– Һеҙҙең бала саҡта Ҡыш бабайҙар булдымы? – тип һораным иң тәүҙә.
– Ҡыш бабай менән тәүге осрашыуым уҡырға төшкәс булды. Мин 1-се класты бөткәнсе Тирмән ауылында йәшәнек. Башланғыс мәктәп булды. Дүрт класта бөтәһе 10-12 бала уҡығандыр, беренселә мин бер үҙем генә инем. Мәктәпкә шыршы ҡуйып беҙгә байрам үткәрҙеләр. Ҡыш бабай тоғонан тәмлекәсте шунда тәүгә тәмләнем, – тип алыҫ бала саҡ хәтирәләрен һүтте геройым.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала сағы гел татлы иҫтәлектәрҙән генә тормай Иҙрис Әсхәл улының. Малай дүрт йәшлек сағында атаһы үлә. 24 йәшендә генә тол ҡалған әсәһенең ҡулында береһенән-береһе ваҡ өс бала – иң өлкәненә алты йәш, дүртенсеһе – ҡарында. Хатта, уны йәлләп, кешеләр бер үҙеңә ауыр бит, берәүһен булһа ла балалар йортона бир, тип кәңәш итә. «Һәм гелән күҙҙәре миңә төбәлә торғайны: кесе туғандарым ныҡ бәләкәй, ә апайым әсәйемдең төп ярҙамсыһы. Беҙҙең беребеҙҙе лә үҙенән айырырға теләмәгән әсәйем шул кешеләрҙең һүҙенә бирелеп ҡуймаһын тип ҡурҡа торғайным. «Детдом» һүҙен йыш телгә йыш алған бер инәйҙе яратманым», – тип дауам итте ул хәтирәләрен.
Иҙрис 2-се класҡа барған йылды ғаилә Асҡарға күсеп килә. Ә инде 5-се класҡа ул Өфөгә музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернатына (хәҙер Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия) уҡырға бара.
– Артыҡ музыкаль һәләттәр менән айырылып торғандарҙан түгел инем. Баш ҡаланан килгән белгестәр тулы булмаған йә күп балалы ғаиләләрҙән балаларҙы һайлап алды. Иптәшем Марселдең: «Әйҙә, барайыҡ! Хәтәр шәп интернат икән, унда велосипед та бар, асфальтта йөрөйҙәр, ти!» – тип тел шартлатып һөйләүенә ҡыҙыҡтым. Асфальт буйлап велосипедта йөрөргә яҙманы. Уҡыуы ауыр, тәртип ҡаты ине. Хәрби оркестрҙар өсөн музыканттар әҙерләүгә йүнәлтелгән мәктәп-интернат ине ул ваҡытта. Бындай уҡыу йорттары бөтә Союз буйынса 15 кенә булған. Иң үҙәккә үткәне «дедовщина» ине. Барған ыңғайы туҡмаҡты әҙ алманыҡ. Илап хат яҙған иптәшемде әсәһе алып ҡайтып китте. Ә мин ҡалдым. Баҡтиһәң, Марселдең әсәһе беҙгә лә барған булған. Әсәйем: «Улай булғас, Иҙристе лә алып ҡайтығыҙ инде, иртәгә берәйһенән юллыҡ аҡса эҙләп биреп ебәрермен», – тип тороп ҡала. Һәм кемдәндер бурысҡа биш һум алып, китап араһына һалып тора. Апайым ул китапты сумкаһына һалып, мәктәпкә алып китә. Ҡыҫҡаһы, бер 5 һум бөтә тормошомдо хәл итте. Ул мәлдә илап тороп ҡалһам да, яҙмышымдың шулай яҙылыуына рәхмәтлемен. Музыкаль тәрбиә биреү мәктәп-интернаты ғүмерлек яратҡан һөнәремә юл башы булды, – тип һөйләй мәктәптән һуң уҡыуын сәнғәт институтының музыка факультетында дауам иткән, оркестр бүлеген тамамлап, хеҙмәт юлын Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының симфоник оркестрында башлаған, район мәҙәниәт бүлеге саҡырыуы буйынса 1980 йылда Асҡарға музыка мәктәбенә эшкә ҡайтҡан, шул мәлдән райондың тынлы оркестрын да етәкләгән, оҙаҡ йылдар мәҙәниәткә тоғро фиҙаҡәр хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем менән билдәләнгән Иҙрис Сәғәҙәтов.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА,
Әбйәлил районы.
Мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы декабрь һанында уҡырһығыҙ.
Журналға яҙылырға онотмағыҙ, дуҫтар! 13 декабргә тиклем ҙур ташлама менән яҙылыу бара.