– Теге исем алғаныңды ла һөйлә әле, Вәхит ағай?
– Бик мәрәкә булды ул минең «Атҡаҙанған артист» исеме алыуым. Йәйге ялда ауылда күмәкләп бесән сабабыҙ. Шулай бер көндө филармониянан «Аҡ йортҡа юғары исем биреү тантанаһына саҡыралар» тигән хәбәр килеп етте. Төшкө аш ваҡытында ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына шул турала әйттем. Атайым саҡматаштай ҡыҙып әрләй башланы: «Уттай бесән мәлендә ниндәй ызванйы биреү ти ул?! Мортаза ауыл тормошон белеп тора бит?! Үәт, әй!!! Юҡ, йөрөмәйһең, ваҡыт үткәреп!» Мин аптырауҙан шаҡ ҡаттым, атайға ҡаршы әйтеү ҡайҙа ти ул. Шул саҡ әсәйем ипләп кенә: «Ғәлибай, улай өҙә һуҡма әле, ул ызванйы алыуҙың да сираты барҙыр бит. Бына беҙҙең Вәхиттең ваҡыты еткән. Ул бармаһа, башҡа берәйһенә биреп ҡуйырҙар ҙаһа. Ҡуй, ҡаршы төшмә балаға. Тиҙ генә барып ҡайтһын. Бесән ҡасмаҫ», – тигәс, атайым бер аҙ һыуынған төҫлө булды, шулай ҙа ҡәтғи тауыш менән былай тип өҫтәне: «Мортазаға әйт, йәйге ҡыҙыу эш ваҡытында саҡырып ятмаһын, ана ҡышын таратһын!» – тине.
– Атайыңдың һүҙҙәрен әйттеңме һуң Мортаза Ғөбәйҙулловичҡа?
– Әйттем, әлбиттә, ҡайтҡас ныҡып һораясаҡ бит. «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» тигән танытманы тапшырғас: «Шунан, Вәхит атай-әсәйең шатландымы һинең юғары исем алыуыңа?» – тип һораны Мортаза Ғөбәйҙуллович. «Әсәйем шатланды, атайым ныҡ асыуланды. Мортазаға әйт, ҡыҙыу бесән әҙерләгәндә ызванйы таратып ятмаһын, ҡышын таратһын», – тип әрләне тигәс, рәхәтләнеп көлдө.
Халҡыбыҙҙың данлы йырсыһы менән ана шулай таныштым мин. «Башҡорт сәхнәһе һандуғасы»ның илһамлы осош осоро ине ул йылдар.
Өс тиҫтәгә яҡын ваҡыт үткәс, Башҡорт дәүләт филармонияһында бергә эшләү насип булды беҙгә. Ҡаты сирҙән һауығып, һалмаҡ ҡына баҫып, һәр эшен еренә еткереп үтәп, 60 йәшлек юбилейына әҙерләнеп йөрөгән ваҡытында әңгәмәләштек Вәхит менән. Уның ихтыяр көсөнә, холоҡ ҡәлғәһенең ныҡлығына, тәрән фекерләү һәләтенең етеҙлегенә, шаян, үткер һүҙле теленә һоҡланып тыңланым һөйләгәндәрен.
– Мин ҙурайып бөткәнсе имсәк имгәнемде хәтерләйем. Һәр көн иртән әсәйем фермаға быҙау ҡарарға китә. Төшкә таба имге килә башлай бит әй! Һарай башына менәм дә: «Әсәй, бәпәйең асыҡҡан, имеҙергә ҡайт!!!» – тип ҡысҡырам. Тауышым көслө булғандыр инде, бар көсөмә һөрәнләгәнмен буғай. Мине ишетептерме, йә ваҡыт еткәнгәлерме, әсәйем йүгереп ҡайтып мине имеҙеп тағы эшкә китә ине. Зөфәр ҡустым тыуғансы имдем. Әсәйем түшенә һыйыр имсәгенә һөртә торған вазелин буяп, өҫтөнә борос, тоҙ һибеп ҡаптырғас, был имей тәмһеҙләнгән икән тигән уй килде башыма, илай-илай саҡ ташланым имеүҙе, – тип хәтерләй бала сағын.
