+25 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Сентября 2025, 07:04

«ТАУҘАР ИЛЕНДӘГЕ САЛ БӨРКӨТТӘР ИШЕТӘМЕ ИКӘН ЙЫРЫМДЫ?..»

Йәйҙең хозур бер көнөндә Өфө – Белорет трассаһының борма-борма тау юлдарын артылып, иң текә еренә яҡынлашҡас, моңло йыр ишетелде. Иғтибарлап ҡараһам, юл ситендә торған машинаһы янына баҫып, алыҫтарға ҡарап бер егет йырлай.

«ТАУҘАР ИЛЕНДӘГЕ САЛ БӨРКӨТТӘР ИШЕТӘМЕ ИКӘН ЙЫРЫМДЫ?..»«ТАУҘАР ИЛЕНДӘГЕ САЛ БӨРКӨТТӘР ИШЕТӘМЕ ИКӘН ЙЫРЫМДЫ?..»
«ТАУҘАР ИЛЕНДӘГЕ САЛ БӨРКӨТТӘР ИШЕТӘМЕ ИКӘН ЙЫРЫМДЫ?..»

Етер-етмәҫ туҡтап, уның янына табан атланым. Тын алырға ла баҙнат итмәй тыңланым йырсыны. Әлбиттә, шунда уҡ таныным мин уны. Күҙ күреме ерҙәргә һуҙылған күкһел тауҙарға, улар итәгендә аҡҡан йәмле Инйәр буйҙарына ҡарашын төбәп, хисләнеп Искәндәр Ғәзизов йырлай ине. Юлдаштарым менән ихлас алҡышланыҡ уға. Ә Искәндәр, һәр ваҡыттағыса йылмайып, ҡолас йәйеп ҡосаҡлап алды, осрашыуға сикһеҙ шатланды.

– Бына Йөйәгемә ҡайтып барам. Ошо ерҙәрҙе үткәндә туҡтап, тыуған яғымдың мәғрүр тауҙарын, урмандарын, һыуҙарын сәләмләп китмәһәм, күңелем булмай. Апай, ҡарағыҙ әле, ниндәй мөғжизәле ерҙәрҙә тыуғанмын бит әй! Ә акустика ниндәй, микрофоның да кәрәкмәй, – тине.

Күңелдәрҙе елкендереп, төрлө хистәр уятҡан йыры өсөн рәхмәттәр әйтеп, юлдарыбыҙҙы дауам иттек. Сәфәрем буйы тауҙар юлында ишеткән йыр оҙата барҙы мине. Искәндәрҙең ижады, тормошо тураһында яҙып, уҡыусыларға еткереү теләге менән илһамланып ҡайттым.

Искәндәр Хәниф улы Ғәзизов Белорет районының Йөйәк ауылында тыуып үҫкән.

– Ярҙарына эре таштар һибелгән саф һыулы Инйәр йылғаһы тыуған ауылым уртаһынан аға. Ана шул тау-таш араһында үҫкән тау егете мин. Йөйәк – тимер юл станцияһы. Атайым ғүмере буйы шунда эшләне. Минең дә бала саҡ хыялы атайым кеүек машинист булыу ине. Һуңыраҡ хыялдарым үҙгәрҙе: тәүҙәрәк нефтсе, һуңыраҡ табиб булам тип йөрөнөм. Үҫә төшкәс, тыуған ауылымды уратып алған тауҙарға ҡарап йырларға ярата инем. Шулай бер көндө мин йырлағанда ҡайҙандыр килеп сығып, һауала осҡан бөркөттәргә иғтибар иттем. Ишетәме икән улар минең йырымды тигән уй башымдан сыҡманы. Иғтибарлап ҡарағас, аптырап киттем, зәңгәр күк йөҙөн байҡап осҡан ҡоштар минең йыр ритмына ҡанаттарын ҡаға кеүек тойолдо! Тимәк, ишетә улар минең йырҙы, бөтә тереклек ишетә: урмандар, ҡаялар, тауҙар илен төйәк иткән сал бөркөттәр! Ошо асышым мине ҡанатландырҙы! Мотлаҡ йырсы булам, тыуған еремдең гүзәл тәбиғәтен, илемде, халҡымды данлап йырлап йәшәйәсәкмен, тигән ныҡлы ҡарарға килдем, – тип һөйләй ул хистәргә бирелеп.

