+15 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
20 Августа 2025, 05:51

«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»

Саҡмағош районының Имәнлеҡул ауылы Башҡортостандың гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Урман, ялан-ҡырҙар, йылғаларға бай был бәрәкәтле ерҙә элек-электән тырыш, булдыҡлы, эшһөйәр, үҙ илен, Ватанын яратҡан кешеләр йәшәй. Һуңғы илле йылда ғына ла ошо ауылда тыуып үҫкән бер нисә кешенең Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, мәҙәниәт хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ булыуы һоҡландыра һәм был төбәктең йыр-моңға ғашиҡ, иҫ киткес һәләтле кешеләргә байлығын да һыҙыҡ өҫтөнә алһа, күренекле композитор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Тәлғәт Шәрипов тыуған ауылының матурлығын йырҙарға һалып, уның данын алыҫтарға тарата. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Имәнлеҡулдың шифалы һыуын эсеп, саф һауаһын һулап, бәрхәттәй йомшаҡ йәшел үләнле Таш-тау урамында ялан аяҡ йүгереп, йырлай-йырлай гармун тартып үҫкән Илһам Вәлиев менән. Бөгөн инде ул ҡатмарлы опера партиялары менән бер рәттән башҡорт, татар халыҡ йырҙарын оҫта башҡарып, күңелдәрҙең иң нескә ҡылдарын тибрәтә. Уның исеме Рәсәй киңлектәрендә киң танылыу алған. Илһам Вәлиев – Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр, Ш. Бабич исемендәге, «Онегин» VII Рәсәй Милли опера, Свердловск өлкәһе губернаторы премиялары лауреаты.

«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»

– Илһам, Һеҙ – Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының иң дәрәжәле солистарының береһе, башҡорт-татар эстрадаһының танылған йырсыһы. Ҡыҙығыҙ Зөһрә лә Һеҙҙең юлдан китеп, хәҙер Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында хор йырсыһы. Улығыҙ Хәйҙәр – Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, Мәскәү ҡалаһындағы «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле дирижеры, төпсөгөгөҙ Искәндәр ҙә сәнғәт юлынан тайпылмағандыр?

– Ғаиләлә ниндәй мөхит – бала шул мөхиткә тартыла, ғәҙәттә. Беҙҙең балаларҙың да сәнғәт юлынан китеүе, уны һөнәре итеп һайлауы бер ҙә ғәжәп түгел. Искәндәр быйыл туғыҙынсы класты тамамланы. Ул да тормошон сәнғәт менән бәйләргә теләй.

– Һеҙ үҙегеҙ ҙә йырлы-моңло мөхиттә тәрбиәләнеп үҫтегеҙме?

– Минең бала саҡ артистар араһында уҙҙы тиһәм, бер ҙә арттырып ебәреү булмаҫ. Атайым Фәһим Шәйхелзада улы – сәнғәткә ғашиҡ кеше, өҫтәүенә, матур йырлай ине. Уның Өфө сәхнәләрендә лә сығыш яһағаны булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл ғинуар айында баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәйем Рида Зәки ҡыҙы колхозда бухгалтер булып хеҙмәт итте. Ул атайымдың уң ҡулы булды. 1990-сы йылдарға тиклем ауылдарҙың, колхоздарҙың гөрләп торған сағы ине. Атайым бригадирҙан башлап, колхоз рәйесе вазифаһына тиклем күтәрелде. Ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалды. Тап ошо өлкәләге хеҙмәте өсөн уға «Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән юғары исем бирелде. Колхоздарҙа йыл һайын үҙешмәкәрҙәр араһында ярыш була ине. Уға етди әҙерлек алып барыла, репетициялар үткәрелә, конкурсҡа барыр алдынан, программа төҙөлөп, ауылдарҙа концерт менән йөрөп сығыла. Унан һуң иң яҡшы концерт номерҙары һайланып, Саҡмағошҡа сығыш яһарға барыу – ҙур дәрәжә ине. Мин дә ул концерттарҙың уртаһында ҡайнаным һәм миңә был шөғөл бик оҡшай ине. Бынан тыш, ауыл клубында аҙна һайын тиерлек Өфө артистары концерт, спектаклдәр ҡуя. Ә инде кисен гастролгә килгән артистар беҙҙең өйгә ҡайта, ҡунаҡ була. Киң күңелле, асыҡ йөҙлө атайымды бик күптәр яратты, хөрмәт ите ине. Улар араһында танылған артистар ҙа бихисап ине.

