+9 °С
Ясно

«Билдәле булырға хыялланманым…»

Ул сирек быуаттан артыҡ сәнғәткә, йырға хеҙмәт итә. Тыйнаҡ, талантлы һәм эшһөйәр. Күрһәтерлек эштәре байтаҡ булһа ла, улар менән маҡтанмай. Һүҙ – бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, композитор, музыкант, аранжировкалар оҫтаһы, «Тамыр» телеканалы хеҙмәткәре Айбулат КӘРИМОВ тураһында. Уның ижады ла, эше лә балалар менән бәйле. Ә бөгөн, милли тәрбиәгә, тыуған телгә, ергә һөйөү уятыуға ҙур иғтибар бүленгән мәлдә, был бик мөһим.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Билдәле булырға хыялланманым…»«Билдәле булырға хыялланманым…»
«Билдәле булырға хыялланманым…»

– Айбулат, әйҙә танышыуҙы бала сағыңдан, ғаиләңдән башлайыҡ. Ҡайһы яҡта, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтең?

– Мин Мәсетле егете булам. Ата-әсәйем ябай һөнәр эйәләре (береһе ғүмере буйы – шофер, икенсеһе ашнаҡсы булып эшләне) булһа ла, бик талантлы инеләр. Бала саҡтан атайымдың гармунда уйнауын, әсәйемдең йырлауын тыңлап үҫтем. Шулай уҡ ике, өс туғандарым араһында ла һәләтле музыканттар, йырға маһирҙар байтаҡ. Бәләкәйҙән атайыма эйәреп тигәндәй йөрөп, гармунда уйнарға өйрәнгәйнем. Үҙем өсөн асыш булды: беренсе көйҙө бик оҙаҡ өйрәнә алмай яфаланғайным, шуны өйрәнеүгә башҡалары үҙенән үҙе китте. Бер туған һеңлем дә йырларға ярата, тик ул сәнғәт юлынан китмәне, кеше әйтмешләй, «етди» һөнәр һайланы.

Нимәһе ҡыҙыҡ, тиҫтерҙәремдә лә йыр-моңға, сәхнәгә ынтылыш, һәләт көслө булды. Арабыҙҙа музыканттар күп ине, берләшеп «Аҡ сәскә» тигән ансамбль төҙөп ебәрҙек. Бер генә концерт та беҙһеҙ үтмәгәндер. Конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яуланыҡ. Үҙебеҙҙе еткән егеттәргә тиңләп маташа инек. Тележурналист Сәрүәр Сурина апайҙың килеп, Малаяҙ ауылында үткән конкурста беҙҙе телевидениеға төшөрөп алғаны, аҙаҡ үҙебеҙҙе зәңгәр экрандар аша ҡарағаныбыҙ иҫтә ҡалған.

– Музыка мәктәбендә уҡырға теләмәнеңме?

– Беҙҙең ауыл район үҙәгенән 15 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда музыка мәктәбе барлығын белгәс, уҡырға барырға бик теләнем. Тик мине кем аҙнаһына бер нисә тапҡыр дәрестәргә алып барып, көтөп ултырып, алып ҡайтып йөрөһөн? Уға бит транспорты ла кәрәк. Шуға миңә нота буйынса түгел, ә «вслух» уйнарға тура килде.

– Сәнғәт юлынан китеү бала саҡ хыялың инеме?

