-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Ғинуар , 17:08

Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята

Иң төпкөл район булған Хәйбулланың Әбүбәкир ауылында сәнғәтте, мәҙәниәтте яратҡан, йыр-моң һөйөүсе ғаилә йәшәй.

Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята
Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята

🙏Ғәлимйән Ултраҡовты Хәйбуллала белмәгән, хөрмәт итмәгән кеше һирәктер. Бөтә район һәм республика кимәлендәге сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе шәп баянсы, гармунсы музыкант ул. Өлгөлө ғаилә башлығы Илнур улы, ейәне Илназ, Илмир улы, ейәне Арыҫлан менән бергәләп
Өфө ҡалаһында, 1-се "Атайҙар һәм уландар" республика патриотик йыр конкурсында ла уңышлы ҡатнашып ҡайтты.

🙏Тормош иптәше Әлфизә 25 йылдан ашыу Мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа ла, әлеге мәлдә "Бүләк" фольклор ансамблен етәкләй. Был коллектив 💯100% менән "Тамаша" журналына яҙылып, беҙҙең ихтирамыбыҙҙы һәм иғтибарыбыҙҙы яуланы.
Ең һыҙғанып, эшен яратып эшләгән тормош иптәшенең уң ҡулы - Ғәлимйән Мөхәмәтғәле улы. Ул һәр ваҡыт ҡеүәтләп, музыкаль яҡтан биҙәп, дәртләндереп торғанға ла, ҡанатланып ижад итәм, ти Әлфизә ханым.
Хәйбулла районының был матур ғаиләһе хаҡында "Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята", тигән раҫлауға бер миҫал булыр мәҡәлә "Тамаша"ның яңы һанында донъя күрер, ин шәә Аллаһ.

 
Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята
Аҫылташтар төпкөлдәрҙә ята
Автор:
Читайте нас