-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
28 Декабрь 2025, 00:35

«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»

Сәхнәгә сулпыларын сыңлатып, балитәктәрен елберҙәтеп кескенә ҡыҙсыҡтар йүгереп сығыуы тамашасыны «аһ» иттерҙе лә өнһөҙ ҡалдырҙы. Тырыздарын беләккә элеп «еләк йыйыусы» сабыйҙарҙың самимилығы шул мәл әсәйҙәр, өләсәйҙәрҙе үҙ бала сағына алып ҡайтты. Дәүерҙәрҙән килгән серле көй аҫтында бәләкәстәрҙе алмаштырған үҫмер ҡыҙҙарҙа ла, аҡҡоштай йөҙгән олораҡ гүзәлдәрҙә лә улар, гүйә, үҙен таныны. Йәнгә ҡәҙерле моңдо бейеүгә һалған ҡыҙҙарға ҡушылып, күңелдән генә һәр хәрәкәтте ҡабатлап ултырҙылар, сал тарихты байҡанылар, күҙ йәштәре аша ғорурландылар. Һәм тамаша аҙағында сәхнәлә теҙелгән йөҙҙән ашыу баланы, уларҙың уҡытыусыларын баштар әйләнерлек көслө алҡыштарға күмделәр. Билдәле педагог-хореограф Гүзәл Исламғолова етәкселегендәге «Гүзәл данс» халыҡ хореография коллективының һәр концерты Өфөнөң мәҙәниәт тормошонда ана шулай ҡыуаныслы оло ваҡиғаға әйләнә.

«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»
«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»

«Гүзәл данс»тың нисек барлыҡҡа килгәне

 

Гүзәл Рәшит ҡыҙы үҙен белгәндән бирле тиерлек бейей – әсәһе менән балет студияһы ишеген тәү тапҡыр асып ингәндә уға алты йәш кенә була. Ул ваҡытта Исламоратовтар ғаиләһе Салауат ҡалаһында йәшәй. Урта мәктәптән һуң илаһи сәнғәткә һөйөү Гүзәлде Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының хореография бүлегенә алып килә. Артабан данлыҡлы Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә сығыш яһай, етди конкурс аша үтеп, ГИТИС-та уҡый. Талантлы бейеүсегә остаздары киң офоҡтар юрай. Хатта Мәскәүҙә популяр «Рус миҙгелдәре» тигән шәхси ансамблдә ҡалыу мөмкинлеге лә була. Ләкин йөрәге донъялағы иң ғәзиз ер – һөйөклө Башҡортостанына тартыла. «Рус миҙгелдәре» кеүек үҙ ансамблен төҙөү теләге тап Мәскәүҙә уҡып йөрөгән йылдарҙа тыуа ла инде.

– Испаниялағы – испан, Ирландиялағы ирланд бейеүҙәре буйынса махсуслашҡан коллективтар сығышынан, рус халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы атаҡлы «Березка» дәүләт академия ансамбле концертынан илһамланып йөрөгән мәлем ине. Бер уй тынғы бирмәне: «Ни эшләп республикала башҡорт бейеүен үҫтереүгә йүнәлеш алған ансамбль ойоштормаҫҡа?» – тип хәтерләй Исламғолова.Ҡыҙҙарҙан ғына торған милли бейеү коллективын булдырыу уйы күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев менән икәүһенең уртаҡ ижади проектына әүерелә. Хыялдары 2008 йылда тормошҡа аша.

Тик Гүзәл Рәшит ҡыҙы ансамблдең тиҙ арала ғәйәт ҙур абруй һәм һөйөү яулап, ысын-ысындан халыҡ коллективына, сәнғәтебеҙҙә һоҡланғыс күренешкә әйләнәсәген шул ваҡыт күҙ алдына килтерҙеме икән?! Республиканың төп мәҙәниәт һарайында – «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы тамашаларына билеттар «һә» тигәнсе таралып бөтөр, башҡорт бейеүен башҡарыусы ҡыҙҙарын күрергә ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары ғына түгел, бөтә республиканан нәҫел-нәсәбе йыйылып, рух байрамы кисерер, залда алма төшөр урын ҡалмаҫ, тип тә уйламағандыр, моғайын.

 

Бейеүҙәребеҙ – асылып бөтмәҫ хазина

 

«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән», – тип йыш ҡабатлай Гүзәл Рәшит ҡыҙы, башҡорт бейеүенең ғәжәйеп тормош фәлсәфәһен генә түгел, иҫ киткес тәрбиәүи әһәмиәтен дә билдәләп.

