Әлбиттә, һәр кемебеҙҙең бала сағы төрлө мажараларға бай. Үҫкәс инде уларҙың ҡайһы берҙәрен иҫләйһең, онотҡандары ла була. Һәр беребеҙ кеүек тиерлек, Радик Юлъяҡшин да бала сағында шуҡлығы менән айырылып торған.
Яңыраҡ әсәһе уның бала сағында булған бер хәл менән уртаҡлашты:
“Радикка 11 йәш ине һәм, өйҙә яңғыҙы күңелһеҙләнеп ултырмаһын тип, уны үҙем менән төҙөлөшкә эшкә алып барҙым. Төшкө аш ваҡытында балта оҫталары бригадаһы киткәйне инде. Һаҡсы урынында ултыра. Мин дә ҡыҙҙар менән ашарға киттем, ә улым шунда уйнап ҡалды.
Тик тормаған бала ирҙәрҙең эш урынын тикшерергә булған. “Нимә бында бөтәһе лә туҙып ята?” – тип уйлап, Радик шундағы эш ҡоралдарын пакетына йыйып һала, ә өҫтөнә ваҡ таҡталар өйә. Үҙенең “мөһим” эшен тамамлағас, беҙҙең эргәгә ашарға килде. “Әсәй, мин бында үҙемә эш алдым һәм хәҙер өйгә ҡайтам”, – тип ҙур ғорурлыҡ менән миңә таҡталар һалынған пакетты күрһәтте.
Төшкө аштан һуң юғалған эш ҡоралдарына бәйле тауыш ҡупты. Һаҡсы сит кешеләрҙең йөрөгәнен күрмәгән, тик смена аҙағына ҡулында пакет булған малайҙы иҫенә төшөрә.
Өйгә ҡайтһам, улым бөтә эш ҡоралдарын иҙәнгә һалып, бик ҡәнәғәт ултыра. Үҙе: “Мин бит урламаным. Ағайҙар үҙҙәре бөтә нәмәне ырғытҡайны!” – ти. Уны әрләп торманым, икенсе көндө бөтәһен дә кире эшкә алып барып, ғәфү үтендем. Тик аҙыраҡ булһа ла шелтә эләкте үҙенә”.