–Беҙ бөгөн бөтә нәмә, шул иҫәптән йырҙар, һатылған заманда йәшәйбеҙ. Был мәсьәләгә ҡарашығыҙ нисек? Йәнә шуныһына ғәжәп иттем: Роберт Тимербаев һәм башҡа ҡайһы бер башҡорт композиторҙары менән бергә тыуҙырған ижад емештәрегеҙҙе «татар йырҙары» исемлегенән табырға мөмкин, күрше республикала һеҙҙең йырҙарығыҙ айырыуса популяр икән.
Яңыраҡ халыҡ араһында киң таралған йыр текстары, лирик һәм сатирик шиғырҙарығыҙ тупланған китабығыҙ донъя күрҙе. Ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, сәнғәткә ғашиҡтар өсөн генә түгел, шиғриәт, әҙәбиәт һөйөүселәр, ғөмүмән, мәҙәни тормошобоҙ өсөн дә алыштырғыһыҙ бүләк, тип баһаланырға лайыҡлы. Ижадығыҙҙы туплап, китап сығарыу идеяһы нисек тыуғанын «Тамаша»журналын уҡыусылар менән дә бүлешһәгеҙ ине.
– Шиғырҙарҙы ла, йырҙарҙы ла һатып булашҡаным булманы. Көйөн яҙыусылар тураһында әйтә алмайым. Йырсылар оҡшаталар ҙа репертуарҙарына индерәләр, тик ҡайһы берәүҙәр һүҙҙәрҙең авторы кем булыуы хаҡында әйтергә онота, ҡайһы саҡта ижад емешемдең авторы итеп бөтөнләй икенсе кешене әйтеп аптыраталар. Ә инде сығыштар өсөн махсус яҙылған шиғырҙар, арнауҙарҙың байтаҡ өлөшөн, йыйып, теркәп бармағас,эҙләп тә табырлыҡ түгел, юғалғандары ла күп. Күренекле композитор, шулай уҡ булдыҡлы эшҡыуар, Бөтә Рәсәй татар ауылдары ассоциацияһы рәйесе Фәнир Ғәлимов, ижадыңды тупла, китап итеп сығарайыҡ, тип бик күптән әйтә килде. Уның һүҙенә ҡолаҡ һалып тотонолдо был эшкә. Йыйынтыҡҡа һикһәнләгән популяр йыр тексы һәм сәхнәләрҙә һөйләү өсөн яҙылған шиғырҙар тупланды.
–Уларҙы йыйып, туплап биргәнең өсөн рәхмәт, Марат ҡусты. «Инеш» нәшриәте версткаланы, ә Фәнир Ғәлимов ярҙамында баҫтырылған 1000 дана китапты Яңы йыл алдынан ҡулға алырға насип булды. Йыйынтыҡты һораусылар күп, үҙемә лә мөрәжәғәт итәләр, Өфөлә, «Китап» нәшриәтенең Ленин урамындағы магазинында ла һатыла. Әлбиттә, был китапҡа бөтә ижад емештәре һыйҙы тип әйтә алмайым, сөнки байтаҡ тиҫтә йылдар һуҙымында яҙылған сатирик миниатюралар, скетчтар, монологтар, сценарийҙарҙы ла туплау бик ҡатмарлы эш булыр ине.
Ә инде Татарстанда минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙар күберәк яңғырауы менән килешәм. Миҫал өсөн әйтһәк, үҙебеҙҙә бишәү йырлаһа, күршеләрҙә ун йырсының репертуарында була.
Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов менән ҡыҙыҡ, күңелле, шәп мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы февраль һанында уҡырһығыҙ.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!