+17 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
9 Апреля 2025, 09:37

Популярлыҡ феномены нимәлә?

“Арғымаҡ” һәм AY YOLA проекттары солисы Ринат РАМАҘАНОВ популярлыҡ феномены, уңышҡа килтергән ғәмәлдәр хаҡында уй-фекерҙәре менән бүлеште:

Популярлыҡ феномены нимәлә?Популярлыҡ феномены нимәлә?
Популярлыҡ феномены нимәлә?

– Һуңғы ваҡытта, “популярлыҡ феномены нимәлә”, тигән һорау йыш яңғырай. Быны мин төрлө ғәмәлдәр менән аңлатыр инем.

Беҙҙең бөгөнгө төркөмдә ҡатнашҡан һәр кем оҙаҡ йылдар дауамында үҙ йүнәлешендә ижад иткән шәхестәр булараҡ билдәле. Туплаған тос тәжрибә, эшләнгән эштәр, бихисап һөҙөмтәләр бар. Шәхсән үҙемә килгәндә, “Арғымаҡ” проекты һәр саҡ халҡым, телем, илем тигән маҡсаттарға тоғро булды, ошо изге йүнәлештәрҙән тайпылманы. Сит-яттарға бармаған, ил йолаһын боҙмаған төркөм, тип атар инем уны.

Бөгөн дә бына ошо тоғролоҡ бар беҙҙең булмышта. Урал батыр һәр саҡ күңелебеҙҙә, йөрәгебеҙҙә. Тап ошо үҙенсәлек беҙгә этәргес бирә, тормош юлында төрлө кешеләр менән осраштыра, тип уйлайым. AY YOLA төркөмөндәге икенсе ҡатнашыусы Русланға килгәндә, ул да ғүмер буйы үҙ йүнәлешенә тоғро – электрон музыка ижад итә, башҡара. Башҡортостанда был йүнәлеште юғары кимәлгә күтәргән профессионал. Ҡыҙы Адель дә бик һәләтле, бәләкәстән йырлап үҫкән бала.

Әле миңә - 38 йәш, 8-9 йәшемдән ҡурайҙа уйнай башланым. Утыҙ йыллап милли уйын ҡоралыбыҙҙы ҡулымдан төшөргәнем юҡ. Русланға – 50 йәш, ул да бала сағынан музыка менән шөғөлләнә. Адель дә шулай уҡ музыка мөхитендә үҫкән, бәләкәстән йырлаған ҡыҙ. Беҙҙең ижад иткән йылдарҙы бергә ҡушһаҡ, дөйөм һан 90 йылға барып баҫа! Тимәк, ошо феноменаль мәлгә еткәнсе, беҙҙең тарафтан бер быуатлыҡ тиерлек тәжрибә тупланған. Бер яҡтан, ошо ғәмәл дә һөҙөмтә бирә, тип уйлайым. Һәм иң мөһиме, ул тотош донъяға тарала! Нисек кенә сәйер тойолмаһын, был осраҡта мин техник мөмкинлектәр, аранжировка һәм башҡа үҙенсәлектәр икенсел тип уйлайым, сөнки был осраҡта, һис шикһеҙ, Урал батыр рухы эшләй, этәргес бирә. Быны тәүге ҡарамаҡҡа аҡыл менән аңлап бөтөрлөк түгел, аңлатып та булмай. Уйлап ҡарағыҙ, беҙҙең трек донъя чартында Леди Гаганың йырын уҙып киткән, ә бит ул донъя кимәлендәге йондоҙ, уның ижады тирәләй миллионлаған долларҙар өйөрөлә! Шул ваҡытта Башҡортостандан Урал батырға, башҡорт халҡының үлемһеҙ мираҫы булған эпосына бәйле йыр тыуа, донъяны тетрәндерә, хайран итә, рухи яҡтан уята...Уятыу ғына түгел, тарихи хәтерен,ҡанын, тамырын, йәнен тетрәндерә. Туғандаш халыҡтар – ҡаҙаҡтар, үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, әзербайжандар милли кейемдәрен кейеп, тыуған ерҙәрендә тәбиғәткә сығып, квадракоптерҙар осороп, видеолар төшөрә, атҡа атланып, уҡтар атып, ошо йырҙы ҡабатлай. Ул ғына түгел, төрки донъянан алыҫ торған Корея, Мексика, Германия, Америка кеүек илдәрҙән дә ҡушылалар, йырҙы аңлаталар, төрлө каналдарҙа подкасттар эшләйҙәр...Иҫ китмәле.

