҙам итте. Оло ышаныс белдереп, «Һарына» тигән башҡорт төркөмөнә етәксе итеп ҡуйҙы. Ең һыҙғанып эшкә тотондом. Урал аръяғының иң шәп музыканттарын, йырсыларын эшкә саҡырҙым. Һәүәҫкәр композитор, оҫта баянсы Илгиз Йомағужинды, Бөрйәндән баянсы Марс Ишморатовты, йырсы Зәбирә Әминеваны, Рушан ҡустымды алып килдем. Башҡорт труппаһын көсәйтеп, бай эстәлекле милли программалар сәхнәләштерҙек. Зал тултырып тамашасылар йыйған, даими рәүештә пландар үтәгән, филармонияның иң алдынғы төркөмө булып танылдыҡ. Бөтә һәләтемде һалып, тырышып эшләнем. Йырҙарымды тамашасы яратып ҡабул итте. Көслө булырға тырыштым. Үҙемде тик яҡшы яҡтан күрһәтеп, тормошомдо пыран-заран килтерергә юл ҡуйманым. «Радик эскесе, нарокман» тигән ҡот осҡос нахаҡ һүҙҙәр яҙған бысраҡ, ҡара эсле әҙәмдәрҙең мәкерле ниәте барып сыҡманы. Яңы ерҙә минең ысынбарлыҡта ниндәй кеше икәнемде тиҙ аңланылар, эшемде күрҙеләр, баһаланылар. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. «Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте» тиҙәр бит. Фатир бирҙеләр, йәшәү һәм ижад өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырып торҙо етәкселәр.
Бер нисә милләт сәнғәтен берләштергән, үҙенсәлекле Нефтекама филармонияһында эшләгән йылдарым ысын мәғәнәһендә тормош һәм ижад мәктәбе булды.
– Радик, һинең Өфөгә күсеп, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлауыңа ла ике тиҫтәнән ашыу йыл үтеп киткән. Республиканың төп концерт ойошмаһында эшләү дәүеренең иң иҫтәлекле мәлдәре тураһында бер нисә һүҙ әйтһәң ине.
– 2003 йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йәдкәр» фольклор эстрада төркөмөндә эш башланым. «Йәдкәр»ҙәрҙең башҡорт фольклорын, милли йолаларҙы сәхнәләштергән сығыштарын тамашасы бик ярата ине. Легендар йырсылар Ғәли Хәмзин, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәүлетбай Ғәйнетдиновтар минең сәхнәләге уҡытыусыларым, аҡыллы, фәһемле фекерҙәре менән тәжрибә тупларға ярҙам иткән кәңәшселәрем булдылар. Рәсәй төбәктәрендә бик күп концерттар бирҙек. 2004 йылда Төркиәлә үткән Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт йыр сәнғәте менән таныштырҙыҡ. «Йәдкәр» осоро – үҙе бер тарих. Бер нисә быуын тамашасыһында халыҡ йырына, ғөрөф-ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләгән данлы коллективта эшләү йылдарым мәңге онотолмаҫ иҫтәлектәр булып хәтерҙә һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Йәдкәр»гә еткән фольклор коллектив башҡа булманы.
2005 йылда филармония етәкселеге минең исемдәге төркөмдө асты. Эшемде күреп, бер йылдан «Ихлас» эстрада төркөмөнә етәксе итеп үрләттеләр. Ул төркөм менән Рәсәйҙең бик күп төбәктәрендә концерттар бирҙек. Хәлит, Лилиә, Илшат Фәтиховтар, Шамил Хәмәҙинуров, Сүриә Ғималова, Гөлнара Әхмәҙиевалар менән эшләгән ете йыл осоронда ярайһы ғына уңыштарға өлгәштек. Шул йылдарҙа репертуарымдағы халыҡ йырҙары, башҡорт, татар, рус һәм сит ил композиторҙары әҫәрҙәрен туплаған «Тыуған яҡты һағынам» тип аталған аудиоальбом сығарҙым.
Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған «Туғанлыҡ юлында» тигән автоуҙыш проектына етәксе итеп ҡуйҙылар. Эстраданың танылған сәхнә йондоҙҙарын берләштергән төркөм менән Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәр менән осрашыуҙар ойоштороп, концерттар бирҙек, ун меңгә яҡын километр юл үттек.
2011 йылда Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исемгә лайыҡ булдым. Артабан үҙемдең исемдәге эстрада төркөмө менән етәкселек иттем. 2014 йылда тик тере тауышҡа ижад иткән «Сармат» эстрада ансамбле төҙөнөк. Һуңғы йылдарҙа «Эстрада легендалары» ретро төркөмөндә йырланым. Хәҙер инде филармонияның ҙур проекттары менән йөрөйбөҙ. Әлеге ваҡытта «Ҡурай. Йыр. Моң» проекты менән республикала һәм сит өлкәләрҙә сығыш яһайбыҙ.
