Эйе, кемдеке – шуныҡы. Мәхмүт ауылынан Гөлнур һәм Сәлим Асҡаровтарҙы районда иң дәртле, рухлы, ижади ғаилә булараҡ беләләр. Иш янына ҡуш булһын тип, үҙ ҡанаттары аҫтына атай-әсәй һөйөүенән мәхрүм өс етемде һыйындырған, уларҙы күңел йылыһына, наҙға тейендергән өсөн дә оло хөрмәткә лайыҡтар.
– Үҙемде белә-белгәндән атайым гармун-баянынан айырылманы. Әле булһа ла һөйләп көлөп алалар: мине, сәңгелдәктә йоҡлап ятҡан сабыйҙы, уятырға кәрәк булһа, атай гармунда уйнаған. Мин иһә шунда уҡ аяҡтарҙы «бейетеп», иламай-нитмәй килеп тә торғанмын. Әйткәндәй, әсәйем дә йәш сағында гармунсы егеткә кейәүгә сығырға теләгән бит. Ул ун туғыҙ йыл Мәхмүт ауылы мәҙәниәт йортонда мөдир вазифаһын башҡарҙы. Ике ағайым ситтә уҡыһа, беҙ, биш бала – Гүзәл, Диана апайҙарым, Радмил, Айрат ҡустыларым менән клубтан ҡайтып инмәнек, бөтә сараларҙың ҡап уртаһында ҡайнаныҡ. Мәктәп директоры, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, музыка уҡытыусыһы булған атайыбыҙ ҙа торғаны менән сәхнә кешеһе. Эйе, һәр йәһәттән һәләтле, әүҙем, мәҙәниәткә, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ ғаиләлә үҫтек беҙ – матур традициялар солғанышында, йылы, татыу мөхиттә, – ти Нәргизә.
Әсәһе Гөлнур Рәүф ҡыҙы Учалы ҡалаһының сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына барырға кәңәш итһә лә, мәктәпте тик «бишле»гә генә тамамлаған ҡыҙ Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға инә. Тик икенсе курстан һуң күңеленең башҡа юҫыҡта булыуына төшөнә. Әммә ярты юлда туҡтап ҡалмай – бында тупланған аң-белемдең, тәжрибәнең шәхес булараҡ формалашыуында, үҫешендә зарури булыуын яҡшы аңлай. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов етәкселек иткән «Ҡорос» (хәҙер «Табын») халыҡ театрында шөғөлләнеүе лә был үҫештең мөһим этабы.
Дүртенсе курсты тамамлағас, Нәргизәгә ул мәлдәге район Мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубына мөдир булырға тәҡдим итә. Әлбиттә, егерме йәшлек ҡыҙ үҙенә шундай яуаплы вазифа йөкмәтергә теләүҙәренә, уға ышаныс бағлауҙарына сикһеҙ ғәжәп ҡыла. Шулай ҙа, ата-әсәһе менән кәңәш-төңәш иткәндән һуң, ризалаша.
– Төптө сит ауылда иҫ китмәле ҙур мәҙәниәт йорто менән етәкселек итеү бер аҙ ҡурҡытһа ла, юғалып ҡалманым. Бер ай самаһы таң менән тороп Белореттан йөрөп эшләнем. Шунан күсеп барҙым. Йәшәргә урын хәстәрләгән, һәр йәһәттән ҙур ярҙам күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Азамат Кинйәбулат улы Мөхәмәтйәровҡа, уның ғаиләһенә рәхмәтем сикһеҙ минең. Бала саҡтан был эштең бөтә нескәлеген белгәс, әсәйемә отчеттар менән дә булышҡас, мөдирлек әллә ни ҡыйын бирелмәне. Иң ауыры – эштән һуң ҡайтып, һыу ташыу ҙа мейес яғыу ине. Шулай итеп, быға тиклем булған ижади коллективтарҙы барлап, яңыларын туплап, дәртләнеп эшкә тотондоҡ. Халыҡ та әүҙем, ихлас булып сыҡты. Ауылдың йәш, һәләтле ҡатын-ҡыҙҙарынан – уҡытыусылар, тәрбиәселәр, дауахана хеҙмәткәрҙәренән торған «Килендәр» хореография ансамбле лә ана шул осорҙағы эш һөҙөмтәһе ул. Бынан тыш, балаларға ҡурай серен төшөндөргән Ыласын Мәғәфүров менән инструменталь ансамбль төҙөү өҫтөндә эшләнек, район кимәлендә төрлө саралар ойошторҙоҡ, еңеүҙәр яуланыҡ. Ғөмүмән, ике йыл самаһы ошо ауылда эшләүемә, үҙемдә ойоштороу һәләте менән бергә талапсанлыҡ, яуаплылыҡ, фиҙаҡәрлек кеүек көслө сифаттарҙы асыуыма сикһеҙ шатмын, – ти йәш белгес.
Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубында эшләгән арала культурология йүнәлешендә магистратураға һәм шулай уҡ Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инергә өлгөргән ҡыҙҙы тиҙҙән район Мәҙәниәт йортона методист итеп саҡыралар. Был тәҡдимде лә яңы мөмкинлек, үҫеш осоро итеп ҡабул ҡыла ул.
Тик нигеҙҙә ҡағыҙ эшенә ҡайтып ҡалған вазифа йөрәктә дөрләгән ижади дәртте баҫамы һуң?! Шулай итеп, күп тә үтмәй ҡалала Нәргизә Сәлим ҡыҙы етәкселегендә «Ағиҙел һылыуҙары» башҡорт бейеү коллективы барлыҡҡа килә. Бында күптән үҙенә күңел йыуанысы эҙләгән, ижади мөмкинлектәрен асырға, үҫтерергә теләгән 18 йәштән 65 йәшкә ҡәҙәр ҡатын-ҡыҙҙар туплана. Сентябрь айында репетициялар башланһа, ноябрҙә иһә коллектив тәүге тапҡыр Сосновка ауылында Әсәйҙәр көнөнә арналған концертта сығыш яһай.
– Бер ҡасан да башҡорт бейеүен бейемәгән, сәхнәгә сыҡмаған апайҙарҙың һығылмалылығына, көйҙө, бейеүҙе тойоу һәләтенә, хәрәкәттәрҙе йәһәт отоп алыуына хайран ҡалдым. Яйлап өс төркөм барлыҡҡа килде. Берәүҙәр үҙ теләктәре менән сәхнәлә сығыш яһаһа, икенселәр бары студияла шөғөлләнеү менән генә ҡәнәғәтләнә. Шулай булһа ла, һәммәбеҙгә лә милли костюмдар тектерҙек. Бөгөн «Ағиҙел һылыуҙары» район-ҡалала уҙған бөтә сараларҙың, конкурс-фестивалдәрҙең уртаһында ҡайнай, еңеүҙәр яулай. Мәҫәлән, хореографик коллективтарҙың «Ҡала шау-шыуы» төбәк-ара конкурс-фестивалендә ике тапҡыр беренселеккә лайыҡ булдыҡ. Әйткәндәй, Сосновка ауылының «Килендәр»е был бәйгелә II урын менән билдәләнде, – ти Нәргизә.
Уҙған йылдың көҙөндә, атай-әсәйҙәрҙең һорауы буйынса, Тимер юл ауылы егете, йәш белгес Роберт Ҡорбанов менән «Ирәмәл ынйылары» тип аталған балалар бейеү коллективын булдыралар. Бында ҡыҙ-малайҙар биш йәштән алып шөғөлләнә. Уңыштары ла юҡ түгел: күптән түгел хореографик коллективтарҙың һәм солистарҙың «Dance платформа» асыҡ конкурсында «Бөрлөгән» башҡорт халыҡ бейеүе менән III урын яулағандар.
Шуны ла билдәләү зарур: үҙе бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәһә лә, коллективтарға бейеү базаһын төшөндөрөүҙе ул профессионалдарға тапшырған. Әлеге мәлдә балалар һәм өлкәндәр төркөмө менән йәш хореограф Айһылыу Әғләева шөғөлләнә. Киләсәктә был йәһәттән үҙе лә дипломлы булып, районда башҡорт халыҡ бейеүҙәрен яңы кимәлгә сығарыу уйы менән яна Нәргизә.
Бына шулай, рух көсө, маҡсатлылығы, ихтыярлығы, ойоштороу һәләте менән һоҡланғыс Ирәмәл ҡыҙы. Тимәк, төйәгебеҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрен, фольклорын һәм башҡа милли үҙенсәлектәрен сағылдырған этник мәҙәниәте ышаныслы ҡулдарҙа. Уңыштар һиңә, Нәргизә!
Нәркәс Сөләймәнова,
Белорет районы.
"Тамаша" журналы. №4-2025 й.