Илнур Лоҡманов
1983 йылдың 7 майында Учалы районының Комсмомольск ҡасабаһында тыуып, 2-се синыфҡаса ошо ҡасаба мәктәбендә уҡый. Ғаилә хәле буйынса күсеп китеп, мәктәпте Абҙаҡ ауылында тамамларға тура килә. 2000 йылда, уңышлы имтихандар биреп, Өфө сәнғәт институтының театр бүлегенә уҡырға инә. 2004 йылда, Сәнғәт академияһына әүерелгән уҡыу йортон тамамлап, хәҙер инде 20 йылға яҡын театр донъяһына хеҙмәт итә.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы-сәхнә оҫтаһы, драма артисы, йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.
Илнур Флүр улы (Илнур Лоҡман) Лоҡманов юғары категориялы өҫтәмә белем биреү педагогы. Әлеге мәлдә Халыҡ ижады үҙәгендә төпләнгән үҙенең шәхси “Табын” халыҡ ижады театрын булдыра. Республика халыҡ ижады үҙәге янында һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн «Күңел күҙе» инклюзив халыҡ театры етәксеһе. “Ҡорос” атҡаҙанған халыҡ ижады коллективының художество етәксеһе. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының “Өлгөлө коллектив” исемен алған “Ялҡын” театр түңәрәгенә нигеҙ һалыусы. Шулай уҡ Мөхәммәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейында “Һупайлы дәрүиштәре” һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се һанлы Башҡорт гимназияһында ижади түңәрәктәр ойоштороп, коллективтарға төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу эшенә ҙур ярҙам күрһәтә.
Бала сағынан шаян, шуҡ, телсәр малай була ул. Китапты "тынна-тынна-тыннатауууу", тип гармун итеп уйнатып, өләсәйҙәрен, күрше инәйҙәрен бейетә. Сикәһенән шыбырлап тир аҡһа ла, тауышы бөтөп китһә лә, туҡтамай “гармунда уйнауын” дауам итә. Был ваҡиғаға әллә нисә тиҫтә йылдар үтһә лә иҫкә төшөрөп, әле булһа көлөшөп алалар.
“Үәт, ана беҙҙең бәләкәй әртисебеҙ килгән!” – тип ҡаршылай клубтағы ағай-апайҙар кескәй Илнурҙы. Әсәһенән тотам да ҡалмай йөрөгән теремек малай үҙен йәнә әкиәт донъяһына барып ингәндәй хис итә. Мәҙәниәт усағының ҙур сәхнәһе, бейек түбәләге аҫылмалы шәмдәлдәре... Буласаҡ әртис барыһын да ҡыҙыҡһынып байҡай. Бында күңелле. Байрам кәйефе биреп, һәр ваҡыт йыр-моң ағыла. Кескәй Илнурҙың үҙенең дә һөнәрҙәре байтаҡ ҡына бит: пианинола бармаҡтарын йүгертеп алһынмы, гармун төймәләрен баҫҡылаһынмы. Ә әсәһе ҡуйған тамашалар бөтөнләй күңелен арбай!.. Уларҙы ҡарауы үҙе бер кинәнес, күңелгә яҡын.
Яңы ғына Стәрлетамаҡ мәҙәни–ағартыу училищеһын тамамлап ҡайтҡан әсәһе Гөлшат Талха ҡыҙы мәҙәниәт йортонда, атаһы баҫыуҙа тир түккәндә бәләкәй малайҙың бала сағы тулыһынса тиерлек, әсәһе янында, клубта үтә.
Беренсе сәхнәгә аяҡ баҫыуын әлегеләй хәтерләй. Әсәһе мәрхүмә һөйләп ҡалдырыуынса, ауылда ниндәйҙер үҙешмәкәр смотр-конкурс бара. Бер йәш тә ике айлыҡ ҡына Илнур ҙа, сәхнә артында уйнап йөрөй. Әсәһе тамашасыға Муса Йәлилдең “Вәхшәт” шиғырын уҡып тора. Уйнап арыған Илнур, Мәҙәниәт йортоноң ҙур ғына сәхнәһенә йүгереп килеп сыға ла: “Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ! Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ!” – тип, әсәһенең аяғына сат йәбешеп, итәгенән тартҡыслай башлай. Халыҡ дәррәү килеп ҡул саба. Кемдер хихылдап көлә. Әсәй кеше, шиғырын уҡып бөтөр-бөтмәҫ, еңмеш улын сәхнәнән алып сығып китә.
Малай өсөн Абҙаҡта яңы тормош башлана. Һәр башланғысҡа нигеҙ ҙә атай йортонда һалына. Атаһы төп һөнәрен – инженер эшен башлай. Әсәһе ауыл клубы мөдире булып, эшен дауам итә.
Әсәһе улын йыр-бейеүгә өйрәтһә, атаһы техника яғына тарта.