Өс йәштән үк йырлай башлай Вәхит. Көйҙө беренсе ишетеүҙән үк отоп ала, һуңынан һүҙҙәрҙең бик аңлашылмағандарын үҙенсә үҙгәртеп йырлай. Бейергә лә оҫта улына әсәһе бик килешеп торған милли кейем тегеп бирә, ә аяғына бәләкәй генә ҡара ситек алғас инде үҙен ысын бейеүсе итеп тойоп, килешле хәрәкәттәр яһап, тағы ла дәртләнеп бейей башлай. Алты балалы ишле ғаиләлә музыкаға иғтибар ҙур: уйнарға баян, скрипка бар, магнитола аша Фәриҙә Ҡудашева, Нәзифә Ҡадырова, Илфаҡ Смаҡовтың йырҙарын, һинд пластинкаларын тыңлайҙар. Атаһы Магнит ҡалаһына баҙарға ит һатырға барғас, бөтә ауыл халҡын аптыратып, фортепиано алып ҡайта балаларына. Ғаиләлә йырға булған һөйөү ата-әсәнән килә. Әсәһе Әҡлимә Вәлиәхмәт ҡыҙы ауылдаштарын моңло йырҙары менән һоҡландыра, ә атаһы Ғәлибай Мырҙабулат улы өйҙә генә йырларға ярата. Талантлы ғаиләлә алты улдары ла музыкаға һәләтле булып үҫәләр. Бигерәк тә моңло тауышлы Вәхитте йырсы булыр тип өмөтләнәләр. Бәләкәйҙән ауылдағы ауыр тормошто күреп үҫкән егеттең хыялы бөтөнләй икенсе. Йонсоп бесән сабыуҙарҙы, утын әҙерләгәс, юл төшмәйенсә, алып ҡайта алмай яфаланыуҙарҙы күреп үҫкәнгәме, тракторист булып ҡына ауыл тормошон еңеләйтеп була тип уйлай ул. Мәктәпте тамамлағас механизаторҙар әҙерләү курсына юлланырға торғанда әсәһе ҡаршы төшә:
– Атайың менән ғүмер буйы ҡара эштә тир түктек. Беҙҙең яҙмышты ҡабатлама, уҡып кеше бул. Ана ағайың эргәһенә Өфөгә әртислеккә уҡырға бар, – тип улына фатиха бирә.
Вәхит Өфө сәнғәт училищеһына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, вокал дәрестәре буйынса педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Джон Әхмәтович Мусин класында уҡый башлай. Училищела буласаҡ йырсының уникаль музыкаль хәтеренән тыш, абсолют ишетеү һәләте барлығы ла асыла. Ул бер көндә 1-2 әҫәрҙе еңел генә ятлай ала. Уҡыу йортон тамамлағансы репертуарында йөҙҙән ашыу төрлө жанрға ҡараған әҫәр йыйыла. Ә бөгөнгө көндә – ике мең ярымдан ашыу! Сит ил, бигерәк тә немец музыкаһын ҙур теләк менән өйрәнә һәм хәҙер ҙә немец музыка мәктәбенең Моцарт, Шуберт, Шуман, Малер, Лист, Рихард Штраус әҫәрҙәренә оло хөрмәт менән мөрәжәғәт итә, яратып башҡара.
Училищела уҡып йөрөгәндә армия сафтарына саҡырыла. Буласаҡ йырсыға махсус «Йыр һәм бейеү ансамбле»ндә хеҙмәт итергә тәҡдим яһайҙар, тик егет ризалашмай, ысын һалдат хеҙмәтен үтеү теләген белдерә һәм Дондағы Ростовта авиацияла хеҙмәт итә. Был яҡтарҙағы тәбиғәт, яҙын-көҙөн иҫкән һалҡын ел, дымлы һауа егеттең тауышына кире йоғонто яһай, ул тауышын юғалта. Армиянан һуң тура училищеға ҡайтып, вокал дәрестәрендә шөғөлләнә башлағас, бер мөғжизәле хәл була. Уҡыу программаһы буйынса Барокко дәүеренең музыкаһын өйрәнеү бара. Һәр дәрес һайын тауышы асыла барғанын тоя егет. Итальянса йырлағанда тауыш ярылары йомшара, һығылмалылығы арта барып бөтөнләй һауыға. Шунан башлап инде тормошона Монтеверди, Страделла, Перголези, Паизиелло, Джорджоне, Скарлатти мәңгегә инеп ҡала. Һәм, әлбиттә, бөйөк Михаил Глинка. Ә һуңыраҡ ижади тупланмаға башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре лә, туған халҡының йырҙары ла индерелә, уларҙы интерпретациялауҙа әсәһе яғынан Әхмәҙулла олатаһының йырлау алымдарын ҡуллана.
Уҡыған йылдарында уҡ ул төрлө республика йыр бәйгеләрендә ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Иң етди һәм ҙур имтихан – «Ағиҙел-90» Бөтә Рәсәй халыҡ-ара конкурсы. Унда ул диплом һәм «еңеүгә ынтылыш өсөн» номинацияһында махсус бүләк ала.
– Хәтерҙә ныҡ ҡалғаны Стамбул ҡалаһында үткән халыҡ-ара «Тюрквизион» конкурсы булды. Сығыш яһарға ярты сәғәтләп ваҡыт ҡалғас, оркестрҙа минең партитураның юҡлығын әйттеләр. Алдан тапшырһам да, әллә юғалтҡандар, әллә конкуренттар урлаған. Уныһы минең өсөн ҡараңғы. Әл дә бер нисә күсермә эшләп алып килгәнмен, тиҙ генә шуны тапшырҙым музыканттарға. Бик тулҡынланып сыҡтым сәхнәгә. Башҡорт халыҡ йыры «Һандуғас»ты йырлап гран-при яуланым. Был йыр килтергән еңеүемдән һуң «башҡорт сәхнәһе һандуғасы» тип йөрөтә башланылар, ул исем мине ижадым буйына оҙата барҙы.
Тағы бер бәйге тураһында әйтеп үткем килә. Калининград ҡалаһында уҙған «Гәрәбә һандуғас» («Янтарный соловей») йыр бәйгеһендә «Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн» дипломына лайыҡ булдым. Конкурстың президенты Валерий Сейфуллович Алиев үҙенең махсус бүләген дә тапшырҙы. Мәскәүҙәге Ҙур театрҙың Бетховен залында еңеүселәр концертында ҡатнаштым. Шул концерт менән Смоленскийҙа, Санкт-Петербургта сығыш яһаныҡ. Минең тәҡдим буйынса ошо концертты Башҡорт дәүләт филармонияһында ла ойошторҙоҡ.
Баку ҡалаһында үткән Бюль-бюль исемендәге конкурста лауреат исеме менән бергә жюри рәйесе, СССР-ҙың халыҡ артисы Решид Бейбутов үҙенең махсус призы менән бүләкләне һәм Бакуҙа шәхсән концерт биреүгә рәсми рөхсәт барлығы тураһында иғлан итте. Был минең өсөн икеләтә еңеү ине, – тип хәтирәләре менән бүлеште.
Училищены тамамлағас Өфө сәнғәт институтында Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М.Ғ.Мортазина класында уҡыуын дауам итә.