– Ул саҡта хыялдар төрлө була бит. Минең аныҡ ҡына маҡсатым юҡ ине. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәпте тамамлап, сығарылыш имтихандары тапшырып йөрөгәндә лә, үҙемдең ҡайҙа уҡырға барырымды белмәй инем. Уйлана-уйлана атайым менән Эске эштәр министрлығы мәктәбенә барырға хәл иткәндәй булдыҡ. Шул мәлдә Йыһанур тигән ағайым: «Айбулат бит талантлы бала, музыкант, әйҙә сәнғәт институтына барып ҡараһын», – тип кәңәш бирҙе. Ул Миңлеәхмәт Ғәйнетдинов менән таныш ине, һәләтемде унан баһалатып ҡарарға булдылар. Миңлеәхмәт ағай юҡ ваҡытын табып, беҙҙең менән күреште. Тулҡынланһам да тырышып, бар оҫталығымды һалып, уйнап күрһәттем. Нимә тип әйткәнен онотҡанмын инде, шулай ҙа сәнғәт институтына барып, бәхетемде һынап ҡарарға ҡушты.

– Ә бит сәнғәт училищеһына ла, институтына ла махсус белем булмайынса ҡабул итмәйҙәр…

– Хәҙер уйлап ҡарайым да, үҙемә ҡыҙыҡ булып китә. Нотаның нимә икәнен дә белмәгән килеш, институтҡа килергә баҙнат иткәнмен. Миңә бәхет йылмайҙы, тип әйтә алам. Беренсенән, махсус урта белемем булмағас, әҙерлек курстарына алдылар. Икенсенән, ул саҡта башҡорт музыкаһы факультеты юҡ ине, бары айырым кафедра булараҡ эшләне. Шуғалыр конкурс та артыҡ ҙур булманы, талаптар ҙа ҡаты түгел ине. Әҙерлек курстарында ла ике йыл уҡырға тейеш инем, әллә минең тырышлыҡты күрҙеләрме, әллә йәшем етеп, әрме хеҙмәтенә алырҙар, тип уйланылармы – бер йылдан студент булып киттем.

– Моғайын, бәхет йылмайҙы, тип кенә ултырмағанһыңдыр? Уңыш та бит тырыштарға ғына йылмая.

– Нисек тырышҡанымды, күпме көс һалғанымды үҙем генә беләм. Бергә уҡыған егеттәрҙең музыка мәктәбе, сәнғәт училищеһы белеме булғас, күптәре эшләп йөрөнө. Ә мин баш күтәрмәй, көнө-төнө тигәндәй уҡып, уйнап, институт программаһын музыка мәктәбенеке менән паралель рәүештә алып барҙым. Уҡыуы ныҡ ауыр булды. Тик мин бер ваҡытта ла башыма ташларға, тигән уй индермәнем – был хыянатҡа тиң аҙым булыр ине. Сәнғәт институтына бит башҡа уҡыу йорттарындағы кеүек 30-50 студент ҡабул итмәйҙәр. Иң-иңдәрҙе һайлап, «штучный тауар» итеп, бөртөкләп кенә алалар. Кемдер инә алманы, ә миңә ышаныс күрһәтеп алдылар – шуны аңлағанғамы икән, бар тырышлығымды һалып, уҡыным да уҡыным.

Шулай ҙа баянда һәйбәт уйнағанмындыр, бары тик профессиональ белем алыу ғына ауыр булғандыр, тим. Көйҙөң боролоштарын, төҙөлөшөн беләм бит инде, бары тик фәнни терминдарын, атамаларын ғына белмәгәнмен. Терминдар менән һөйләһәләр аптырап ултырам да, уйнай башлаһалар аңлап ҡалып, уҡытыусыға: «Ә-ә, ул шулай тип аталамы ни?» – тип, яуап бирә инем. Ике йыл тирәһе ваҡыт үтеүгә махсус белеме булғандарҙың кимәленә еткәйнем, шикелле. Тәүге курстарҙа билдәле музыкант Фирдүс Шәрифуллин менән бер бүлмәлә йәшәнем, уның ярҙамы ныҡ ҙур булды.

– Профессиональ музыканттар ҙа, махсус мәктәптә уҡыусылар ҙа йыш ҡына: «Уйнарға яратам, ә бына сольфеджио дәресе ауыр…» тип зарлана.

– Ә мин яраттым уны, шуғалыр тиҙ аңлап алдым да, тик «бишле»гә генә уҡыным. Һинең ысынлап махсус белемең юҡмы, тип аптырап һорай торғайнылар. Диктантты дүрт йыл уҡығандарға ҡарағанда яҡшыраҡ яҙа инем.

– Уҡыуҙы тамамлау менән «Тамыр»ҙа эш башланыңмы?

– Студент ваҡытта уҡ артистар менән гастролдәргә сыға инем, музыка мәктәбендә аккомпаниатор булып эшкә лә урынлашҡайным. Тик өлгөрә алмай башлағас, уларҙы ташларға тура килде. Уҡыу тәү маҡсат ине. Ә махсус белеме булған курсташтарым, алдан әйткәнемсә, эшләп йөрөнө, диплом алыуға уларҙың тәғәйен урындары булды. Ә мин үҙемде ҡола ялан уртаһында япа-яңғыҙ ҡалғандай тойҙом. Өфөлә ҡалыу тураһында ниңәлер уйламаным, үҙебеҙҙең районға ҡайтып, мәҙәниәт һарайына эшкә урынлаштым. Бер шулай Өфөгә барған саҡта, беҙҙең райондан Илфат исемле егет телеүҙәктә эшләй ине, уға эш булһа, миңә хәбәр ит әле, тип әйтеп ҡуйҙым. Күп тә үтмәй «Тамыр» телестудияһына тауыш режиссеры кәрәк, тип шылтыратты. Икенсе көндө үк юлға сыҡтым. Сөнки күңел студент йылдары үткән Өфөнө һағына ине. Ҡайнап торған ижади тормошта йәшәге килде. Район ерендә ниңәлер сәнғәт, мәҙәниәт тормошо һәүетемсә генә бара кеүек тойолдо.

– Ә ни өсөн телеүҙәк? Сәхнәгә сығыу теләге булманымы?

– Музыкант булып эшләүҙе күҙ алдына килтерә алмайым, билдәле шәхес булырға ла хыялланманым. Гастролдәргә йөрөү минең өсөн түгел ул. Районда эшләгән саҡта уҡ йырсылар өсөн тәүге аранжировкаларҙы яһағайным, артабан ошо йүнәлештә эшләргә хәл иттем. Үҙемә оҡшай. Банкеттарҙа, табындарға баянсы итеп саҡырыуҙар бар, унан инде баш тартмайым. Ҡунаҡтарҙы йырлатып, бейетеп, күңелдәрен асып ҡайтам. Студиямда ла баяным бар, йыш ҡына уны ҡулыма алып, моңланып ултырғаным була.

– Концерттарҙа уйнарға саҡыралармы?

– Саҡырыуҙар була. Күберәк «ҡотҡарыусы» ролен үтәйем: берәй музыкант ауырып китһә, тиҙ генә кил әле, тип үтенәләр. Бындай осраҡта репетицияға ла ваҡыт ҡалмай. Сәхнәгә сығыр алдынан бер куплетын ҡабатлаһаң – ҡабатлайһың, юҡ икән – юҡ, экспромт китә. Иң мөһиме ул йырҙы һәм йырсыны белергә генә кәрәк. Ә сәхнәлә инде бер-береңде күҙ ҡараштары менән дә аңларға була.

– Ә аранжировкаларға заказдар күпме?

– Күп тип әйтмәҫ инем. Аранжировка эшләүсе профессионалдар, Аллаға шөкөр, беҙҙә етерлек. Конкуренция булыуы бик һәйбәт ул, һәр кем матурыраҡ итеп эшләргә тырыша. Минең иһә үҙ йүнәлешем бар, башлыса балалар йырҙары менән эш итәм. Ә бына «попса»ны аңлап етмәйем.

– Заказ биреүселәр нисек: талаптары юғарымы, әллә киреһенсә, сифатҡа артыҡ иғтибар итмәйҙәрме?

