-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
23 Ғинуар , 11:10

Бер мөхәббәт тарихы

Хеҙмәттәренән тәм-йәм табып, бер-береһенә мөхәббәтле йырҙар бағышлаған, сәнғәт донъяһын юлдаш иткән, йыр-моңға ҡойоноп йәшәүсе Юлай  Хәйрулла улы һәм Сәриә Сәғәҙәт ҡыҙы Асҡаровтарҙың мөхәббәт тарихы:

Бер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы

Юлай Һәм Сәриә Асҡаровтарҙың тәүге осрашыу тарихы былай: Сәриә Сәғәҙәт ҡыҙының ата-әсәһе Әбеш ауылынан Ивановка ауылына күсеп килә һәм урам буйлап ҡыҙыл плащта килгән һылыуға Ивановка егете Юлай Асҡаров бер күреүҙән үк ғашиҡ була. Ул ваҡытта ҡыҙға ни бары 16, ә егеткә 17 йәш була. Артабан Юлай Хәйрулла улын армияға алалар, Сәриә һылыу йән һөйгәнен күрер өсөн ике тапҡыр армияға осрашыуға барып ҡайта. Бер-береһен өҙөлөп һөйгән йәштәр егет армиянан ҡайтып бер аҙна үткәс, өйләнешеп тә ҡуялар. Улар өс баһадир егет тәрбиәләп үҫтергәндәр. Күренекле яҡташыбыҙ, кинорежиссер, продюсер, сценарист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айнур Асҡаров тап ошо матур ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. Айнур, Вилдан, Ғәзинур Асҡаровтар илһамлы сәнғәт донъяһына ғашиҡ булып, татыулыҡта, берҙәмлектә буй еткерәләр. Әле лә улар ата-әсәйҙәрен уңыштары менән ҡыуандырып, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәйҙәр. «Улдарыбыҙ ғаиләләре менән ҡайтып төшһәләр, өйөбөҙ бал күсе кеүек гөрләп тора, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙе һөйөп туя алмайбыҙ», – ти Асҡаровтар ғаиләһе.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Бер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы
Автор:
Читайте нас