Ауыл мәҙәниәт йортонда концерттар йәки байрам саралары ла йыш ойошторола. Илнур ҙа бында үткән барлыҡ сараларҙа ла ҡатнашырға тырыша. Малайға бейергә лә, йырларға ла, спектаклдәрҙә лә уйнарға тура килә. Машиналарға тейәлеп, төрлө ауылдарҙа сығыш яһарға ла дәртләнеп йөрөй. Мәктәптең алдынғы, иң әүҙем уҡыусыһы шиғырҙы тасуири һөйләү буйынса республика конкурстарында йыш ҡатнаша, призлы урындар яулай.
Атай-әсәһе яҡлап, нәҫелендә йыр-бейеүгә бик тә әүәҫ туғандары. Зәки ҡартолатаһы һәүәҫкәр музыкант, бөтөн музыка ҡоралдарында ла оҫта уйнаған, моңло итеп йырлаған. Әсәһе яғынан Сәкинә ҡартөләсәһе халыҡ йырҙарын бик матур башҡарыусы булған. Нәҫеленең ике тармағынан да һәләтте мул ала егет. Талха олатаһы Абҙаҡ ауылының билдәле мал табибы. Уға эйәреп, мал-тыуар араһында ла йөрөргә ярата Илнур. Бишенсе синыфтарҙан уҡ ат егеү, бесән эшләү, мал эшкәртеү буйынса, олатаһының ныҡлы ярҙамсыһы була егет.
Ете айҙа “тәпәй баҫып”, туғыҙ айҙа теле асылған сос бала бер ваҡытта ла аптырап тормаған. Нимәне булһа ла тота килеп, эшләп тә ҡуйған. Етеҙлеген күргәндәр күреп, күрмәгәндәр күрмәй ҡалған. Илнурға ике йәштәр тирәһе булғандырмы, эңерҙә малайҙар менән өй алдында уйнап йөрөй. Халыҡ көтөүҙән мал ҡаршыларға әҙерләнә. Бер заман зәһәр ҡойон сығып китә. Бәләкәй генә кәүҙәле Илнурҙы дүрт-биш метр бейеклеккә тиклем күтәреп ҡойон өйөрөлтмәге алып та китә. Малайҙар, ҡурҡыштарынан сырылдашып, өйҙәренә табан йүгерешә. Ҡойон өйөрөлтөп-өйөрөлтөп, осортоп, малайҙы эскәмйәлә ултырған ҡартөләсәй-инәйҙәр алдына, ипләп кенә, төшөрөп китә. Ике йәшлек балала ҡурҡыуҙың әҫәре лә булмай. Хатта: “Эх, ағайың самолетта ғына осоп йөрөп килде әле!” – тип ҡысҡырып ебәрә.
Йәйен атаһы “Колос” комбайнында ураҡ ура. Ә әсәһе игенселәргә агитбригада менән концерттар ҡуя. Атаһының комбайны менән төшкө ашҡа ҡайтҡан мәле. Ике яғында ла бункерлы мөһабәт комбайн Илнурҙы үҙенә тарта бит! Тиктормаҫ, йәш ярымлыҡ ҡына малай шул арала зым-зыя юҡ була! Ололарҙың ҡоттары оса. Ярты көндәй эҙләһәләр ҙә тапмайҙар. Ҡурҡыштарынан, тентемәгән ер ҡалмай. Бер заман, әллә һиҙемләүҙәре булған, комбайн янына килеп: “Илнур??!”- тип малайҙы саҡыралар. Яуапҡа: “Ә...” – тигән ҡыҫҡа ғына өн сыға. Ләкин комбайн бункеры эсендә бойҙай ашап ултырған малайҙың тауышы сыҡһа ла, үҙен унда бер нисек тә таба алмағандар. Көс еткеһеҙ ауыр тимер аша унда нисек барып ингәндер ҙә, ҡайһы ерҙән тишек тапҡандыр. Бәләкәй генә баланың ауыр тимер ишек аша бункерға нисек ингәнен ололар ул мәлдә аңлай алмай. Ошо ваҡиға әлегә тиклем йомаҡ булып ҡала.
5-се синыфтан алып мәктәпте уҡып бөткәнсе атаһы улын үҙе менән мехзвеноға алып йөрөтә. Колхозда июнь-июль айҙары малдарға бесән әҙерләүҙең ҡыҙған осоро. Эш хаҡы бирмәһәләр ҙә зарод (ул яҡтарҙа бесән өйөмөн шулай атайҙар) менән түләйҙәр.
Параллель рәүештә колхозға ла, ҡартөләсәһенә лә, нисектер ваҡыт табып, бесән әҙерләшә. Сабынлыҡ ете саҡырым алыҫлыҡта. Бесән эшләргә йүгереп барып, йүгереп ҡайта. Техника юҡ. Булһа ла, улының “механик” булыуын белепме, атаһы гел генә боҙоҡ мотоцикл алып бирә. Атай-әсәйҙең “егет кеше – етмеш һөнәргә эйә булырға тейеш” тип балаларын үҫтергәнлеген хәҙер генә аңлап ала. Мотоциклды, әлбиттә, бына тигән иттереп, йүнәтеп ала. Атаһы ла, машинаһы боҙолһа, үҫмер тип тормай, тура улына мөрәжәғәт итә. Двигатель кеүек ҡатмарлы механизмды ла икәүләп һүтеп, яңынан ҡоралар.
