+20 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Августа 2025, 06:11

Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем

«Яҡташтар» рубрикаһы геройы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Сулпан Билалова.   Уның эштәре музейҙарҙың дәүләт йыйылмаларында һәм картиналар галереяларында (Өфө, Алабуға, Ҡырым, Аддис-Абеба), шулай уҡ Башҡортостан, Рәсәй, Нидерланд, Португалия, Франция, Югославия, Болгария, Германия, Эфиопия, Швеция, Польша, Кипр, Урта диңгеҙҙәге Карбас утрауҙары шәхси коллекцияларында һаҡлана.  

Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙемСулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем

Сулпан Билал ҡыҙы, теүәл 10 йыл элек эшләгән интервьюла, һеҙ Нидерландта, Мәскәүҙә йәшәйем, әммә йыш ҡына Тыуған илгә ҡайтып йөрөйөм, тинегеҙ. Әле һеҙҙең өйөгөҙ ҡайҙа?

– Хәҙер мин Мәскәүҙә йәшәйем һәм эшләйем. Ә тыуған яғыма, Башҡортостанға, юл төшкән һайын һәм йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Донъя буйлап таралған пандемия минең тормошома ла ҡырҡа үҙгәрештәр индерҙе. Нидерландта әүҙем хеҙмәттәшлек иткән сәнғәт галереяһы директоры, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирусты күтәрә алмай, бөтә донъя сиктәре ябылған кеүек үк, галерея ла ябыла. Хәҙер мин саҡырыу буйынса халыҡ-ара арт-симпозиумдарҙа ҡатнашыуымды дауам итәм, әммә сара тамамланғас, һәр ваҡыт өйөмә ашҡынам.

Һеҙҙең ижадығыҙ бик күп яҡлы һынлы сәнғәт тә, графика ла, акварель дә, иллюстрациялар ҙа... Һеҙгә нимә яҡыныраҡ?

– Минең өсөн һәр эш ҡыҙыҡлы. Ижади һөҙөмтәгә ынтылыш мине һүрәт төшөрөү жанрын һәм стилен һайлауҙа сикләмәй. Мин һүрәт төшөрөү сәнғәтенең бөтә төрҙәрен дә яратам – рәсем, графика, иллюстрация... һәм уларҙы айырыу мөмкин дә түгел. Әгәр аҡ киндер күрһәм, ҡулдар шунда уҡ буяу һауыттарына үрелә. Аҡ ҡағыҙ мине графикаға саҡыра. Әгәр ниндәйҙер әҙәби әҫәр уҡый башлаһам, минең мейем үҙенең иллюстрацияларын бирә башлай, һәм мин һүрәт төшөрөргә һәм сюжетты йәнләндерергә теләйем. Шуға ҡарамаҫтан, һәр сәнғәт әҫәре ҡәләм эскизынан башлана. Тимәк, графика беренсе урында тора.

– Белеүемсә, һуңғы йылдарҙа һеҙ ирекле рәссам статусында. Ниндәй проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ?

– Ғәҙәттә рәссамдарҙың бер нисә проекты туплана. Йыш ҡына был картиналар конкрет заказсылар өсөн. Ә буш ваҡытта йәки параллель рәүештә үҙ уй-фекерҙәремде һәм композицияларымды тормошҡа ашырырға теләйем, улар артабан сираттағы шәхси күргәҙмәнең йәки ниндәй ҙә булһа төркөм күргәҙмәһенең экспозицияһына инеүе ихтимал. Мәҫәлән, хәҙер мин халыҡ-ара уникаль һүрәт күргәҙмәһенә композиция әҙерләйем һәм параллель рәүештә шиғри йыйынтыҡ өсөн иллюстрацияларға эскиздар төшөрәм. Шулай уҡ киндер туҡыманы грунтлап, станоклы рәсем сәнғәте өсөн бер нисәһен рам аҫтына киреп ҡуям, уларҙың береһе раҫланған эскиз буйынса портрет жанры марафонында ҡатнашасаҡ. Һуңынан һөҙөмтәләрҙе социаль селтәрҙә, атап әйткәндә, «Бәйләнештә» селтәрендә баҫтырасаҡмын.

– Һеҙ башҡорт яҙыусыларының бик күп китаптарының рәссам-иллюстраторы булараҡ киң билдәле. Был процесс нисек бара? Һеҙ уларҙың барыһын да ентекләп уҡынығыҙмы, әллә дөйөм концепцияға таяндығыҙмы?

