-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йыр менән, Еңеүгә табан

Яу яланында, шартлау тауыштары тынып торған саҡта, йыр айырыуса аһәңле яңғырай. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә, йыр – кешенең мәңгелек юлдашы. Йәнде иҙгән ауыр хәлдәрҙә кеше йыр-моңға бигерәк тә мохтаж.

Йыр менән, Еңеүгә табан
Йыр менән, Еңеүгә табан

Илебеҙҙә, махсус хәрби операция башланып, мобилизация иғлан ителгәс, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән егеттәр менән бергә, Фларид Бирғәлинға ла повестка килә. «Ил саҡырғас, яуға китте Башҡортостан улдары» тип, йырҙа йырланғанса, хәрби тормош ят түгел әрме сафын уҙған егеттәргә. Ҡазан ҡалаһында бер ай «учебка»ла булып, әҙерлек үтеп, уҡығандан һуң, Фларидты ла, башҡа егеттәр менән бергә, Ростов өлкәһенә ебәрәләр. Унда бер ни тиклем хәрби әҙерлек үткәндән һуң, әҙерлек аҙағына аҙна-ун көн ваҡыт ҡалып, Луганск тарафтарына оҙатылырға йөрөгән мәлдә, Мәскәүҙән, Илнур Сәфәров, Әлфир Заманов һәм Фларид Бирғәлинды ижади фронт бригадаһына индереү хаҡында телеграмма килеп төшә. Мобилизацияланған һалдаттар араһындағы артистарҙы йыйып, ошондай ижади төркөмдәр ойошторалар икән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, нәҡ рухи таяныс булдырыу маҡсатында, дүрт меңгә яҡын ижади фронт бригадаһы эшләгән. Фларидтың һөйләүе буйынса: «Әлеге ваҡытта МХО майҙанында эшләү өсөн дүрт рәсми бригада ойошторолған. Мин шуларҙың беренсеһенә эләктем. 2022 йылдың ноябрендә беҙҙең бригаданы Херсон яғынан махсус хәрби операция зонаһына индерҙеләр. Беҙ бөтә фронт һыҙығы буйлап, һалдаттарға рухи таяныс булып, концерттар менән йөрөй башланыҡ. «Ни тиклем мөһим эш башҡарылғанын аңлар өсөн, һуғыш яланында, һалдаттар менән бергә, барыһын да кисерергә, йәнең, тәнең менән бергә булырға кәрәк. Моң, йыр менән һалдаттарҙың күңелен асып, кәйефен күтәреп, хәрби рухын нығытыу бурысы ята моңло егеттәр иңендә. Алғы һыҙыҡта ла, окоптарҙа, землянкаларҙа, яралылар янында госпиталдәрҙә лә сығыш яһай йыр ҡанатлы егеттәр бригадаһы. Алғы һыҙыҡта булғас, барыһын да татып йөрөй ижади бригада. Дрондар һөжүмен дә, ут-һыуҙы ла күрәләр. Бригада концерт ҡуйып бөткәс, йыр тәьҫиренән күңелдәре йомшарған һалдаттар, күҙ йәштәрен йәшермәй, килеп ҡулдарын ҡыҫып, ҡосаҡлап, рәхмәт әйтәләр. Ғаиләһен, тыуған яғын һағынып йөрөгәндә күңелдәрҙе нескәртә шул ул моңло йырҙар... Йыр өсөн сиктәр юҡ, хәрби-патриотик йырҙар менән, урындағы халыҡ өсөн дә концерт ҡуя егеттәр. Бар ил халҡы кеүек, Фларид та, хәрби хәрәкәттәр ыңғай тамамланып, үҙ ғаиләһенә, тыуған яғына тиҙерәк ҡайтыу, балаларын, кескәй Ирханды, ҡосағына ҡыҫып һөйөү хаҡында хыяллана. Беҙ ҙә егеттәребеҙҙең имен-аман үҙ ғаиләләренә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Илсиә һәм Фларид Бирғәлиндар ғаиләһен ижади, талантлы ғаилә булараҡ беләбеҙ. Ғаилә башлығы илебеҙ именлеге һағында саҡта, яугир ғаиләһе нисек йәшәй икән? Илсиә Бирғәлинаға һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек:

Матур ғаиләгә нигеҙ һалыр «сәбәп» булып, Фларид атлы егет менән нисек осрашып таныштығыҙ?

