– Интервьюға рәхим итегеҙ, Руслан!
Һәм беренсе һорау. Ниндәй юлдар Һеҙҙе театрға алып килде? Йырларға яратҡанығыҙҙы беләбеҙ. Күңелегеҙгә музыка донъяһы яҡыныраҡ түгелме ни?
– Яҙмыштыр был. Театрҙа эшләрмен, тип һис кенә лә уйламағайным. Бала саҡтан йырларға яраттым. Кумирҙарым – һәр кемгә киң билдәле йырсылар – Салауат Фәтхетдинов һәм Айҙар Ғәлимовтарҙың таланты менән илһамланып, йырсы булам, тип хыялланып үҫтем. Әммә мәктәпте тамамлап, уҡыу йортон һайлау ваҡыты еткәс, сәнғәт хаҡындағы хыялдар йәшерен һандыҡҡа ҡаса яҙҙы. Таныштарҙың, дуҫтарҙың, ярҙам итергә әҙер тороусыларҙың аҡыллы кәңәштәрен иҫәптә тотоп, буласаҡ һөнәремде Ырымбур медицина университетында алырға уйланым һәм шуға дәүләт имтиханы тапшырыу өсөн дә биология фәнен һайланым. Бәхеткә, Түбәнге Кама ҡалаһының Сәлих Сәйҙәшев исемендәге музыка училищеһында директор булып эшләүсе ағайым минең һәләттәремә иғтибарлыраҡ булып, дөрөҫ юл һайларға ярҙам итте – мин музыка училищеһының йыр бүлегенә уҡырға индем. Ағаһы булғас, танышлыҡ буйынса кергән инде, тип төрттөрөүселәр булды. Юҡ! Барлыҡ башҡа абитуриенттар кеүек үк имтихандар тапшырып керҙем. Уҡыған ваҡытта параллель рәүештә эшләп йөрөнөм. Училищела уҡыуҙы тамамлағас, Татарстанға – Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетына юлландым, унда 5 йыл уҡыным. Татар мәркәзендә мөмкинлектәр ҙур ине, әлбиттә. Филармония, театрҙар... Тик университетта дәүләт имтихандары тапшырған осорҙа – ә был июнь-июль айҙары, күпселек мәҙәни ойошмалар йәйге ялдарҙа булып, эшләмәй ине. Шулай ҙа, филармонияла, Айҙар Фәйзрахманов етәкселек иткән фольклор музыкаһы дәүләт ансамблендә тыңлауҙар үттем. Камал театрына барҙым. Кергән бер ерҙә, көҙгә кил, тип саҡырып ҡалдылар. Әммә ваҡыт бара, йәйен дә ҡайҙалыр йәшәргә, нимә булһа ла эшләргә кәрәк. Әсәй менән һөйләшеп-кәңәшләштем дә, Өфөгә ҡайтырға булдым. Дуҫтар быға бик ҡаршы төштө, туған телдә ижад итеүгә мөмкинлектәр Ҡазанда күберәк була, тинеләр. Ни булһа шул булыр тип, ҡайттым. Тыуған яҡ, әсәйем, ағайҙар, туғандар тартҡандыр. Биш йыл буйы йыйылған әйберҙәрҙе тейәп, автобус багажнигына ҡапсыҡтарымды һалып – хатта телевизорым да бар ине, Өфөгә ҡайтып төштөм. Филармонияға килдек, тыңлауҙар тураһында килештек, ә директор башҡортса ла йырларға кәрәк булыуын әйтмәһенме! Ә мин татарса ғына йырлайым. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбленә урынлашырға тәҡдим булды. Тик унда хор менән йырларға күңел тартманы. Шунда «Нур» театры тураһында ишеттем. Театрҙың директоры ул саҡта Урал Рәхмәтулла улы Ғирфәтуллин ине. Шул уҡ көндө күрешеп тә өлгөрҙөк, үҙем тураһында һөйләнем. «Белемең ниндәй?» – ти Урал Рәхмәтуллович. Йырға уҡығанымды әйтәм. «Старик (үҙ итеп өндәшеүе ине шулай), театр белеме кәрәк шул, – ти ул. – Әйҙә, беҙ ҙә һиңә тыңлауҙар эшләйбеҙ. Шул көндө кил. Худсовет ни тиер». Бер нисә көндән Азат Арсланов исемле йәш егет менән икәүләп худсоветҡа килдек. Икебеҙҙе бер юлы тыңланылар-һынанылар. Азатты тулы ставкаға, мине белемем тура килмәгәнгә һынау срогы менән эшкә алдылар. Шулай, 2009 йылдан әкренләп эшләй башланым. Башта күмәк ролдәрҙә ҡатнаштым, шунан инде ролдәрем күбәйҙе.