Йырға булған һөйөүе уның ата-әсәһенән килә: атаһы Хәниф Әфләх улы оҫта гармунсы, көслө тауышлы йырсы була.

– Ваҡытында уҡыһа, моғайын, опера йырсыһы булыр ине атайым. Әсәйем Хәмдиә Хөснөтдин ҡыҙы башланғыс класс балаларын уҡытты, оҫта итеп мандолинала уйнай, матур йырлай ине. Уларҙың ауылса, ябай ғына итеп парлашып йырлағандары әле лә күҙ алдымда.

Атайымдан күреп башта гармунда уйнарға өйрәндем, һуңынан баянда, тальянда уйнай башланым, ауылда, районда үткән концерттарҙан бер ҙә ситтә ҡалмай инем. Атай-әсәйем минең сәхнәгә булған ынтылышыма ҡаршы төшмәнеләр, киреһенсә, хуплап, дәртләндереп торҙолар. Сермәндә үткән Заһир Исмәғилев исемендәге йыр бәйгеһендә Гран-при яулағас, шатлыҡтарының сиге булманы. 2005 йылда мәктәпте тамамлау менән баш ҡалаға юлландым. Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға индем. Уҡытыусым, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Ғәлибай улы Хызыров йырсы һөнәре серҙәренә өйрәтте. Һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында педагог Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова класында уҡып сыҡтым. Йыр сәнғәтенә юл асҡан тәүге уҡытыусыларыма, остаздарыма сикһеҙ рәхмәтлемен, – тип хәтирәләр менән бүлешә йырсы.

Студент йылдарында Римма Рушан ҡыҙы Садиҡова ойошторған «Өфө егеттәре» төркөмөндә солист булып эшләй, гастролдәрҙә, төрлө кимәлдәге мәҙәни сараларҙа, хөкүмәт концерттарында, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Ҡазанда үткән Илһам Шакиров исемендәге конкурста Гран-при яулай. Шул йылдарҙа уҡ халыҡ йырҙарын, эстрада көйҙәрен оҫта башҡарыусы, талантлы, өмөтлө йырсы булараҡ таныла. Республикала үткән «Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары» йыр бәйгеләрендә, «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры», «Юлдаш йыры» кеүек мәртәбәле теле-радиоконкурстарҙа лауреат була. Бигерәк тә ул ваҡытта бөтә республиканы гөрләткән «Гәлсәр һандуғас» телепроектында тамашасылар күңелен әсир итә. Уның Фәриҙә Ғаззалова менән башҡарған «Парлы шыршылар» (Нур Әхмәҙиев, Сания Әхмәтова) лирик йыры йырсының үҙенсәлекле «визит карточкаһы»на әүерелә.

Сәнғәт академияһын уңышлы тамамлап, 2010 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ҡыҙыҡ һәм Мәҙәк» эстрада миниатюралары театрында хеҙмәт юлын башлай. Башҡортостандың халыҡ артисы Вәлит Илембәтов етәкләгән коллектив башҡорт эстрадаһында сатира һәм юмор йүнәлешендә көлкөлө бай программалар сәхнәләштерә, ҡыҙыҡлы проекттар сығара. Йәш белгес танылған коллективта тиҙ арала үҙ урынын таба: йырлай, төрлө миниатюраларҙа актерлыҡ һәләтен дә күрһәтеп өлгөрә. Артабан биш йыл һуҙымында «Далан» эстрада төркөмөндә эшләй. Ырымбур, Силәбе, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Пермь крайында, Татарстанда һәм башҡа Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәрҙә йөрөй. Уның һирәк осраған, сағыулығы һәм йәнлелеге менән айырылып торған йомшаҡ тембрлы тәрән бәрхәт лирик тенор тауышы тиҙ арала тыңлаусыларҙың иғтибарын йәлеп итә, йәш йырсыны һәр ерҙә яратып ҡаршы алалар. Ә инде башҡорт эстрадаһы легендалары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Роза Аҡкучукова, Редик Фәсхетдинов, Хәлит Фәтихов, Азат Айытҡолов һәм башҡалар менән яҡындан танышып, бер сәхнәләрҙә эшләү уның өсөн ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ мәктәбе була.