– Беҙ Фларид менән, ысынын әйткәндә, студент ваҡыттан уҡ танышбыҙ. Шул ваҡытта танышһаҡ та, яҡындан аралашып, һөйләшеп йөрөмәнек. Танышҡанға ун йыл үткәс, икебеҙ ике яҡта йөрөп, уйламағанда Сибай филармонияһында осраштыҡ. Пандемиянан һуң мин эшкә сыҡтым, ул филармонияла эшләп йөрөй ине. Кеше үҙе килеп өндәшмәһә,  һөйләшеп бармайым. Фларидтың беҙҙең менән бергә колледжда уҡыған бер ҡыҙҙан барып: «Был Илсиәме ни?» – тип һорағаны иҫемдә. «Эйе», – тип яуаплағас, Фларид миңә килде лә: «Сәләм, ниңә һаулыҡ һорашмайһың?» – ти. Мин: «Сәләм», – тинем дә, эстән генә, кәрәк икән, кеше үҙе килә лә һаулыҡ һораша ул тип уйлап ҡуйҙым. Ун йылдаң һуң тәүге тәьҫорат шулайыраҡ булды.

Дуҫтарыбыҙ менән берәй концерттан һуң сәй эсергә йыйыла торғайныҡ. Әхирәтемдең егете  (ул шулай уҡ филармонияла эшләй), тағы ла ирле-ҡатынлы дуҫтарыбыҙ килә торғайны беҙгә. Әхирәтем менән бер фатирҙа йәшәгәс, сәй эскәндә мин дә булам. «Һиңә күңелһеҙ булмаһын», – тип улар Фларидты ла саҡырып алып килә торғайнылар. Шулай дуҫтар менән бергә осрашып йөрөгәндә әхирәттәрем: «Күҙ һалып ҡара, һәйбәт егет күренә», – ти торғайны. Кешене яҡшылап белмәһәң, ниндәйерәк икәнен аңлап булмай бит. Мин тыштан ҡарайым да: уй, был ҡылансыҡ, гел дә шаяра ла йөрөй, етди түгел, тип уйлап ҡуям. Ысынында иһә, ул бөтөнләй икенсе кеше булып сыҡты.

«Илсиәгә ҡарап йөрө, һәйбәт кенә ҡыҙ», – тип Фларидҡа ла әйткәндәр. Икебеҙ ҙә башта «Юҡ» тип йөрөгәнбеҙ ҙә, уйламағанда дуҫлашып, оҙаҡламай ғаилә ҡороп та ебәрҙек.

– Һеҙҙе башҡорт сәнғәте, мәҙәниәтендә ижади пар булараҡ беләләр. Һин үҙең, Илсиә, нимә менән шөғөлләнәһең?

– Мин Учалы сәнғәт колледжын тамамланым да, ике йыл мәктәптә эшләнем. Шунан һуң, йәш саҡта бейеп ҡалмаһам, ҡасан бейейем, тип уйлап, филармонияға эшкә төштөм. 2016 йылдан алып Сибай филармонияһында бейеүсе булып эшләйем.

– Һеҙҙең ғаиләлә балалар сәнғәтте яратамы?

– Балаларға килгәндә, Фларидтың өлкән ҡыҙы Сафия Учалыла йәшәй, атаһы һымаҡ йыр ярата. Айзилә ҡыҙыбыҙҙы бейеү түңәрәгенә биреп ҡараныҡ, бер йыл йөрөнө. Тик әлегә бейеүгә ынтылышы юҡ. Уның ҡарауы, өйҙә йырлап тик йөрөй. Әсәйем: «Был Айсилә кейәүгә оҡшап йырсы булыр, моғайын», – тип әйтеп ҡуя.

– Фларидтан ниндәй сәләмдәр килеп тора?