– Театр артисы өсөн йырлай белеү мөһимме?
– Һис шикһеҙ. Беҙҙең театр өсөн бигерәк тә. Сөнки театрыбыҙҙы күптәр музыкаль театр тип белә һәм шуның өсөн ярата ла.
– Ниндәй ролдәр яҡыныраҡ һиңә? Багажыңда комик ролдәр күберәк түгелме? Әллә улар уңышлыраҡ сыҡҡанғамы?
– Яратҡан ролдәр күп, әйтеп тә булмай ҡайһыһы нығыраҡ оҡшағанын. Ысынлап та, комедиялы ролдәрем күберәк, әммә комедияны уйнауы һис тә еңел түгел. Ябай жанр түгел ул. Үҙ нюанстары бар. Артиста ниндәйҙер эске ирония, көслө органика булыу кәрәк. Һәм инде партнерҙарыңдың көслө булыуы. Әйтәйек, Эсфир Йәһүҙиндың «Ҡойоп ҡуйған фәрештә»һендә бер нисә генә артист уйнай һәм улар бер-берһен бер ҡараштан аңлай. Бер-беребеҙгә ныҡ ярҙамлашабыҙ. Оҙаҡ йылдар уйнала был спектакль.
– Руслан, үҙеңдән йәшерәк егеттәрҙе уйнау рәхәтерәкме, әллә өлкәндәр образына инеүме? Әйтәйек, «Йәшлегең ишек шаҡыһа» спектаклендәге Морат ул йәш егеттер бит? Һеҙгә нисә йәш?
– Миңә 43 йәш. Ә образыма 30 йәштәр тирәһе. Әлбиттә, 3 бала атаһы өсөн сәхнәлә һикергеләп йөрөү сәйер тойола. Тик был һинең һөнәрең икән, теләсә ниндәй йәш кәртәләренә лә инә белергә тейешһең. Әйткәндәй, өлкәнерәктәрҙе уйнау еңелерәк.
– Зөлфәт Хәкимдең «Тыҡрыҡта булды был хәл» спектаклендә Һеҙ Фәһим ролен кәүҙәләндерәһеҙ. Был – тамашасыларҙың яратҡан спектаклдәренең береһе. Уңышы ниҙә?
– Халыҡсан спектакль булыуындалыр. Бында көнкүреш хәлдәре. Барыһы ла ауылса, ябай.
Ғөмүмән, образды булдырғанда, күп күҙәтергә тура килә, һайланаһың, кешеләрҙең холоҡтарын, үҙ-үҙен тотоштарын өйрәнәһең. Теләсә ниндәй спектаклдә ҙә роль тиҙ һәм еңел генә тыумай. Режиссер һиңә бурыс ҡуя, һин ролде бала кеүек һаҡлап-тәрбиәләп үҫтерәһең, мәғлүмәт һеңдерәһең.
– Нәжип Асанбаевтың «Киң урамдар тар ине» спектаклендәге Миңнеәхмәт, Илгиз Зәйниевтең «Хыял йорто»ндағы Иҙрис кеүек үҙенсәлекле образдар хәтергә ныҡ уйылып ҡала. Булдырған характер штамптары тормошта, йәки башҡа спектаклдәргә эйәреп кереп яфаламаймы?
– Штамптар, әлбиттә, була. Ҡайһы ваҡыт өйҙә геройҙарҙың репликалары һөйләшеүгә килеп инә. Ҡатын: «Нимә, театрҙы һағындыңмы?» тип һорай минән. Артистарға йөкләмә ҙур. Бер спектаклдән тиҙ генә икенсеһенә күсергә тейеш булаһың. Ҡайһы ваҡыт көн һайын спектаклдәрҙә уйнарға тура килә. Бер көндө – комедия, икенсе көндө драма уйнайһың. Улар барыһы ла күңел аша уҙа. Был осраҡта ролеңде йөрәктән ебәрергә өйрәнергә кәрәк.