– Төрлөләр бар. Кемдер үҙенә нимә кәрәк икәнен теүәл белеп килһә, кемдәрҙер кәңәш һорай. Һөйләшеп, аралашып, уртаҡ фекергә килеп эш итәбеҙ. Мин үҙ-үҙемә талапсанмын, йыш ҡына эшләгәнемде оҡшатып етмәйем. Күп осраҡта йыр сығып, бер ни тиклем ваҡыт үткәс тыңлаһам, эшләп етмәгән урындар күренеп ҡала. Үҙеңдән ҡәнәғәт булмау һәр ижадсыға хас сифат ул.

– Матур-матур йырҙарың менән үҙеңде композитор булараҡ та таныттың. Тәүге йырыңдың тарихы нисек булды?

– Аранжировка эшләгән мәлдә ҡайһылыр өлөшөндә барыбер күңелдә яңғыраған моң ҡушылып китә. Ҡайһы саҡта, һәр музыканттың күңелендә композитор йәшәйҙер, тип уйлап ҡуям. Ә тәүге йырымды ижад итергә «Тамыр»ҙа эшләү этәргес булды: яңы йыл байрамында радиофильм өсөн «Ҡыш бабай» йырын яҙҙым. Уны Азамат Урманшин башҡарҙы.

Үҙемде композитор, тип әйтергә лә ҡыймайым. Элеккеләрен туплап, диск сығарғайным. Унан һуң ижад иткәндәремде йыйһам, моғайын, тағы ла бер йыйынтыҡ булыр. Ә бит арабыҙҙа бик әүҙем эшләп, айына әллә күпме йыр яҙыусылар бар. Миндә бындай уңғанлыҡ юҡ.

– «Тамыр» студияһы бик күп талантлы балаларҙы оло сәхнәгә сығара. «Сулпылар» конкурсы иһә район ерендә йәшәүселәр өсөн дә оло мөмкинлек. Ә бына үҙ көсөн һынарға теләүселәрҙең әҙерлек кимәле нисек?

– Күбеһе юғары әҙерлек менән килә. Балаларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары бәйләнешкә инеп, минән йыш ҡына репертуар, аранжировка, йыр яҙҙырыу буйынса кәңәш һорай. Сифат тураһында уйлауҙары, алыҫ район ерендә йәшәүселәрҙең дә үҙҙәре өсөн махсус йыр менән килеүҙәре шатландыра.

– Һинең шулай уҡ спектаклдәрҙе музыкаль яҡтан биҙәү йәһәтенән дә тәжрибәң бар. Саҡырыу буйынса эшләйһеңме?

– Сәнғәт институтының һуңғы курстарында уҡығанда Йылайыр егете Борис Мәхмүтов менән бер бүлмәлә йәшәнек. Мин – музыкант, ул – буласаҡ режиссер. Уға курсташтары килеп, бергә дәрескә әҙерләнәләр, спектакль ҡарап ҡайтһалар, шуның буйынса фекер алышалар. Уларҙы тыңлап ултырыу миңә ҡыҙыҡ ине. Шул ваҡытта уҡ көйҙәр яҙып маташтыра инем ул, бер мәл ул шаяртыу ҡатыш: «Киләсәктә спектаклемде музыкаль яҡтан биҙәрһең», — тип әйтте. Борис уҡып бөткәс «Сулпан» балалар театрына эшкә урынлашты, Ә хәҙер Мирхәйҙәр Фәйзи исемендәге Ырымбур татар дәүләт театрында эшләй. Беҙ һәр ваҡыт бәйләнештә булдыҡ, аралаштыҡ. Бер нисә йыл элек ул үҙенең балалар өсөн ҡуясаҡ «Алмаз тау» әкиәтендә бергә эшләп ҡарарға тәҡдим итте. Бер аҙ икеләнеп кенә тотонғайным, эш процесы бик ҡыҙыҡлы булды. Аҙаҡ инде бергәләп «Йәшлек менән осрашыу», «Дитя» спектаклдәрен сығарҙыҡ.