– Бала саҡтағы иң яҡты хәтирәләрегеҙ?

– Атайым менән «Урал» мотоциклында йөрөү, ураҡ ваҡытында колхозсы ағайҙар менән баҫыуҙа ашаған күпереп бешкән икмәк, аш тәме һис тә онотолмай. Һеңлем Әлфиә менән өҫтәл аҫтына инеп ултырып, «автобуста гастролгә барыусы артистар» булыу бала саҡтың матур хәтирәһе булып һаҡлана.

– Тимәк, бала саҡтан артист булырға хыялланғанһың?

– Тәүге тапҡыр мин сәхнәгә өсөнсө класта уҡығанда сыҡтым. Мәктәптә үткән концертта йырлатҡандары хәтерҙә. Ауыл клубында үткән сараларҙа ла йырлай, гармунда уйнай инем. Ә инде юғары кластарҙа уҡығанда мине туйҙарға саҡыра башланылар. Ул саҡта туйҙар өсәр көн бара торғайны. Башта мине ебәрер өсөн атайҙан рөхсәт һорайҙар, унан һуң мәктәп директорына барып, дәрестәрҙән бушатыуҙы үтенәләр. Туйҙа мин үҙем йырлайым, гармунда уйнайым, ҡунаҡтарҙы йырлатам, бейетәм. Ул саҡта фонограмма ла, көй, йыр яҙҙырылған дисктар ҙа юҡ ине әле. Туйҙарҙан һуң сынығып бөтмәгән беләгем һыҙлағаны ла хәтерҙә.

Шул йылдарҙа халыҡ ябай һәм берҙәм ине. Бөгөнгө күҙлектән сығып ҡараһаң, мин тамада ролен башҡарғанмын. Хәҙер инде мәжлестәрҙе алып барыусылар умырып аҡса эшләһә, ул саҡта үҙ эшең өсөн хаҡ һорау һәм алыу тигән нәмә бөтөнләй юҡ ине. Хужаларҙың атай-әсәйгә күстәнәс биреп ебәргәндәре генә иҫтә...

Күңел сәхнәгә тартылһа ла, мәктәптән һуң Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға индем. Әйтергә кәрәк, был уҡыу йортона уҡырға инеүемә атайымдың йоғонтоһо ҙур булды. Ул үҙе колхозда эшләп, сәхнәлә йырлап йөрөгән кеше булараҡ, мине лә шул юлдан китергә өгөтләне. Институттың механика факультетына уҡырға инеү ҙә, уҡыу ҙа еңелдән булманы. Шулай булһа ла, мин тәүәккәлләнем. Тырыш студент инем, тик минең өсөн был факультетта уҡыу еңел генә бирелмәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыу йылы уртаһында ауырып, дауаханаға эләктем. Һауығып сығыуыма курсташтарым программа буйынса күпкә алға киткән ине. Миңә уларҙы ҡыуып етергә ауыр буласағын аңланым һәм күңелем тартмаған һөнәр эйәһе булыуҙан баш тартып, уҡыуымды ташланым да, ауылға ҡайтып киттем.

– Был аҙымығыҙҙы атай-әсәйегеҙ нисек ҡабул итте һуң?

– Ҡарарымды ҡабул иттеләр. Водитель курсында уҡып, шофер таныҡлығы алдым, клубта ла эшләнем. Унан һуң инде әрме сафтарына алындым. Ил алдындағы бурысымды үтәгәс, армиянан ҡайтыуымды көтөп алған һөйгән ҡыҙым Ләйсәнгә өйләндем. Сәнғәт училищеһына уҡырға ингәндә ҡыҙыбыҙ Зөһрә тыуғайны инде.

– Һеҙ Башҡортостанда һәм Татарстанда ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә оҫта вокал уҡытыусыһы, йыр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән оло шәхес булып танылыу яулаған Фәрзәнә Сәғитова класында уҡығанһығыҙ. Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тигәндәй, уҡыусыны ла остазына ҡарап баһалайҙар. Килешәһегеҙме?

– Әлбиттә, килешәм. Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙында мин бер нисә йыл уҡыным. Уҡытыусым әсәйҙәрсә яғымлы, шул уҡ ваҡытта талапсан һәм етди ҙә була белде. Уның ярҙамы, тырышлығы менән бик күп сараларҙа, концерттарҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Бөгөнгө уңыштарымдың һикһән проценты – уҡытыусымдың өлөшө, егермеһе – минеке.