Улының ат яратҡанын белеп, атаһы ат алып бирә. Донья көтөү, мал ҡарау, һыу ташыу, утын ярыу – Илнурҙың елкәһендә. Сөнки атай-әсәй икеһе лә эштә. Йорт эштәрен тамамлап, йәнә мәктәпкә, түңәрәктәргә, кластан тыш дәрестәргә йүгерә. Кумиры Жан-Клод Ван Даммға оҡшарға тырышып, һикереү, гер күтәреү, ҡул һуғышы менән ҡыҙыҡһына. Һауа торошона ҡарамай, йәйен-ҡышын, көн дә йүгерергә сығыу – мотлаҡ эше һанай. Ә ҡышын әүҙем саңғыла йөрөй. Тоҡтарға ҡом тултырып, боксер грушаһы эшләп ала. Синыфташтар ҙа берҙәм, татыу, ярҙамсыл. Егеттәрҙең барыһы ла етди, спортҡа ла ылығып тора. Кисен, үҙе эшләгән ҡоролмаларҙа, каратэ техникаһын өйрәнәләр. 9-10 синыф егеттәре беҙ тип тормағандар, танау аҫтына мыйыҡтары сығып бөтһә лә, шул арала тоҡ типкесләп арыған үҫмерҙәр, картуф баҡсаһында ағастан ҙур-ҙур, ул заманда модала булған Камаз, Урал “машиналары” әтмәләйҙыр. Уҙыша-уҙыша, төрлө тиҙлектә, туҙан туҙҙырып, йәнәһе лә мал аҙығы, балсыҡ “ташыйҙар”. Эш бөткәс уйнарға ярай, тип үҙҙәре яһаған ҙур “машиналарға” ултырышып, тау шыуалар.
Татыу синыф уҡыусылары мәктәптә уҡығанда колхоз биләмәһенә ағас ултыртырға ла йөрөй. Юҡ-барға зиннәтле ваҡыттарын сарыф итмәй, һәр ергә өлгөрөргә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә өйрәнә уҡыусылар. Уйынға ла, эшкә лә, мәктәпкә лә.
Киләсәген сәхнә менән бәйләргә уйлап, сығарылыш синыфында уҡып йөрөгән егеттең: “Әртислек ул ҡатын-ҡыҙҙар эше”– тип күңелен ҡыялар. Уҡыуҙы тамамлағас, берәй етди генә ир-ат һөнәре алып, хәрби кеше булып китермен тип хыяллана башлай. Өфөгә, Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбенә юл тота.
Төплө белемле, яҡшы физик әҙерлекле егет әллә ни ауырлыҡһыҙ ғына уҡырға инә. Әммә актер булырға тигән теләк яҙмышына яҙылған булғандыр – тынғы бирмәй. Бер мәл, Өфө дәүләт сәнғәт институты янынан үтеп барғанда, ҡыҙыҡһынып, бина эсенә инә. Бала саҡ хыялы – экрандарҙа иҫе китеп ҡараған бөйөк актерҙар уҡыған йортто күргеһе килә. Бында имтихандар тамамланған, буласаҡ студенттар ҙа билдәле… Илнур шунда, 5 сентябрь тағы ла өҫтәп студенттар ҡабул ителеүе хаҡында иғланды күреп ҡала. Әйтерһең сәнғәт институтына уҡырға ингән тиерһең, шатлыҡтан түбәһе күккә тейә егеттең. Имтихандар өсөн шиғыр һөйләргә, этюд күрһәтергә әҙерләнә башлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы атай-әсәһе менән Илнур бик иртә хушлаша. Мәңгелек йорттарына юлланғанда ғәзиз кешеләренә: әсәһенә – 45, атаһына 53 йәш кенә була. Аллаһ Тәғәләнең үҙенә ҡарата һынауы тип ҡабул итә был ҡара ҡайғыларҙы Илнур Флүр улы.
“Бала саҡта алған тәрбиә мәктәбе тормошомда әле лә ныҡ ярҙам итә. Берәй эшем килеп сыҡмаһа, ҡырҡ тапҡыр эшләп ҡарайым. Сәмлелек, тырышлыҡ, туҡтауһыҙ белемгә ынтылыу тик уңыштарға килтереүен яҡшы аңлайым һәм үҙемдең уҡыусыларымда кешелектең һәйбәт сифаттарын ғына тәрбиәләргә тырышам,- ти беҙҙең геройыбыҙ.
Зөбәржәт ЯҠУПОВА.
"Аманат" журналынан.