– Миләүшә Ғәли ҡыҙы минең өсөн хөрмәт иткән, яратҡан педагог, бөйөк уҡытыусы һәм кеше. Ул мине үҙ аллы эшләргә өйрәтте, ә был йырсы өсөн иң мөһим һыҙат. Ул йылдарҙа дан-шөһрәт мине ярайһы ғына боҙоп өлгөргән ине инде. Уҡытыусымдың иҫ киткес намыҫлылығы, сафлығы, тура һүҙлелеге, талапсанлығы миңә ныҡлы инеп ултырған ғорурлыҡты, һауалыҡты алып ташларға ярҙам итте, мин-минлегемде урынына ултыртты. Институттан һуң – аспирантура. Мин уның беренсе һәм һуңғы ассистент-стажеры булдым, – тип һөйләй йырсы.
Институтта уҡып йөрөгәндә Өфө сәнғәт училищеһына эшкә урынлаша. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, күренекле педагог Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова Вәхиткә ҙур ышаныс белдереп, вокал бүлегенә уҡытыусы итеп эшкә ала.
Тәүге сығарылыш уҡыусылары хәҙер инде остаздары менән бер сәхнәләрҙә йырлай. Күптәре юғары ҡаҙаныштар яуланы: Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Искәндәр Ғәзизов, Рөстәм Шаһыбалов һәм популяр йәш йырсы Алмас Сирусин, танылған «Премьер» вокал төркөмө солистары Башҡортостандың, Татарстандың атҡаҙанған артистары Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Айгиз Ханов. Рус академия драма театрында ижад итеүсе Николай Рихтер Башҡортостандың халыҡ артисы тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Илүс Ғилманшин Ҡазанда Муса Йәлил исемендәге опера һәм балет театрының солисы. Вәхит Ғәлибай улы уҡыусылары менән сикһеҙ ғорурлана, һәр береһе менән тығыҙ бәйләнештә. Кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға, файҙалы кәңәштәрен әйтеп, ижадтарына баһа бирергә лә онотмай укытыусы.
– Минең йырсылар әҙерләү хеҙмәтемә быйыл 45 йыл булды. Педагог эшен һаман да дауам итәм. Йәш таланттар менән эшләү миңә илһам, дәрт бирә. Уҡытыу эшендә концертмейстрҙың дә роле бик ҙур. Сөнки ул музыкаль оҙатыу менән генә шөғөлләнмәй, ноталарҙы өйрәтә. Минең концертмейстрым булып бик күп йылдар тормош иптәшем Мария Хызырова эшләне. Ул күркәм сабырлыҡ менән студенттарға ярайһы ғына ҡатмарлы музыка теорияһын аңлатты, һәр нотаны дөрөҫ һәм теүәл башҡарыу алымдарына күндерҙе.
Мария менән 36 йыл йәшәнек. Тимерхан исемле ул үҫтерҙек, Артур исемле ейәнебеҙ бар. Улыма минең йыр һәләте бирелмәгән, шулай ҙа музыка мәктәбендә уҡыны. Һөнәре буйынса программист һәм инглиз, француз теле буйынса фәндәр магистры. ШОС БРИКС-та тәржемәсе булып эшләне.
Йырсының ҡырҡ йылдан ашыу ижад тормошо Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы менән бәйле. Башҡарыу һәләте юғары кимәлдә булған матур лирик тенор тауышлы йырсы бөтә жанрҙарға һәм стилдәргә ҡыйыу мөрәжәғәт итә. Вәхит башҡарыуында рус һәм сит ил авторҙарының классик әҫәрҙәре, эстрада музыкаһы һәм халыҡ йырҙары берҙәй һоҡланғыс яңғырай. Камера музыкаһын йырларға ярата. Башҡорт композиторҙарының ҡайһы бер әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусы булараҡ беләләр уны йыр һөйөүселәр. Ә «Урал», «Шаһибәрәк», «Ильяс» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын йыш ҡына acapella башҡарып, тамашасыларға уларҙың тәбиғи матурлығын асып бирә. Әңгәмәбеҙ барышында ул вокаль яҡтан өлгөрһә лә, сәхнәлә драматик башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуға психологик яҡтан әҙер түгеллеген таныны.