– Тәүге тапҡыр йырҙың көсөн тойған мәлегеҙ ҡасан һәм нисек булды?

– Институтта уҡығанда опера һәм балет театрында эшләй башланым. Шул ваҡытта оло сәхнәлә беренсе тапҡыр сығыш яһағанымды бер ҙә онотмайым. Серле күренеш көсөн булмышым менән тойҙом һәм дөрөҫ юлдан барыуымды аңланым.

– Тормош юлығыҙҙа яҡшы кешеләр күберәк осранымы, әллә киреһенсәме?

– Яҡшы кешеләр күберәк осраны, Аллаға шөкөр. Беренсенән, атайыма оло рәхмәтлемен. Уның төрлө яҡтарға һибелгән таныштары, дуҫтары миңә ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә булды. Профессиональ йырсы булып китеүемә йүнәлеш биреүсе яҡташым, танылған йырсы Зөлфиә апай Шакироваға, уҡытыусым Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙына, остазым һәм дуҫым Марат Мәғәфүр улы Хисмәтуллинға ҙур рәхмәтлемен. Башҡорт һәм татар эстрадаһының легендар шәхесе, йырсыһы Фән ағай Вәлиәхмәтовтың, Рәшит Ваһапов исемендәге фонд рәйесе Рифат Фәттәховтың тормош юлымда осрауы, булыуы, уларҙың кәңәштәре, терәктәре мине алға этәрҙе, илһам бирҙе.

– Ижад кешеһенең уңыштарға ирешеүе бик күп факторҙарға бәйле. Шулаймы?

– Эйе, ижад кешеһенең уңыштарын ваҡытында күреп, уны илһамландырып торһалар, ул тағы ла тырышыбыраҡ хеҙмәт итә. Ижадым менән ҡыҙыҡһынып, уны күҙәтеп барыусылар араһында республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов та булды. Уның ярҙамында ике бала менән дөйөм ятаҡ бүлмәһендә йәшәгән ғаиләбеҙ өс бүлмәле фатирлы булды, хатта мин уны юллап йөрөмәһәм дә. Татарстан Президенты Минтимер Шәймиевтан да Ҡазанға саҡырыу алдым. Тик мин Башҡортостанды ташлап китһәм, республикабыҙға, Мортаза Ғөбәйҙулла улына хыянат итеү буласағын әйттем һәм был тәҡдимдән баш тарттым.

– Тәнҡитҡә нисек ҡарайһың? Ғөмүмән, Һеҙҙе тәнҡитләүсе булдымы, бармы?

– Ижадта тәнҡит тә булырға тейеш. Тәнҡиттән үҙеңә файҙалы кәңәш тә табырға мөмкин. Был инде уны нисек ҡабул итеүеңдән тора. Йәшерәк ваҡытта, кире фекерҙәрҙе ишетһәм, борсола инем. Хәҙер инде әйтелгән тәнҡит лайыҡлы булмаһа, мин уны иҫкә лә алмайым. Минең өсөн иң яҡшы тәнҡитселәр ҡатыным Ләйсән, ҡыҙым Зөһрә, улым Хәйҙәр. Уларҙың һүҙенә һәр саҡ ҡолаҡ һалам.

– Ҡатынығыҙ Ләйсән менән дә таныштырып китегеҙсе.

– Ләйсән менән беҙ мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ дуҫлашып йөрөнөк. Ул – күрше Йәмәй ауылы ҡыҙы. Алдан әйткәнемсә, армиянан һуң өйләнешеп, матур ғаилә ҡорҙоҡ. «Ләйсәндең төп һөнәре – артист ҡатыны булыу», – тип әйтергә яратам. Был ысынында шулай ҙа. Балаларҙы тәрбиәләү, ғаилә усағын һаҡлау һәм башҡа вазифалар күбеһенсә Ләйсән елкәһенә төшә. Ул әлеге көндә Өфө мәктәптәренең береһендә уҡытыусы булып эшләй.

– Һәр ата-әсә балаһының уңышына һөйөнә, ғорурлана. Ә ҡайһы ваҡыт бала өлкәндәргә үрнәк тә була. Һеҙҙең тормошта бындай осраҡтың булғаны бармы?

– Хәйҙәр Мәскәүҙә уҡый башлағас, дингә ныҡлап бирелде, намаҙға баҫты. Улыбыҙға эйәреп Ләйсән менән мин дә намаҙға баҫтыҡ, Аллаға шөкөр!

