+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Сентября 2025, 09:47

"Ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың"

Йырсы Гөлназ Асаеваға «Туған тел» телеканалының «Сер итеп кенә» тапшырыуында шундай һорау биргәндәр.

"Ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың""Ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың"
"Ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың"

- Дөрөҫөн генә әйт әле, ҡайһы атайыңды нығыраҡ яратаһың? – тигән уға тапшырыуҙы алып барыусы.

- Ундай һорауҙың булыуы мөмкин түгел, – тип ҡаршы төшкән Гөлназ Асаева. – Уларҙың береһе мине яҡты донъяға килтерҙе, шуның өсөн мин уға ҙур рәхмәтлемен. Икенсеһе мине үҙ ҡыҙыдай яҡын итеп ҡарап үҫтерҙе. Мин уларҙы бер нисек тә айыра алмайым. Улар икеһе лә минең өсөн ҡәҙерле, – тигән ул.

Аталарынан алған сифаттары тураһында Гөлназ: «Рөстәм атайым турыһын бәреп әйтә торған кеше түгел. Әкренләп, яйлап ҡына аңлата, конфликттарға кермәй. Ләкин бик ғәҙел. Унан шул сифатты алғанмындыр. Һәм тышҡы ҡиәфәтем менән дә мин – атайҙың копияһы. Фәдис атай – ысын ир кеше. Ул турыһын әйтә, борғоланып тормай. Мин дә шул яғым менән уға оҡшағанмын», – тип һөйләгән Гөлназ.

https://kiziltan.ru/articles/gail-uchagy/2025-08-30/kaysy-tie-ne-nygrak-yaratasy-4367245?utm_source=away.vk.com&utm_medium=referral&utm_campaign=away.vk.com&utm_referrer=away.vk.com

Фото: Гөлназ Асаеваның шәхси архивынан.

Автор:
Читайте нас