– «Иҫән-һау ғына булығыҙ, матур йөрөгөҙ, ауырымағыҙ. Нимә, ниндәй ярҙам кәрәк?» – тип Фларид тегендә ятып беҙҙең өсөн борсола. Тәү сиратта, беҙгә минең атай-әсәйем ярҙам итә, улар күрше ауылда ғына йәшәй. Шулай уҡ ҡустыларым. Ҡәйнәмдәр, алыҫта йәшәһәләр ҙә, телефон аша шылтыратып, беҙгә терәк булып торалар. Коллегаларға, дуҫтарға рәхмәт: утын ташышалар, ҡар көрәшәләр, картуф сәсешеп, йыйышалар. Аллаға шөкөр, хәлебеҙҙе аңлап, ныҡ ярҙам итәләр. Барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм.

– Сәнғәттән танһыҡ ҡанып, туйып ваз кискән саҡтар булдымы? Тормошта башҡа һуҡмаҡтар буйлап китеү теләге тыуманымы?

– Миңә бейеү бик ныҡ оҡшай, шуға башҡа өлкә тураһында уйлағаным да юҡ. Киреһенсә, мәктәптә ҡағыҙ эше менән булышҡандан һуң, бында бейеп йөрөүе рәхәтерәк икән, тип уйлайым. Ғөмүмән, ҡағыҙ, компьютер менән эшләүҙе яратмайым. Ҡайһы бер кешеләр, бейеп кеше аҡса эшләйме, ти. Ә миңә оҡшай, иң мөһиме, һаулығың, түҙемлегең һәм ижадҡа ынтылышың булһын.

– Ғөмүмән, тормош көтөү, көн итеү сараһы булараҡ, тағы ла нәмәләр менән шөғөлләнәһегеҙ.

– Хәҙерге ваҡытта өйҙә ултырам, икенсегә декрет ялына сыҡтым. Таныштарҙың төрлө һөнәрҙәргә уҡығанын ишетеп, ниңә миңә лә шулай итмәҫкә, тип уйланым. «Клубника в шоколаде» курсында уҡып сыҡтым. Буш ваҡытымда, заказдар булһа, шул тәмлекәстәрҙе эшләп һатам. Үҙем дә ашайым, дуҫтарыма ла ашатам, һатып та ебәрәм.

– Киләсәккә ниндәй маҡсаттар ҡуйып йәшәй яугир ғаиләһе?

– Аллаһ бирһә, Фларид һәм һуғыш яланында булған башҡа ир-уҙамандар иҫән-һау ҡайтһын тип теләйем. Иң ҙур хыялыбыҙ шул. Беҙ ҙә улар ҡайтҡансы иҫән-һау торайыҡ, илгә тыныслыҡ тиҙерәк килһен, тормоштар матурайып китһен. Һөйгәндәр, яҡындар, ағайҙар,  ҡустылар – барыһы ла өйҙәренә ҡайтып, тыныс, матур тормошта йәшәһендәр. Фларидтың бер туған ҡустыһы, минең үҙемдең ике ҡустым да һуғышта. Йәнә Фларид яу ҡырында булған дуҫтары, коллегалары өсөн бик ныҡ ҡайғыра. «Иҫән-һау ғына йөрөһөндәр инде», – ти. Фларидҡа афарин тиергә генә ҡала инде, беренсе фронт бригадаһында йөрөй, шул ваҡытта ла үҙенең ижадын дауам итеп, йырҙар сығарырға маташа. «Иң нығы улымды һағындым, ҡайтып күргем килә», – ти.

– Тормошта маҡсат ҡуйып йәшәй белгәндәр юғалып ҡалмай. Һеҙҙең ғаиләнең тормош девизы нисегерәк?

– Тормош девизына килгәндә, бөтә кешегә яҡшы булып булмаҫ, тим. Шуға барлыҡ кире күренештәрҙән дә позитив табырға ғәҙәтләнгәнмен. Төрлө һорауҙар килеп тыуһа, айыҡ аҡыл менән уйлап, ҡырҡ ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеп, йылмайыу менән ауырлыҡтарҙы еңеп, йәшәргә тырышабыҙ.

Миләүшә ҠЫҘРАСОВА

Йыр менән, Еңеүгә табан
Йыр менән, Еңеүгә табан
Йыр менән, Еңеүгә табан
Йыр менән, Еңеүгә табан
Автор:
Читайте нас: