+14 °С
Дождь
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
7 Апреля 2025, 16:17

«Башҡорт игеҙәктәре» нисек тыуған?

Киң таралған «Башҡорт игеҙәктәре» бейеүен видеоға Миләүшә Ялмырҙина төшөргән. Уны Әбйәлил районының Ташбулат ауылындағы бер урамда үҫкән ҡыҙҙар башҡара.

«Башҡорт игеҙәктәре» нисек тыуған?«Башҡорт игеҙәктәре» нисек тыуған?
«Башҡорт игеҙәктәре» нисек тыуған?

«Был видеояҙма ете йылдан ашыу элек Әбйәлил районы Ташбулат ауылында «Моңдар ҡайтһын ауылға» исемле конкурс мәлендә төшөрөлдө. Сарала урындағы алты урамдан олоһонан кесеһенә тиклем һәр кем ҡатнашты. Аҙна һайын барған концертҡа тотош биләмәнең ауылдарынан халыҡ эркелеп килде — ғәйәт матур тамаша булды. Үҙебеҙҙең аралағы талант эйәләренең сығыштарын ҡарарға халыҡ шулай әүҙем йөрөй. Күп йылдар үтһә лә, был тамашалар күңелдәрҙә матур хәтирә булып һаҡлана. Таланттарға бай халҡыбыҙ оло ғорурлыҡ тыуҙыра», — тип белдерҙе Миләүшә ханым.

Автор:
Читайте нас