Йырҙың һүҙҙәренә килгәндә, унда барыһы ла бик яҡшы аңлашыла: “Тамырҙарым минең һорай, йәнем дә, ҡаным да һорай, боронғо хәтер һорай – кем була ул, Һомай?Һомайҙың әсәһе – Ҡояш, йәншишмәлә индергән...” Бында ла оло мәғәнә һалынған: кешенең рухы, йәне булырға тейеш! Арабыҙҙа йәшәгән төрлө кешеләр бар, ә ныҡлабыраҡ ҡараһаң, уларҙың йәндәре һүнеп барған төҫлө. Ана шул һүнеп барғандарға Йәншишмә йән өрә,күңелендә осҡон уята, йөрәктәренә дәрт өҫтәй, йәшәү ҡеүәте барлыҡҡа килә...

Мин башҡорт һәм донъяға әйтер һүҙем бар – был йырҙың төп мәғәнәһен ошолай тоям мин. Шул уҡ ваҡытта башҡа милләтвәкилдәре лә шулай тип әйтә алырға тейеш.

Урал батыр рухы - мәңгелек, ул үлемһеҙ. Ҡот, рух, дәрт, иман - тап ошо сифаттарҙы Урал батыр рухы уята. Шул уҡ ваҡытта, ошо ҡиммәттәрҙе донъяға еткереү өсөн беҙ Урал батырҙы һайламаныҡ, ә ул беҙҙе һайланы, яуаплы миссияны ышанып тапшырҙы, тип уйлайым мин. Кем ижадына тоғро, эшенихлас итеп,йәне-тәне менән бирелеп башҡара, тап шуларға тәтейҙер бындай бәхет.

Шулай уҡ электрон, этномузыка кеүек йүнәлештәрҙең, вокал партияһының уртаҡ нөктәлә берләшеүе, бер тулҡындарҙа булыуы ла һөҙөмтәлә ошо феноменды тыуҙырырға булышлыҡ иткәндер, тип инанам.

Пландарға килгәндә, апрель башында беҙҙе Мәскәүгә саҡырҙылар. Унда бик күп федераль матбуғат саралары менән “Муз ТВ”, “ТНТ”, “Европа плюс”, “Наше радио”, хатта башҡорт кейәүе Павел Воля менән осрашасаҡбыҙ. Артабан Башҡортостанға ҡайтып, "Һомай" йырына клип төшөрәскбеҙ. Башҡортостандың тәбиғәтен, Урал батыр менән бәйле матур урындарҙы күрһәтергә иҫәп. Донъя башҡорттар, Башҡортостан тураһында белде, хәҙер иһә Башҡортостандың ниндәй икәнен күрһендәр өсөн эшләйәсәкбеҙ. Алла бирһә, апрель –майҙа быны тормошҡа аышырыбыҙ тип уйлайым.

Артабан, майҙа Ҡаҙағстанға фестивалгә юлланасаҡбыҙ. Унда 30 илдән продюсерҙар киләсәк, күрешеп, танышып ҡайтасаҡбыҙ. Алматыла – дүрт, Астанала бер концерт ҡуясаҡбыҙ. Артабан Ҡырғыҙстанға, Үзбәкстанға сығып китәбеҙ. Ҡаҙаҡтар менән әле һөйләшеү бара - тиҙҙән ике клип сығасаҡ. Ҡыҫҡаһы Урта Азия буйынса тур була. Май уртаһынан фестиваль графигы башлана. Бөтә донъянан – Төркиәнән, Американан, Европанан яҙалар. Барлыҡ тәҡдимдәрҙе графикка туплайбыҙ ҙа, донъяны башҡорттар менән, Урал батыр менән таныштырырға сығып китәсәкбеҙ, Алла бирһә. Йәй башына тулы альбомды сығарырбыҙ тип уйлайым.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА яҙып алды.

https://vk.com/wall-109622739_91363

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #AyYola #Башҡорттар #Башкиры #Башкирскаяэстрада

Автор:
Читайте нас