Мин уның менән сикһез бәхетлемен. Үҙем генә эшләйем, үҙем генә бала үҫтерәм тип әйтә торған ҡатын-ҡыҙҙар рәтенә инмәйем. Бөтөн нәмәне лә Вилдан хәл итә. Ә сәхнәгә килгәндә, беҙ уның менән бергә эшләй генә алманыҡ, сөнки ул үҙ йүнәлешендә, мин үҙ йүнәләшемдә эшләйем.
Сәхнәлә ир кеше ҡатын-ҡыҙға юл ҡуйырға тейеш тип иҫәпләйем. Беҙҙең эстрадаға күҙ һалһаҡ, шундай парҙар күп һәм беҙ улар менән һоҡланабыҙ. Ир кеше ҡатынын алға сығара ла, кеше алдында ҙур дәрәжәлә ҡала. Мәҫәлән, Илдар ағай Хәкимов ниндәй көслө ир-ат, ул джентельмен. Уларҙы сәхнә артында ла күҙәтәбеҙ, ул гел Гүзәл апайҙы ҡурсалап йөрөй, шундай матур күренеш».