– Иллюстрацияға мин бик етди һәм яуаплы ҡарайым. Сөнки тәү сиратта яҙыусының әҫәре тора. Ә минең бурысым – тексты байытыу, визуаль яҡтан тулыландырыу, биҙәү. Миңә иллюстрацияларға ышанып тапшырылған бөтә әҫәрҙәрҙе лә иғтибар менән һәм ентекләп уҡыйым. Махсус рәүештә әкрен һәм туҡталыш яһап уҡыйым. Минең мейем уҡылған тексты нәфис фильм кеүек күҙ алдына килтерә, параллель рәүештә ҡулыма блокнот һәм ҡәләм тотоп, тиҙ генә иң сағыу мәлдәрҙең һүрәттәрен эшләйем. Һуңынан тап ошо һүрәттәр миңә текстың иң ҡыҙыҡлы фрагментын һайларға, уны яңынан уҡырға һәм уҡыусыны мөмкин тиклем һоҡландыра һәм әҙәби әҫәр донъяһына сумдыра торған шундай иллюстрация уйлап табырға ярҙам итә. Әгәр текст башҡортса булһа, тағы ла иғтибарлыраҡ уҡыйым. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе аңламаһам, борсолам. Был осраҡта мин белгестәргә мөрәжәғәт итәм һәм ҡыҙыҡһындырған һүҙемде теүәл тәржемә итеүҙәрен һорайым.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: иллюстрация процесы үҙе, хатта миңә шундай үтенес менән мөрәжәғәт итеүҙән үк, бик мауыҡтырғыс. Мин тулҡынланып көтә башлайым, сөнки һуңғы һөҙөмтә миңә мотлаҡ рәхәтлек һәм бәхет тойғоһо килтерәсәк. Тиҙерәк тексты ҡулға алып, уҡыуға сумырға теләйем. Әгәр мин башҡорт телендә уҡыйым икән, шул телдә уйлай башлайым. Һәм, әйтерһең дә, стоп-кадрҙар менән фильм «күрәм», улар һуңынан эскиздар буласаҡ. Артабан ул һыҙмаларҙы мин камиллаштырам, ҡатмарлаштырам, байытам, китаптың дөйөм концепцияһына килтерәм. Шунан һуң таҙа эш башлана – һыҙмаларҙы акварель ҡағыҙға күсерәм һәм төҫтәр менән яҙырға тотонам. Һәр һыҙатлы иллюстрацияға бер аҙна самаһы ваҡыт китә. Был процесс ваҡытында мине бүлдергәнде һәм заказсы иллюстрацияны төшөрөү рәссам өсөн еңел эш, тотош китапты бер нисә көн эсендә иллюстрациялап була, тип иҫәпләгәнде яратмайым. Ҡайһы берҙә хатта үҙем өсөн билдәләйем: бәләкәй булып күренгән иллюстрацияға ҡарағанда май йәки акрил менән станоклы рәсем төшөрөү миңә еңелерәк кеүек. Иң мөһиме, акварель «еңел яҙылған» булып күренһен. Ҡайһы берҙә бындай һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн иллюстрацияны яңы биткә күсереп яҙырға тура килә. Акварель ҡағыҙы бик көйһөҙ, ҡат-ҡат төҙәтеүҙәрҙе яратмай.

– Һуңғы айҙарҙа «Ay Yola» төркөмө арҡаһында «Урал батыр»эпосына ҡыҙыҡһыныу тағы ла артты. Һеҙҙең ижадығыҙҙа был тема ниндәй ҙә булһа кәүҙәләнеш таптымы?

– Һуңғы йылдарҙағы эштәремдә халыҡ традицияларына, тарихи нигеҙҙәргә, милли йолаларға, мифтарға мөрәжәғәт итеү тенденцияһы асыҡ күҙәтелә. Башҡорт эпостары һәм легендалары ла был йәһәттән ситтә тороп ҡалмай. Мәҫәлән, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының һуңғы һанында «Урал батыр» эпосы темаһына бер нисә иллюстрация баҫылған.

– Һеҙҙең колорит менән тулы ижадығыҙҙа бала саҡ тәьҫораттарының йоғонтоһо көслө булып күренә. Йылдар үткәс, бала сағығыҙҙы нисек иҫкә алаһығыҙ?

– Олоғайған һайын бала сағымдағы хәтирәләргә ҡарата шул тиклем тулҡынланыу тойғоһо кисерәм. «Бала саҡтың тылсымлы донъяһы» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Йыш ҡына үҙемде тылсым, тынлыҡ, изгелек уратып алыуын теләйем. Йыш ҡына картиналарымдың темалары – бала саҡтан килгән хәтирәләр: өләсәйҙәрҙең изге ҡулдары, ауылдың хуш еҫтәре, утын мейесенән хуш еҫле икмәк, гәрәбәләй һары бал, ғәмһеҙ күңелле балалар, бейек ағастар һәм күп-күп бәхет...

– Һеҙ тормошта кемде төп уҡытыусы тип иҫәпләйһегеҙ һәм үҙегеҙ уҡытыусы булып эшләгәндә уның ниндәй принциптарын уҡыусыларға тапшырҙығыҙ?