– Уны ни тиклем нығыраҡ өйрәнһәң, шул тиклем көслөрәк арбалаһың һәм әле бөтә яғы ла асылып бөтмәгән бай йөкмәткеле хазина икәнлеген төшөнәһең. Мин яратҡан фламенко менән башҡорт бейеүенең ҙур уртаҡлығы бар: йөрәкте дөрләтер ялҡын. Тик фламенкола ул вулкан булып тышҡа урғылһа, беҙҙең бейеүҙәр эстәге ҡеүәтле ут менән әсир итә. Нәзәкәтлелек һәм наҙ, тыйнаҡ дәрт һәм күҙ ҡарашында, керпек елпеүендә һирпелгән ипле дәрәжә, итәғәтлелек һәм һәр хәрәкәттә тойомланған күңел ҡыйыулығы – уларҙа ошо алтын сифаттар сағыла. Бейеү сәнғәтебеҙ – матурлыҡҡа ғына түгел, рухи юғарылыҡҡа, иманға әйҙәүсе, мәңгелек ҡиммәттәр һалыусы мәктәп тә. Уның был тәңгәлдәге әһәмиәте, минеңсә, һаман тулыһынса баһаланып етмәгән.

Ансамблгә йөрөгән һылыуҙарҙың аҙаҡ лайыҡлы белем, һөнәр алыуына, яҡшы егеттәргә кейәүгә сығып, татыу ғаилә ҡороуына, матур балалар үҫтереүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ. «Гүзәл данс»тың тәүге ҡыҙҙары хәҙер үҙҙәре әсәй булып, студияға бәләкәстәрен алып килә. Бейеү аша ҡатын-ҡыҙҙы – милләт әсәләрен тәрбиәләүгә ана шулай үҙ өлөшөбөҙҙө индереү – мөһим бурысыбыҙ, – тип бүлешә ул.

 

Һәр бала – тәбиғәте менән бейеүсе

 

«Гүзәл данс»ҡа килгән һәр ҡыҙ ижади коллектив ағзаһы булып китә ала – йәшенә, кәүҙәһенә, әҙерлегенә, һәләтенә ҡарамаҫтан. Унан бары теләк, тырышлыҡ талап ителә.

Һәләт тигәндә, Гүзәл Рәшит ҡыҙының ул туралағы фекере ҡабатланмаҫ һәм күп әсәләр күңеленә хуш килер. Һәр кем дә бейеүсе булып тыумай, тигән фекерҙе ул бик еңел селпәрәмә килтерә:

– Эйе, студияға тәү аяҡ баҫҡан ҡыҙҙарҙың тән һығылмалылығы ла, ритмды тойоуы ла төрлөсә. Ләкин гүзәл заттың бөтәһенә лә нәфислеккә, гармонияға ынтылыу тәбиғәттән бирелгән – Аллаһы Тәғәләбеҙ, айырмайынса, беҙҙе шулай яралтҡан. Ул берәүҙә асылһа, икенселәрҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер сәбәптәр менән баҫылып ҡалған. Беҙ һәр баланың күңеленә асҡыс табырға тырышабыҙ. Остазынан, янындағы тиҫтерҙәренән илһам алып, ул ҡояшҡа үрелгән сәскәләй балҡый бара. Килгән саҡтарында ҡыйыр-ҡыймаҫ торған себештәр яйлап ҡына һомғол аҡҡошҡа әйләнә.

Генетик хәтерҙең мөғжизәүи көскә эйә булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем – бейеүҙәребеҙ көйө, хәрәкәттәр аһәңе быуындан-быуынға күсеп, күҙәнәктәрҙә һаҡлана, уны иҫкә төшөрөргә, «уятырға» ғына кәрәк. Ул хәтер – бер нисек тә юйып булмай торған мәҙәни кодыбыҙ, – ти Гүзәл Рәшит ҡыҙы.

Әле «Гүзәл данс»ҡа 150-ләп бала йөрөй. 4-6 йәшлектәр, 1-3-сө кластарҙа уҡыусылар, 4-6-сылар, 7-11-селәр дүрт төркөмдә шөғөлләнә. Аҫыл мираҫыбыҙ серен улар йылдар буйы камиллашҡан программа буйынса өйрәнә. Программаға, гимнастика, классик хореография, милли бейеүҙәребеҙҙән тыш, башҡа халыҡтар бейеүҙәре лә ингән– үҫеш өсөн барыһы ла кәрәк. Башлыса студенттарҙан торған төп төркөм дә бар, ул йыш ҡына республикабыҙҙағы тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Ә ҡыҙҙарын «Гүзәл данс»ҡа оҙата килеүсе әсәйҙәр өсөн иһә айырым дәрестәр ойошторолған.