– Әңгәмә башында «беҙ үҫкән урамдан ғына өс халыҡ артисы сыҡҡан» тигәйнең. Шуларҙың икәүһе һеҙҙең ғаиләнән. Бер ғаиләнән ике халыҡ артисы сығыу һирәк осрай торған күренеш. Ҡустың Рушан Биктимеров менән бер коллективта ижад итеүҙең, бер сәхнәләрҙә сығыш яһауҙың ыңғай яҡтары бармы?
– Рушан менән бер коллективта эшләү, бер-береңә терәк-таяныс булып ижад итеү һәр саҡ матур һөҙөмтәләр бирҙе. Беҙҙең ижад юлы Учалыла башланып, Нефтекамала дауам итте. Шунан бер-бер артлы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына килдек. Шулай итеп беҙҙең яҙмыштар үрелеп барҙы. Бергәләп «Сармат» төркөмөн ойошторҙоҡ, ул төркөм менән ярайһы ғына уңыштарға өлгәштек. Бына әле яңы ғына уның тәҡдиме буйынса төҙөлгән «Ҡурай. Йыр. Моң» эстрада төркөмө менән республика райондары, ҡалалары буйлап гастролдәрҙә йөрөйбөҙ.
Рушан бәләкәйҙән төрлө нимәләр уйлап сығарыуға оҫта булды. Шуҡ, шаян, тик тормаҫ булып үҫте. Минең сәнғәт юлын һайлауым уға өлгө булғандыр күрәһең, тырышып-тырмашып ҡурайҙа өйрәнде. Училищела бергә уҡыған иптәш егеттәрҙе йыш ҡына ҡунаҡҡа алып ҡайта торған инем. Улар һис йыбанмай Рушанды ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр.
Әле лә уның тынғыһыҙ, тик тормаҫ холҡо алдан йөрөй. Һәр саҡ эҙләнеүҙәр өҫтөндә. Ҡурай сәнғәтенә мөкиббән бирелгән ысын ижадсы ул. Утыҙ йылдан ашыу ҡусты менән бер сәхнәлә сығыш яһайбыҙ. Күп кенә бәйгеләрҙә ҡатнаштыҡ. Рушан менән тормошта ла, ижадта ла бергәбеҙ. Уның ҡурай моңона ҡушылып халыҡ йырҙарын башҡарыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ.
– Йәш олоғайған һайын тормоштоң үткән йылдарына байҡау яһап, үҙ-үҙеңә «мин бәхетлеме?» тигән һорауҙы бирә күптәр. Мин дә һиңә шул һорауҙы биргем килә. Һинең өсөн бәхет нимә ул?
– Нимә ул бәхет тигән һорауға һәр кеше үҙенсә яуап бирәлер, моғайын. Кемгәлер бәхет – һау-сәләмәт булып, һәр көн тыуған таңға шөкөр ҡылып ғүмер итеү. Ғаилә именлегендә, балалар шатлығында, тыныс, бәрәкәтле тормошта йәшәгәндәр бигерәк бәхетлемен тип ҡыуаналыр. Бәғзе берәүҙәр бәхетте байлыҡта, аҡса күплегендә, үҙен бер нимәнән сикләмәй йәшәүҙә күрә. Минең өсөн бәхет – яратҡан һөнәр һайлап, илһамланып ижад итеп йәшәүҙә. Ярайһы ғына уңыштарға өлгәшеп, йырҙарым менән халҡым һөйөүен яуланым. Ғаиләм, балаларым – Хоҙай биргән бәхетемдең иң ҙурыһы. Тормош иптәшем Гүзәл сәнғәт кешеһе булмаһа ла, иң яҡын кәңәшсем. Репертуар һәм сәхнә кейемдәре һайлағанда тәү сиратта уның менән кәңәшләшәм. Гүзәлдең уйлағаны, әйткән һүҙҙәре һәр ваҡыт дөрөҫкә сыға. Ғаиләмә һәм яҙмышыма рәхмәтлемен. Балаларымдың уңыштарына, шатлыҡтарына ҡыуанып йәшәү менән бәхетлемен. Артабан да һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай. Яҡындарымдың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәргә, яратҡан һөнәремә тоғро булып ижад итергә яҙһын.
Әлфиә Ғимаҙиева
"Тамаша" журналы, № 1 - 2026 й.