– Бәхеткә күрә, минең уҡыуым БДПУ-ның сәнғәт-графика факультетында махсус предметтарҙы – рәсем, һүрәт, композицияны етди тәрән өйрәнеү менән тап килде. Был предметтар академик мәктәптең ҡәтғи талаптары буйынса көнөнә 4 сәғәт, кәм тигәндә аудиторияла өйрәнелә ине. Мин сәнғәт оҫталығының ҡеүәтле нигеҙен алдым. Тәүге педагогтарым Тәлғәт Хәсән улы Мәсәлимов, Григорий Александрович Загвоздкин, Ринат Зөфәр улы Харисов һәм башҡа талантлы педагогтарға бик рәхмәтлемен. Шуға күрә, студенттарымды уҡытҡанда, тәүге оҫталарымдан алған белемгә таянып, һынлы сәнғәт һәм һүрәт төшөрөүгә һөйөү генә түгел, ә хеҙмәт һөйөүсәнлек, маҡсатҡа ынтылыш һәм тырышлыҡ та тәрбиәләйем.

– Башҡортостанда һеҙ ниндәй урындарҙы айырыуса яратаһығыҙ? Улар һеҙҙең бала саҡтан үҙгәргәнме?

– Башҡортостаным бик матур, иҫ киткес тәбиғәтле һәм иҫтәлекле урындарға бай. Иң тәүҙә ата-әсәйемдең тыуған ауылдарына – Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылына һәм Борай районының Ҡаразирек ауылына барырға яратам. Йәйгеһен шул сәйәхәттәрҙе тормошҡа ашыра алыуыма бик шатмын. Матур юлдар һалыныуы һәм ауылдарға тиҙ итеп барып етә алыу ҡыуандыра, унда әле лә бәхетле тәмле бала саҡ еҫе һиҙелә. Мин шулай уҡ ауыл араһындағы тыныс йәйге юлдарҙан ялан аяҡ йөрөргә һәм ерҙең йылыһын тойорға яратам. Арыған аяҡтарҙы һалҡын, ҡояш нурҙары уйнап торған, уралдың бәләкәй ташлы йылғаларының үтә күренмәле һыуына тығырға. Күбәләктәр һәм сиңерткәләрҙең ҡытыҡлаусы аяҡтарының ҡағылыуын тойор өсөн, уларға ҡаршы устарымды һуҙырға яратам. Әрем, мәтрүшкә, хатта ферма һәм һарай еҫен яратам... Әлбиттә, ул ваҡыттан алып ауылдарҙа күп нәмә үҙгәргән, әммә йылғалар, тауҙар, ағастар һәм аҡландар шул уҡ.

– Ижадығыҙҙың миссияһын нимәлә күрәһегеҙ?

– Был һүҙҙең яңғырауыҡлы һәм уны минең эшемә ҡарата ҡулланырға мөмкинме икәненә ҡарамаҫтан, яуап бирергә тырышырмын. Ҡасандыр бала сағымда ауылда ике туған ағай-апайҙарымдың башҡорт телендә дәреслектәрен күрҙем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар бик насар биҙәлгәйне. Мин шаңҡып ҡалдым һәм кәйефем бик ныҡ ҡырылды, шул тиклем ғәрләндем, хатта үҫкәс, мотлаҡ ысын рәссам булырға һәм тик шатлыҡ килтерерлек һүрәттәр төшөрөргә һүҙ бирҙем.

– Быйыл март айында һеҙ юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Шул айҡанлы ниндәйҙер тантаналар йәки ижади проекттар булырмы?

– Һәр кеше өсөн юбилей – ул тулҡынландырғыс дата. Бигерәк тә әгәр кеше үҙен ниндәйҙер ижадҡа бағышлаһа. Үҙем өсөн ниндәйҙер йомғаҡлау, күрһәткес һыҙығы үткәрге килә, әлбиттә. Рәссам өсөн ул традицион шәхси күргәҙмә. Мәҫәлән, март айында Мәскәүҙең милләттәр йортонда өс залда «Прекрасное далеко...» исемле шәхси юбилей күргәҙмәһе үтте, унда минең 90-дан ашыу эшем күрһәтелде. Әлфиә Миңлеғәләм ҡыҙы Агеева етәкселегендәге «Сәсән» коммерцияға ҡарамаған ойошма коллективына рәхмәтлемен, улар миңә был проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итте. Көҙгөһөн тағы ла күргәҙмәләрем планлаштырыла, атап әйткәндә, Мәскәүҙәге Рәсәй халыҡтары йортонда.

Хәҙер йәйгеһен Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Тулы Хоҡуҡлы вәкиллегенең концерт залында ҙур булмаған шәхси күргәҙмәм эшләй.

Көҙгә тиклем биш картинам Мәскәү дәүләт Кремль һарайында ҡуйыла. Тағы ла бер нисә галереянан ғаризалар бар, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә, мин уларҙы әле ҡарайым. Шәхси күргәҙмә үткәреү өсөн бер нисә төп фактор тап килергә тейеш. Барыһы ла килеп сығыр, тип өмөтләнәбеҙ.

– Ҙур рәхмәт! Ижади уңыштар һәм ниәтләнгәнде тормошҡа ашырыу өсөн һаулыҡ теләйем!

 

Ләйлә Аралбаева

Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Сулпан Билалова: ижадым менән тик шатлыҡ килтерергә һүҙ бирҙем
Автор:Ануза Якупова
Читайте нас