– Кемгәлер ваҡытында әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрегеҙ булдымы?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, булды. Иң үкенеслеһе, моғайын, Марат Мәғәфүр улына әйтелмәй ҡалғандарылыр. Ул мин гастролдә саҡта вафат булды. Уны һуңғы юлға оҙатырға ла ҡайтып етә алманым.

– Ун йылдан үҙегеҙҙе нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

– Ауыр һорау. Бөгөн миңә паспорт буйынса 50 йәш тула, тик ниңәлер, минең күңел 36 йәштә. Ни өсөн тап ошо һандыр, аңлата алмайым. Ун йылдан һуң да сәхнәлә, һөнәремдә кәрәкле булып ҡалырға яҙһын. Ғәрәп телен өйрәнеп, Ҡөрьән уҡыу теләге лә тормошҡа ашһын!

– Заман шул тиклем тиҙ үҙгәрә, беҙҙең осорҙа тыуып үҫкәндәргә генә лә әллә күпме үҙгәрештәр кисерергә тура килде: Советтар Союзында тыуһаҡ та, ул ил юҡҡа сыҡты, үҙгәртеп-ҡороу осорон үттек, демократик дәүләт төҙөнөк. Был үҙгәрештәрҙең ҡайһыларын – яҡшы, ҡайһыларын кире тип баһалайһығыҙ?

– Эйе, совет идеологияһында тәрбиәләнгән, йәшәгән, эшләгәндәр араһында СССР-ҙың юҡҡа сығыуын ауыр кисереүселәр күп булды. Бар булмышы менән сағыу коммунизмға ышанып, көсөн түгеп йәшәгән атайым да ул осорҙо рухи яҡтан ауыр кисерҙе. Кешеләрҙең бер-береһенә ышанысы юғалыуға борсолдо. Үҙгәрештәрҙең яҡшы яҡтарының береһе – хәҙер беҙ мобилерәк. Элегерәк аҙналарға һуҙылған мәсьәләне хәҙер бер нисә минутта хәл итә алабыҙ.

– Ауылда тыуған бала һәр саҡ ауыл балаһы булып ҡала. Тыуған яғығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы?

– Тыуған нигеҙебеҙҙә әсәйемдең иҫән-һау йәшәүе – оло бәхет. Атайым менән улар 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерҙе. Өс балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә бирҙеләр. Һеңлем Әлфиә, ҡустым Илдус та сәнғәт юлын һайланы. Икеһе лә Стәрлетамаҡтағы мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамланы. Һеңлем ғаиләһе менән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәй, һөнәре буйынса эшләй. Илдус ғаиләһе менән – Имәнлеҡулда. Күп яҡтан һәләтле кеше ул – ҡулынан килмәгән эше юҡ. Әсәйем мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, үҙенә йыуаныс табып йәшәй. Тыуған яғыбыҙға ғаиләм менән ҡайтып йөрөргә, яҡындарыбыҙға ярҙамлашырға тырышабыҙ.

– Бөгөнгө көндә Һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һүҙҙәр ниндәй?

– Ғаиләм, йортом, балаларым.

– Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

– Иң рәхәт ял – ул үҙебеҙҙең фатирҙа. Шулай ҙа, ғаиләм менән үҙ машинабыҙҙа сәйәхәт итергә яратабыҙ. Һуңғы йылдарҙа Дағстан, Ҡырым яҡтарына барып ҡайттыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, минең иң яратмағаным – хеҙмәтемдән бирелгән ял ваҡыты. Үҙ-үҙемде ҡайҙа ҡуйырға белмәй башлайым. Коронавирус ваҡытындағы хәл ҡабатлана күрмәһен! Артист кеше тамашасыһыҙ йәшәй алмай! Мин дә – үҙ һөнәремдең фанаты.

– Илһам, йылы әңгәмә өсөн рәхмәт! Киләсәктә лә илһам ҡанаттарығыҙ талмай, ижад ҡаҙанында ҡайнап, яратҡан тамашасығыҙҙы матур ролдәрегеҙ, йырҙарығыҙ менән оҙаҡ йылдар һөйөндөрөп, яҡындарығыҙ менән бәхетле йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

 

Зөһрә ИСЛАМОВА

«ТАМАША» журналы, №4-2025 йыл

«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
«Мин – үҙ һөнәремдең фанаты»
Автор:
Читайте нас