– «Буранбай», «Эскадрон», «Әрме» йырҙарын башҡарыу өсөн был йырҙарҙы тәрән кисерергә кәрәк, юғиһә үҙ репертуарыңа уйламай, еңелсә ҡарау буласаҡ тигән фекерҙәмен.
Вәхит Хызыровтың йыр сәнғәте менән Рәсәйҙең күп кенә ҡалалары тамашасылары таныш. Европаның 145 ҡалаһында йырларға тура килә. Вена, Амстердам, Германия ҡалалары – Франкфурт-на-Майне, Мюнхен, Зальцбург, Роттердам, Штудгард; Италияның ете ҡалаһында: Рим, Флоренция, Пиза, Риканати, Венеция ҡалаларында ихлас алҡышлайҙар уға, ә Ватиканда Папа Римский Иоанн Павел II үҙе ҡабул итә данлы йырсыны.
– Италияға ЮНЕСКО буйынса концерттар менән барғанда мин Ватиканда булдым. Святой Петр соборы ишеге алдында швейцар карабинерҙары һаҡта тора. Улар мине эскә үткәрмәгәс, һис уйлап тормай башҡортсалап: «Мин Әбйәлилдән, Таштимерҙән килдем», – тинем. Һаҡсы бер ни аңламай миңә шаҡ ҡатып ҡарап торҙо ла, икенсе ишеккә күрһәтте. Унда ла үтә алмағас, яңынан теге башҡортса аңламаған һаҡсы янына килдем. Ул миңә «артымдан үт» тигән ишара яһаны. Шулай итеп мин месса барған Изге Петр соборының ҙур залына барып индем. Унда миңә бәләкәй генә китап тотторҙолар, асып ҡараһам, ноталар яҙылған, тик улар беҙҙәге һымаҡ йомро түгел, ә дүрткел. Нотаны яҡшы беләм, тексы «Авэ Мария», ул бөтә телдә лә бер үк яҙыла. Залдағы католиктар йырлай башланы, мин дә ҡушылып йырлап ебәрҙем. Ҡапыл залдағы 15 мең кеше миңә табан әйләнде. Иҫ киткес матур йырлағанға ҡарайҙар тип уйлап, тағы ла көслөрәк тауыш менән йырлайым. Эргәмдәгеләр ҙә минең тауышҡа һоҡланамы икән тип күҙ сите менән генә уңға ҡараһам, минең янымда ғына папамобилдә ап-аҡ кейем кейгән ҙур, мөһәбәт кәүҙәле Папа Римский ултыра. Залдағы халыҡ уға ҡараған икән. Ул янындағы ярҙамсыһына ымланы, шунан ярҙамсыһы мине уң ҡулымдан тотоп бергә алып китте. Дүрт ҡара колонна аҫтында Иоанн Павел II янында тороп мессаны йырлап бөттөк. Улар менән бергә эш бүлмәһенә йүнәлдек. Ингәс, миңә ниндәйҙер ят телдә мөрәжәғәт итте, аптырауымды күреп, «Ҡытаймы?», – тип һораны. «Юҡ, мин башҡорт», – тигәс, татарсалап «Исәнмесез! О, Урал, Уфа!», – тине. Баҡтиһәң, ул донъяның 36 телендә һөйләшә икән.
2001 йылда Вәхит Ғәлибай улы Хызыров Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы тигән юғары исемгә лайыҡ була.