Йыр яҙыу менән спектаклде биҙәү икеһе ике донъя. Йырҙа бер текст һәм тема. Ә спектакль ул ҡатлы-ҡатлы, эшләгәндә уның бар йөкмәткеһен күҙ уңында тотаһың, шул уҡ ваҡытта һәр этаптың үҙ моңо була. Етмәһә, режиссер менән ҡараштар тап килергә тейеш. Бер өҙөк өсөн генә көйҙөң 4-5 вариантын яҙып ҡарайһың. Ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, миңә был эш оҡшай.

– Ғөмүмән, йыр, моң нисек тыуа?

– Ижад кешеһенең эш процесы бик ҡыҙыҡ. Яҙырға кәрәк, тип кенә килеп ултырғандан бер нәмә лә килеп сыҡмай. Ә бына күңелгә оҡшаған шиғыр юлдарын уйлап, эстән генә ҡабатлап йөрөгәндә, ҡапыл ғына күңелдә моң яралыуы бар. Хәҙер телефонда диктофон булыуы ныҡ уңайлы: шунда уҡ көйләп яҙҙырып та ҡуяһың. Аранжировка эшләй торған йыр менән дә шулай: эстән генә йырлай-йырлай йөрөгәндә, ҡайһы урында нисегерәк биҙәргә икәнен күҙ алдына килтерәһең.

Илһам килмәгән саҡта инде шул алдан уйлаған, күҙаллаған эштәрҙе еренә еткереп ҡуям. Сөнки күңелгә килгән һәр эш матур, гармониялы булмай. Шулай уҡ бер йырың, аранжировкаң икенсеһенә оҡшамаҫҡа тейеш. Юғиһә, күңелгә бер оялаған моң бер ни тиклем ваҡыттан ҡабат килеп сығып та ҡуйыуы бар.

– Йыр өсөн шиғырҙарҙы ҡайҙан алаһың?

– Йырҙар ижад итеүемде белгән шағирҙар китаптарын үҙҙәре бүләк итә. Тәүҙә уларҙы ябай уҡыусы булараҡ уҡып сығам. Оҡшағандары булһа, шунда уҡ моң яралғандай була. Ә инде күңелгә ятмаһа – ятмай ҙа ҡуя. Шулай уҡ ҡайһы бер йырҙарымды ижад иткәндә, һүҙҙәрен редакторларға тура килә. Был осраҡта авторҙан мотлаҡ ризалыҡ һорайым.

– Үҙеңдә йырға һәләт юҡмы?

– Бар шикелле (көлә – авт.). Йыш ҡына ижад иткән йырымды тәҡдим иткәндә, үҙем башҡарған яҙманы тыңлатырға тура килә. «Ҡайһылай матур йырлайһың. Үҙеңә лә йырҙар яҙҙырырға кәрәк!» – тип әйтеүселәр бар. Бәлки, берәй ваҡыт, илһам килһә, батырсылыҡ та итеп ҡуйырмын. Әлегә ваҡыты етмәгәндер, тим.

– Үҙеңде уҡытыусылыҡта һынап ҡарағың килмәйме?

– Бер ваҡыт улым уҡыған музыка мәктәбенә тауыш режиссеры булып эшкә урынлашҡайным. Директор уҡытыусылыҡ эшен дә тәҡдим иткәйне, күңел бер аҙ елкенеп ҡуйғайны ул. Шул өлкәлә эшләгән ҡатыным икеләнеү белдерҙе. Ысынлап та, уҡытыусы булһам, миңә бөтә эште, көн режимын, хатта йәшәү рәүешен тулыһынса үҙгәртергә тура килер ине. Икенсенән, уҡытыуҙан тыш документтар менән эшләү мәшәҡәте, ата-әсәләр менән аралашыу кәрәклеге уйға һалды һәм туҡтап ҡалдым.