Танылған композиторҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Альфред Яҡшымбәтов, Мөҙәрис Ғизетдинов, Зифа Нагаева, Реваль Хисмәтуллин, Юлай Үҙәнбаев, Наил Шәймәрҙәнов, Родион Мортазин, Айҙар һәм Алмас Юнысовтар яҙған йырҙар Искәндәр башҡарыуында ысын халыҡ һөйөүен яуланы. Тамашасы хөкөмөнә сығарған һәр йыры яратып ҡабул ителә, оҙон ғүмерле була. Репертуарында 100-ҙән ашыу йыр бар. Шулар араһынан «Ҡарағай урманында» (Лариса Абдуллина, Ильяс Аллаяров), «Онотма» (Гөлнара Рәшитова, Риф Арыҫлан), «Ярай һин бар янымда» (Радик Хәкимйәнов, Альфред Яҡшымбәтов), «Мин бәхетле» (Айбулат Ҡотошов, Азат Исҡужин), «Үс алдың», «Юҡ тимә» (Гүзәлиә), «Умырзая», «Доға» (Кәүсәриә Шафиҡова, Наил Шәймәрҙәнов) алтын хиттарға әйләнде.

2021 йылда ижадында яуаплы осор башланып китә – филармония етәкселеге уға яңы эстрада төркөмөн етәкләүҙе ышанып тапшыра. Дәртләнеп, ең һыҙғанып эш башлай, тиҙ арала урындағы етәкселәр менән бәйләнешкә инеп, гастроль теҙмәләрен төҙөй, концерттар ойоштора. Искәндәр Ғәзизов уңышлы етәкселек иткән төркөм Башҡортостан ҡалаларында, райондарында һәм Рәсәйҙең яҡын-тирәләге төбәктәрендә, Себер тарафтарында йыш булған һәм башҡорт сәнғәтен әүҙем пропагандалаған төркөмдәрҙең береһе. Был хаҡта Рәсәй өлкәләре муниципаль райондарынан һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәк йәмәғәт ойошмаларынан килгән күп һанлы рәхмәт хаттары һөйләй.

Заман талаптарынан ҡалышмай, ижадының уңышлы һәм емешле миҙгелдәренә йомғаҡ яһап, артист репертуарының иң танылған йырҙары ингән биш соло аудиоальбом сығарҙы. 15 композициянан торған һуңғы альбомы «Онотма» исеме аҫтында донъя күрҙе. Йырсыны туғандаш Татарстан эстрадаһы йондоҙҙары менән дә ярайһы ғына уңышлы ижад ептәре бәйләй. Төрлө йылдарҙа Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи, Хәмдүнә Тимерғәлиева, Зөһрә Сәхәбиева, Зөфәр һәм Зәйнәб Фәрхетдиновтар менән бергә үткән концерттарҙан яҡты хәтирәләр, онотолмаҫ иҫтәлектәр һаҡлай.

Башҡортостан «Юлдаш» телевидениеһы, «Ҡурай», «Туған тел», «Тамыр» телеканалдары менән тығыҙ бәйләнеш тота, төрлө программаларҙа йыш ҡатнаша. «Рәсәй-Башҡортостан» каналында, «Юлдаш» һәм «Ашҡаҙар» радио тулҡындарында даими рәүештә сығыштары яңғырай. Биш йыл элек Искәндәргә «Юлдаш» радиоһының халыҡ артисы тигән исем бирелде.

Уның башҡорт йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәҙәниәт министрлығы почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары, «Хәрби туғанлыҡ» Бөтә Рәсәй ветерандар ойошмаһының рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2019 йылда башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен, телен һәм рухиәтен һаҡлау һәм үҫтереүҙә әүҙем, емешле, күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма Комитетының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнә. 2022 йылда юғары профессиональ ҡаҙаныштары өсөн Искәндәр Ғәзизов «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Искәндәр ысын ижад кешеһе булараҡ һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Айгөл Һағынбаева, Фәриҙә Ғаззалова, Айгөл Әсәҙуллина менән хисле дуэттары күп концерт программаларын биҙәй. Бер-береһен тулыландырған, тауыштары үрелеп барған, сәхнәлә килешле образдар тыуҙырған был дуэттар күптән инде тамашасыларҙың яратҡан парлы йырсылары булып танылды.