– Халыҡ артисы тигән исемде алыу тарихы ҡыҙыҡлы ғына булды. Егерме беренсе быуатҡа аяҡ баҫҡан осорҙа үҙемде Мәскәү сәхнәләрендә һынап ҡарау теләге менән баш ҡалаға юлландым. Башҡортостан Вәкиллегендә мине йылы ҡаршы алдылар, йәшәргә урын таптылар, тәүге концертымды ойошторорға ярҙам иттеләр. Бер йыл эсендә 7 концерт бирҙем. Репертуарымдағы М.И.Глинка, П.И.Чайковский, Н.А.Римский-Корсаков һәм башҡорт композиторҙары З.Ғ.Исмәғилев, Н.Г.Сабитов, С.А.Низаметдинов, Н.А.Даутов йырҙарын, итальян, немец композиторҙары әҫәрҙәрен үҙ телдәрендә йырланым. Һуңғы концертыма Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары В.В.Жириновский, академик Р.И.Ниғмәтуллин һәм скульптор В.М.Клыков килделәр. Концерттан һуң мине ихлас ҡотланылар, сығышыма юғары баһа бирҙеләр, ә Вячеслав Михайлович Иерусалимда өшкөрөлгән тәре бүләк итте.
Өфөгә ҡайтҡандың иртәгәһенә М.Ғ.Рәхимовҡа саҡырҙылар. Мортаза Ғөбәйҙуллович: «Йә, Мәскәүҙә йырлау нисек булды? Маладис! Оҡшатҡандар. Ә тәрене ҡайҙа иттең?», – тип һораны. «Мин мосолман бит, ҡәйнәмә бирҙем», – тип яуапланым. Байтаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Иртәгәһенә сәғәт туғыҙға Аҡ йортҡа килеп етергә ҡуштылар. Мортаза Ғөбәйҙулла улы миңә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән юғары исем тапшырҙы.
Вәхит Хызыров бай репертуары, һәр сығышының юғары мәҙәниәтле булыуы, мәғәнәлелеге, тәрәнлеге менән айырылып торған йырсы булараҡ танылды. Ҡабатланмаҫ талант эйәһе башҡа һәләттәргә лә эйә икән. Шиғырҙар яҙа, буласаҡ шиғырҙарын төшөндә күрә. Ярайһы ғына уңыштарға өлгәшкән сәсмә әҫәрҙәр ижад итә. Уның «Ауылда шулай» тигән исем аҫтында баҫылып сыҡҡан китаптарында ауыл тормошо, Әбйәлил халҡы, нәҫеле, һуғыш геройҙары, йәнлектәр, ҡоштар һүрәтләнә. Ике китабы ла Халыҡ-ара «Урыҫ йәне» («Русская душа») конкурсы лауреаты булды.
Өфөлә үткән Аксаков көндәренең береһендә яҙыусылар Валерий Ганичев, Валентин Распутин менән осраша. Ҡулъяҙмаларын күрһәтә һәм Валерий Распутиндың «Һин яҙырға тейешһең», – тигән өгөт-нәсихәтен ала. Әҙәбиәтселәрҙең «Василий Шукшин» исемендәге Бөтә Рәсәй бәйгеһендә хикәйәләр йыйынтығы төп бүләк – «Империя мәҙәниәте» тигән алтын миҙал яулай.
Бөгөнгө көндә танылған йырсы дингә яҡынайҙы, иртәнге сәғәт дүрттән тороп сүрәләр уҡый, доғаларын ата-әсәһенә, туғандарына, әрүәхтарға бағышлай. Аллаһы Тәғәләнән тиҙерәк һуғыш бөтөп, тыныслыҡ урынлашыуын, белеп-белмәй ҡылған гонаһтары, яңлышлыҡтары, хаталары өсөн ғәфү итеүен, ҡиәмәт көнөндә ярлыҡауын һорай.
Халҡыбыҙҙың яратҡан йырсыһы, һоҡланғыс таланты менән башҡорт йыр сәнғәтенә тоғро хеҙмәт иткән Вәхит Ғәлибай улы Хызыровтың кешеләргә ихлас һөйөү, намыҫ менән һуғарылған изге иман юлындағы ихлас доғалары ҡабул булһын.
Әлфиә ҒИМАҘИЕВА.
"Тамаша" журналы, №5-2025 й.