Халыҡ хореография коллективының бөтә ҡаҙаныштарын һанап сығыу мөмкин түгел. Ул уңышлы ҡатнашҡан бер нисә мөһим майҙансыҡты ғына атап китәбеҙ: «ТНТ-ла бейеүҙәр» Бөтә Рәсәй телевизион проекты, «Монакола Рәсәй йылы»на арналған саралар, «Turksoy» фестивале, «НТВ-ла таланттар иле» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы, Башҡортостанда үткән ШОС һәм БРИКС делегациялары алдында сығыштар...

Быйылғы «Байыҡ» республика конкурс-фестивалендә «Гүзәл-данс»тың гран-при алыуы һәм Гүзәл Рәшит ҡыҙының «Йыл етәксеһе» номинацияһында еңеүсе булып, Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе лә – коллективтың башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереүгә һалған тырышлығына ҙур баһа. Ә яңыраҡ иһә Санкт-Петербургта үткән «Нева зөбәржәттәре» халыҡ-ара хореография фестивалендә «Торналар» һәм «Ритайым» тигән бейеүҙәр менән сығыш яһап, бер түгел, ике номинацияла гран-при яулағандар.

Сентябрҙә Өфө үҙәгендә яңы филиал асылыуы студияның эшмәкәрлеге киңәйеүе, тимәк, милли бейеү тылсымы торған һайын күберәк йөрәктәрҙе солғауы тураһында һөйләй.

 

«Һеҙҙең артта – ете быуынығыҙ»

 

Гүзәл Рәшит ҡыҙына ошо хәтлем оло эште алып барышыусы бөгөнгө ярҙамсылары – талантлы педагогтар ғына түгел, йән тартыуы буйынса үҙе һайлап алған фекерҙәштәре, рухташтары ла. Уларҙың береһе – Миләүшә Сизых бына нимә ти:

– Бәләкәйҙән олатайымдың ҡурай моңон тыңлап, өләсәйемдең, әсәйемдең бейеүенә һоҡланып үҫтем. Һәм профессиональ хореограф булараҡ, тап «Гүзәл данс»та эшләүемде оло бәхет тип һанайым. Етәксебеҙҙең һәр баланы шәхес итеп күреп, осор ҡанат ҡуйыуы беҙгә өлгө булып тора. Бәләкәй ҡыҙҙарҙа бейеү аша халҡыбыҙға, сәнғәтебеҙгә оло һөйөү үҫтереүҙән әйтеп бөткөһөҙ кинәнес кисерәбеҙ. Хәрәкәттәрҙәге йомшаҡлыҡ, тәрән моң, әхлаҡи нигеҙ үтә нескә кимәлдә холоҡ-фиғелгә лә йоғонто яһай, йән камиллығына өндәй, был, һис шикһеҙ, киләсәктә тормош һикәлтәрен үткәндә уларға ныҡлыҡ бирәсәк, тип ышанам.

Сәхнәгә сығыусы ҡыҙҙарға: «Артығыҙҙа һеҙгә ҡеүәт өҫтәүсе ете быуын ата-бабағыҙ тора. Һеҙ бөгөн – ырыуығыҙҙың, халҡығыҙҙың матурлығын еткереүсе», – тип әйтәбеҙ. Бейеүгә һалынған йөрәк ҡөҙрәтен, әлбиттә, тамашасы тоймай түгел, тоя. – Миләүшә Фәнил ҡыҙының был һүҙҙәренә бер тауыштан уҡытыусылар Нәркәс Фәнил ҡыҙы Исҡужина, Розалина Зөлфәр ҡыҙы Тулыбаева, Гүзәл Илгиз ҡыҙы Ермаковалар ҙа ҡушыла.

...Тәпәй киткән бәпестең бөтә хәрәкәте бейеү икәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ана ул күбәләктәй елпенә, аяҡ остарында өйөрөлә, ҡоштай талпына, арғымаҡ булып оса, ҡоласын йәйеп, донъяны ҡоса. Тыумыштан килгән бейеү ихтыяжы ҡасандыр һүрелеп ҡалған икән, ул яҡты теләк-хыялды тормошҡа ашырырға бер ҡасан да һуң түгелдер. «Гүзәл данс» тәжрибәһе шуны иҫбатлай. Баш ҡала рухиәте күгендә йондоҙ булып балҡыған коллективҡа яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!

 

Альмира КИРӘЕВА.

 

"Тамаша" журналы, №6-2025 й.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»
«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»
«Ҡыҙ үҫтергән – ил үҫтергән»
Автор:
Читайте нас