Һәр йыл һайын шаулап-гөрләп килгән яҙ күңелдәрҙе дәртләндергән, ашҡындырған мәлдә ул яратҡан тамашасыһына йыр-бүләген «тапшырмай» ҡалмай. Филармонияла, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында, Белорет районында сағыу һәм үҙенсәлекле шәхсән концерт программаларын үткәрҙе. Шулар араһында «Юлға сығам йыр менән», «Офоҡтарға илтә йырҙарым...», «Йырҙарым – минең уйҙарым», «Искәндәр Ғәзизов дуҫтарын йыя», «Йәшәү йәмем йырҙарҙа», «Онотма», «Йырҙарымда – тормошом» һәм башҡалар. «Яҙҙар менән килгән һөйөүем һин» тип аталған ун бишенсе шәхсән концерты аншлаг менән үтте, тамашасылары йырсының һәр сығышын дәррәү алҡыштарға, сәскә гөлләмәләренә күмде.

– Искәндәрҙең ижады, репертуары бик бай. Уның йырҙарының тик уға ғына хас төҫө бар. Амплуаһына тура килгән, килешкән, тамашасыға оҡшар йырҙарҙы һайлай белә. Был да үҙенә күрә талант. Искәндәр бер нисә быуын йыр һөйөүселәренең алыштырғыһыҙ кумиры. Һәр концертына зал тултырып килгән тамашасылары менән шундай ихлас итеп аралаша, иң кәрәкле, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрен йәлләмәй. Йырҙарының һәр һүҙен, көйөн дөрөҫ интонация менән хисле итеп еткерә белә. Эшһөйәрлеге, изгелекле, игелекле, ярҙамсыл булғаны өсөн уны коллективта яраталар, хөрмәт итәләр, – тип һөйләй Филармонияның баш режиссеры, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова.

Йырсының тағы бер сифаты – тыуған яғына булған һөйөүе, мөкиббән бирелгәнлеге тураһында яҙмай мөмкин түгел. Ул тамырҙары үрелеп, һут алып үҫкән, яратҡан Белорет районының тоғро улы. Тыуған төйәгенә яйы сыҡҡан һайын ҡайтырға тырыша, атай нигеҙен ҡәҙерләп, изге урын итеп һаҡлай, ҡарап, тәрбиәләп, төҙөкләндереп тора. Тығыҙ гастролдәр араһында юл төшөү менән ауылына – Йөйәгенә ашыға.

– Атай ихатаһындағы ике йортта бер ваҡытта ла ут һүнмәй, бер туған ағайым Илшат ҡатыны Ләйсән менән гөрләтеп донъя көтәләр. Ғаиләм менән ҡайтып төшөргә йортобоҙ бар. Тыуып үҫкән усағыбыҙҙы һүндермәй йәшәргә ине, Алла бирһә. Тыуған яҡтарымдан илһам, көс, дәрт алып киләм мин. Йыш ҡына «Ассы» санаторийына саҡыралар. Унда бөтә республиканан килеп ял итеүселәр менән яҡындан аралашыу минуттарын һағынып көтөп алам. Ғөмүмән, артист тормошо ана шул ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, онотолмаҫ иҫтәлектәр, хәтирәләр менән тулы. Ваҡиғаларға бай, сағыу тормошта йәшәүем менән бәхетле мин, – тип һөйләй йырсы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыбашҡарма комитетының Башҡорт ырыуҙары хәрәкәтендә Искәндәр ырыуҙаштары – Ҡатай ырыуы вәкилдәре менән бик әүҙем эшләй. Һәр йыл һайын үткән традицион ырыу йыйындарына ул көтөп алынған ҡунаҡ булып ҡына ҡайтмай, ә яҡындан тороп ойоштороу эштәрендә ҡатнашып, ҡулынан килгән ярҙамын күрһәтә. Шуға күрә лә ырыуҙаштары уға «Ҡатайстандың халыҡ йырсыһы» тигән мәртәбәле исем бирҙеләр.

