Бындай сәйәхәттең кинәнесле яҡтары ла бар, башҡа вагондарҙағы таныштарҙы, дуҫтарҙы осратып ваҡыт үткәрергә була. Ә бына купе вагондарҙы үткән саҡта ишектәре шарран асыҡ торған бер купе айырыуса диҡҡәтебеҙҙе үҙенә йәлеп итә. Бигерәк тә татлы еҫе менән. Уның өҫтәле һый менән лыҡа тулы була, менюһындағы даими ризыҡтар ҡаҙы, ҡарта, тултырма, ялы, ҡорот, ҡыҙыл эремсек һ.б. Купе хужабикәһе Баймаҡ һыра заводы директоры Бибисара апай Азаматова беҙҙе танып ҡалып, артыбыҙҙан баҫтырып тотоп, купеһына һөйрәп индереп өҫтәл артына ултырта. Унда һәр ваҡыт тағы ла бер нисә кеше ҡунаҡ булып ултырған була. Аслы-туҡлы тормош алып барған студентҡа уның өҫтәле донъялағы иң йәмле урын тойола ине.
Яҡташым Бибисара Мостафа ҡыҙы ғүмеренең аҙағына тиклем үҙе менән ошо купеһен, йәғни һый өҫтәлен йөрөттө. Кеше айырманы, барыһын да һыйланы ул халҡыбыҙҙың аш-һыуы менән. Аҙағыраҡ бының менән дә үсе ҡанмайынса, йөрәгенән сыҡҡан халҡыбыҙҙың аҫыл йырҙарын башҡарып, беҙгә рухи аҙыҡ өләште.
Әхмәр Үтәбай.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
787-се күҙәтеү.