– Ғаиләң менән дә таныштырып үт әле. Алдағы яуабыңдан ҡатының да, балаларың да талантлы кешеләр булыуын аңланым…

– Ҡатыным Диләрә – Яңауыл ҡыҙы, һөнәре буйынса уҡытыусы. Сәнғәт мәктәбендә вокал дәрестәре алып бара. Яҡташым, йырсы Гөлназ Ҡәҙербирҙинаға ҡунаҡҡа барғайным, шунда танышып киттек. Улар бер бүлмәлә йәшәй ине. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡорҙоҡ. Өс бала тәрбиәләйбеҙ. Оло ҡыҙыбыҙ Алһыу ҡатыным етәкләгән вокал түңәрәгендә шөғөлләнде. Ике тауышҡа бик матур итеп йырлай торғайны. Уртансыбыҙ Альбина музыка мәктәбенең фортепьяно класында уҡый, район хакимиәте стипендианты. Ҡустыһы менән бергә Балалар филармонияһының «Хыял» ансамблендә йырлайҙар. Улым Әмир ҡурай класында (уҡытыусһы –Айрат Ҡарасов) шөғөлләнә. Тауышы, моңо, академик йырға һәләте бар. Быйыл үҙенең көсөн «Сулпылар» телеконкурсында һынап ҡарай. Был беҙҙең ғаилә өсөн ҙур ваҡиға, сөнки балаларҙың уңышы, яулаған үрҙәре ата-әсәләр һәм уҡытыусылар өсөн дә оло шатлыҡ.

– Тыуған яҡтар менән бәйләнеш тотаһыңмы?

– Әлбиттә. Ауылға, атай йортона ҡайтып йөрөйбөҙ. Нигеҙҙе һыуытмайыҡ, тип Гүзәл һеңлем, Дилбәр, Динара апайымдар менән бергәләп йортто төҙөкләндерә башланыҡ. Туғандар менән аралашыр, йыйылыр урын булһын, балалар ялдарын ауылда үткәрһен, тигән маҡсат менән тотондоҡ был эшкә. Мәшәҡәттәр күп, йәйге ялдар һиҙелмәй ҙә ҡала.

– Тимәк, ҡулың ер эшен онотмаған. Ә музыканттар бармаҡтарын һаҡларға тейеш, тип әйтәләр…

– Һаҡларға кәрәк. Студент саҡта уҡытыусыларыбыҙ эшләү түгел, ярты биҙрә һыу ҙа күтәрмәҫкә ҡуша ине. Мускулдарға көс төшөрөргә ярамай, юғиһә уйнап булмай. Хәҙер ҙә ауылда 3-4 көн ауыр эш менән булып килһәң, бармаҡтар ҡатҡаны һиҙелә. Әммә мин ғаилә башлығы булараҡ, балаларыма саф һауала йәй үткәрерлек, ер эшен өйрәтерлек мөмкинлек булдырырға тейешмен.

– Спорт менән дуҫлыҡ бармы?

– Шөғөлләнергә яратмайым, әммә һаулыҡ өсөн кәрәк, тип үҙемде ҡыуалап алам. Беренсенән, ауыр баян менән сығыш яһарға тура килә. Икенсенән, студияла көнө буйы ултырып эшләйем. Ә организмға хәрәкәт кәрәк.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айбулат. Һиңә ижади уңыштар теләйбеҙ: киләсәктә яңы йырҙарыңды йышыраҡ сығарырға, концерттарыңды ойошторорға насип булһын.

Гөлнур ҠЫУАТОВА

"Тамаша" журналы, №3-2025 й.

«Билдәле булырға хыялланманым…»
«Билдәле булырға хыялланманым…»
«Билдәле булырға хыялланманым…»
«Билдәле булырға хыялланманым…»
Автор:
Читайте нас