– Районыбыҙ Арыҫлан Мөбәрәков, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Исмәғилев, Ғәли Хәмзин, Роза Аҡкучукова, Риф Ғәбитов, Рәмил Ғәйзуллин кеүек данлы шәхестәр үҫтергән. Арҙаҡлы яҡташтарым, ырыуҙаштарым менән сикһеҙ ғорурланам, – ти ул. Күренекле яҡташтары исемлегендә хәҙер инде хаҡлы рәүештә уның исеме лә бар. Таланты, тырыш, фиҙаҡәр хеҙмәте, тынғыһыҙ ижады менән республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхесе дәрәжәһенә күтәрелде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизов.

Быйыл уның тормошонда бик ҡыуаныслы, бәхетле ваҡиға булды – күптән көткән улы донъяға килде.

–Улым тыуғас пар ҡанаттар үҫкән кеүек тойҙом үҙемде. Тыуған ауылымдың тауҙарын иңләп осҡан бөркөттәр кеүек күктәргә күтәреләһем, осаһым килде. Туғандарымдан, сәхнәләш дуҫтарымдан, таныштарҙан, тамашасыларымдан шундай йылы, ихлас ҡотлауҙар көнө-төнө туҡтаманы. Ул көндәрҙә мине бөтә республика ҡотлай кеүек ине хатта. Минең сикһеҙ шатлығымды уртаҡлашҡан, шундай матур һүҙҙәр яҙған, ишеттергән дуҫтарыма, тамашасыларыма ҙур рәхмәтлемен. Улым көндән-көн ҙурая, Аллаға шөкөр. Үҙем бишек йырын йырлап йоҡлатам улымды, уяныу менән ҡулдарыма алып, рәхәтләнеп һөйләшәм. Гастролдәрҙән өйөмә ашҡынып ҡайтам, сөнки яратҡан тормош иптәшем Элина, иркәләп, наҙлап үҫтергән ҡыҙым Эльвина, нәҫелемде, минең юлымды дауам итәсәк улым Эльмир көтөп тора. Бәхетемдең, шатлығымдың сиге юҡ. Ғаиләм – ҡәлғәм. Минең тынғыһыҙ артист тормошомдо аңлаған, йырҙарыма, үҙемә ғашиҡ кәләшем – кәңәшсем, ныҡлы терәгем, балаларымдың яратҡан, хәстәрлекле әсәһе. Шуға ла бар булмышым менән эшкә, сәхнәгә бирелгәнмен. Башҡортостаныма, халҡыма кинәнеп хеҙмәт итәм, янып, ярһып йәшәйем. Сәнғәткә, йырға, сәхнәгә, тормошҡа иҫ китмәле ғашиҡмын мин. Киләсәктә лә һайлаған һөнәремә тоғро булып, йырлап йәшәргә яҙһын, – тип ҡыуанысын йәшермәй йырсы.

...Йәмле йәйҙең илаһи бер иртәһендә тыуған яҡтарының хозур тәбиғәтенә һоҡланып, күкһел тауҙарҙы яңғыратып йырлаған Искәндәр тылсымлы тауышы, һоҡланғыс таланты, ихласлығы менән тамашасы күңелен яуланы. «Тыуған еремдең гүзәл тәбиғәтен, илемде, милләтемде данлап, йырлап йәшәйәсәкмен» тигән изге маҡсатын тормошҡа ашырып, ҡолас ташлап ижад итә, яңынан-яңы йырҙары, асыштары менән ҡыуандыра.

Август айында халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы Искәндәр Ғәзизов тыуған көнөн билдәләй. Яратҡан йырсыбыҙҙы ихлас күңелдән ғүмер байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, тыңлаусыларҙы һоҡландырырлыҡ хисле йырҙар, тағы ла бейегерәк ижад үрҙәре теләйбеҙ!

Әлфиә Ғимаҙиева

"Тамаша" журналы, №4-2025 й.

Автор:
Читайте нас