-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Ғинуар , 13:13

Ҡан хәтере көслө

– Танылған ғалим - тел белгесе, филология фәндәре докторы Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин бер сығышында һәләттең ҡан менән бирелеүе тураһында былай тип һөйләгәйне: «Ҡан хәтере көслө. Уны юйып ташлап та, юғалтып та булмай. Ул быуындан быуынға, нәҫелдән нәҫелгә күсә килә». Һинең йырға булған һәләтең нәҫелеңдән киләме?

Ҡан хәтере көслө
Ҡан хәтере көслө

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов:

– Эйе, ысынлап та, тамырҙан килә бит барыһы ла. Әсәйем яғынан ике туған Сания, Разыя апайҙар, Батыр ағай оҫта йырсылар. Әсәйемдең әсәһе Сәлимә өләсәйем тирә-яҡта дан тотҡан йырсы булды. «Йырсы Сәлимә» тип йөрөтәләр ине үҙен. Өләсәйемде бөтә сараларҙа һорап йырлата торғайнылар. Һабантуйҙарҙа уға еткән йырсы булманы. Студент йылдарында магнитофон һатып алып ҡайтып, уның бер нисә йырын яҙҙырҙым. Изге ҡомартҡы итеп һаҡлайым ул яҙмаларҙы. Бала сағым күберәк өләсәйем менән үтте. Бөтә эшкә етеҙ, оҫта, егәрле өләсәйем тәмле итеп көлсәләр бешерә, тиҙ генә ҡоймаҡ ҡойоп ала, өҫтәл тултырып аш-һыу әҙерләй.

Халыҡ йырҙарын өҙҙөрөп йырлап ебәрһә, мин шым ҡалып тыңлайым. Моңһоуланғанымды күрепмелер, еҙ батмусҡа бармаҡтары менән һуғып, үҙенә «аккомпанировать» иткән булып, шаян таҡмаҡтар йырлап ебәрә:

«Атай өйҙө бейек эшләт, күк күгәрсен гөрләһен,

Атай бирһәң, йыраҡҡа бир, еккән атың тирләһен!

Тирмин, тирмин Калуга, тирмин Калуга моя,

Дунай, Дунай речка, Дунай реченька моя.

Әфисәре молодой, кәрситтәре золотой!»

Өләсәйемдең исеме Сәлимә булғанғамы, халыҡ йырҙарынан иң яратып йырлаған йырым – «Сәлимәкәй». Уны йырлағанда өләсәйемде күҙ алдыма килтерәм, бала сағымды, үҫмер йылдарымды иҫемә төшөрәм.

Ҡан хәтере көслө тигәндәй, минең йырға, музыкаға булған һөйөүем балаларыма ла бирелгән. Ҡыҙым Айым, улым Айтуған минең һөнәремде һайланылар, икеһе лә сәнғәт институтын тамамланылар. Айтуған менән бер уҡытыусыла уҡыныҡ. Һуңынан ул Ҡазанда консерватория һәм Мәскәүҙә Галина Вишневская исемендәге мәктәпте тамамланы. Бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эшләй. Айым менән бергәләп концерттарымда йырлайбыҙ. Ул «Тамыр» телестудияһында балаларҙы вокал серҙәренә өйрәтә. Кейәүем Рим опера йырсыһы. Кесе ҡыҙым Дилназ да музыка мәктәбен тамамланы. Ләкин табиб һөнәрен һайланы, медицина институтында уҡый, эшләп тә йөрөй. Сәхнәне лә онотмай, минең концерттарымда йырлай. Дилназ йыр сәнғәтен һайлаһа, бик шәп йырсы булыр ине. «Ояһында нимә күрә, осҡанында шул була», – тигән халыҡ мәҡәле балаларыма тулыһынса тап килә. Әсәйем Хәтирә Мөбәшәр ҡыҙы бик дини кеше ине. Беҙгә ихлас теләктәр теләп, доғаларын уҡып ултырҙы. Ул беҙҙең артист булыуыбыҙҙы теләне. Өсөбөҙҙө лә уҡытып сығарҙы. Аллаға шөкөр, әсәйемдең изге теләктәре ҡабул булды. «Әсәйемә» тигән йырымды «...теләктәрең ҡабул булды», – тип әсәйемә бағышлап йырлайым.

Радик Вәлмөхәмәтов менән матур әңгәмәне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы февраль һанында уҡырһығыҙ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Ҡан хәтере көслө
Ҡан хәтере көслө
Ҡан хәтере көслө
Автор:
Читайте нас