Йәтим үҫкәнгәме, уның тәбиғи тауышы үтә зарлы яңғырай кеүек ине миңә. Башҡорт халыҡ йыры «Таштуғай»ҙы еренә еткереп, юғары ноталарҙы еңел генә алып йырлай торғайны. Ул йырлаһа, күңелем тула, илағым килә, йүгереп барып ҡосаҡлайым, әсәкәйемдең тән йылыһын тойоп тынысланам. Үҫә төшкәс «Таштуғай»ҙы бергәләп йырлай инек. Ә һуңыраҡ ауылыбыҙ сәхнәһендә йырлай башланым. Әсәйемдең моңло тауышын йыш ҡына төштәремдә ишетеп уянам... Әсәйем менән бергәләп йырлаған «Таштуғай» мине – ябай ғына ауыл ҡыҙын ҙур сәхнәләргә алып килде, халҡым моңо профессиональ йырсы дәрәжәһенә күтәрҙе. Ижадымда халҡыбыҙҙың изге ҡомартҡыһы булған башҡорт халыҡ йырҙары төп урынды алып тора, улар минең күңелем түрендә.
Алты балаһын да ныҡ яратып, наҙлап үҫтерҙе әсәйебеҙ, ҙурайып бөткәс тә алдына ултыртып, арҡанан һөйөп иркәләй, йоҡлап ятҡанда килеп баштан һыйпап, теләктәр теләй торғайны. Их, ҡайтарып булһа ине шул саҡтарҙы. Әсәкәйемдең йылы ҡуйынына һыйынып, йырын тыңлап, ты-ы-ы-н ғына ултыраһы ине, – тип һағынып һөйләй йырсы ғәзиз әсәһе хаҡында.
Журналыбыҙҙың киләһе яңы һанында сығасаҡ мәҡәләнән өҙөк.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!