– Балалар өсөн спектаклдәрҙә уйнағанығыҙ бармы? Ауырмы?
– Театрыбыҙҙа әкиәттәр күп уйнала. Балалар өсөн уйнауы ауырыраҡ, сөнки бәләкәй тамашасыбыҙ ныҡ һиҙгер. Балаларҙың иғтибарын тотоу ауыр. Ныҡ ҙур хеҙмәт талап итә. Балаларҙың тамаша ваҡытында иғтибары ситкә китһә, уйнап булмай. Ашайҙар, һөйләшәләр, телефонда ултыралар. Бер сәғәт эсендә ҙур спектакль уйнаған кеүек энергияң сыға.
– Тормошта Һеҙ ниндәй? Ҡайһы бер образдарҙы булдырғанда, үҙегеҙҙе һындырырға тура киләме?
– Әлбиттә, ролде сығарғанда үҙеңә яҡын сифаттарын да эҙләйһең. Бөтөнләй үҙеңә оҡшамаған ролдәр ҙә була. Төрлө образдар кәрәк. Ҡаршылыҡтар булмаһа, үҫеп булмай.
– Дублдәге артисыңдың эшен ҡарау ҡамасауламаймы? Әйтәйек, «Кредитҡа алынған ҡатын»да һеҙ Рушат Мөҙәрисов менән дублдә Искәндәрҙе уйнайһығыҙ. Икегеҙҙең эше лә режиссер талабына тура киләме? Сәхнә уйынығыҙҙа оҡшашлыҡтар, бер-берегеҙҙең ижади табыштарын файҙаланыуҙар бармы?
– Була инде. Рушаттың үҙ табыштары, минең – үҙемдеке. Һәр актерҙың үҙ органикаһы. Мин Рушат кеүек була алмайым. Һәм был кәрәкмәй ҙә. Иң мөһиме – режиссер ҡуйған бурысты үтәргә.
– «Нур» театрында ир-ат артистар ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күпкә әҙерәк. Ни өсөн егеттәр театрға килеп бармай икән?
– Әлбиттә, ир-аттар етмәй. Был һөнәргә егеттәр уҡып та бармай, һуңғы махсус курста бер егет уҡыны, ул да театрға килеп етмәне. Әлеге ваҡытта ике спектаклгә репетициялар бара. Икеһендә лә егеттәр кәрәк. Әммә ниндәй шарттарға ла яраҡлашаһың. Иң мөһиме, илдәребеҙ тыныс булып, хеҙмәттәге ир-егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһын.
– «И вновь о любви» проекты тураһында һөйләгеҙ әле! Һеҙ уның актив ҡатнашыусыһы. Проекттың уңышы ниҙә, тип уйлайһығыҙ? Бик күп тамашасыһы булды, ни өсөн ул популярлығын юғалтмай?
– Балаларға эйәреп, проект гел үҙгәрә, тулыландырылып тора. Фатирник форматында булыуы менән бик йәнле ул, йәштәрҙең фекерен тыңлап, уларға яҡын темалар һайлана.
– Театрҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында нимә әйтерһеҙ? Хыялығыҙ ниндәй?
– Театрыбыҙ ҡаҙан кеүек ҡайнап тора. Уның тере тормошо туранан-тура бөгөнгө етәксебеҙ, директор Фирҙәт Фәрит улының әүҙем эшмәкәрлеге менән бәйле. Ул һәр саҡ хәрәкәттә, ҙур гастролдәр ойоштора, фестивалдәр белешә. Мәскәү, Ҡазан, Грозный, Махачкала – ҡайҙа ғына ижадыбыҙ менән таныштырмайбыҙ! Һуңғы йылдарҙа күп актерҙар маҡтаулы исемдәр алды. Хеҙмәтте таныу актерҙар өсөн бик кәрәк.
Театрыбыҙға тағы ла күберәк матур, мәғәнәле спектаклдәр теләйем. Матур әҫәрҙәр яҙылһын. Спектаклдәребеҙгә тамашасы зал тултырып йөрөһөн. Театрыбыҙҙың киләсәге яҡты, данлы булһын!
Айгөл ЮЛЪЯҠШИНА
"Тамаша" журналы, №5-2025 й.