- Ауылға мин Африкалағы хәйерселекте күреп, ҡотом осҡандан һуң: "Тиҙ арала Рәсәйҙе ҡотҡара һалырға кәрәк", - тигән ялҡынлы идея менән ҡайттым. Йәнәһе, ауылды күтәрәм. Хәҙер ул ваҡыттағы үҙемде хәтерләп, рәхәтләнеп көлөрлөк хәлгә килдем, ниһайәт. Тик бер нәмә лә юҡҡа түгел, пекарня асып-ябып ҡыялған бер нисә йыл эсендә ауылда йәшәгем килгәнен, дөрөҫөрәге, ҡалала бөтөнләй йәшәй алмаясағымды аңланым. Ауылда бит хәҙер ҡалалағыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ уңайлыҡтар булдырырға мөмкин. Канализация, газ, һыу - шуларға өҫтәп, саф һауа, таҙа һыу, иҫ киткес матур тәбиғәт, үҙең үҫтергән саф, тәмле йәшелсә-емеш, ит, һөт. Ҡала һөнәр, белем алыу, йәш саҡта үҙеңде тормошҡа ашырыу маҡсатыңда мөмкинлек өсөн генә кәрәк. Минең өсөн хәҙер донъяның үҙәге - үҙем йәшәгән урын. Интернет бар икән - бөтә кәрәк мәғлүмәтте ауылда ла алам. Ауылда мин күберәк уҡыйым, сөнки кәрәкмәгән аралашыуҙарға, юлға, магазиндарға ваҡытымды әрәм итмәйем.
Яңыраҡ, аҙна тирәһе ҡалала булырға тура килгәндә, тағы үҙем өсөн мөһим булған бер нәмәне аңланым: ҡалала ауылдағы һымаҡ тормош тантанаһы юҡ, ә был минең өсөн бик мөһим: иртән тороп сығыу менән тормош океанына сумаһың - мал-тыуар, ҡош-ҡорт, күбәләктәр, бал ҡорттары, ҡуңыҙҙар һәм башҡа миллионлаған йән эйәләре гөж килеп тора, ә үләндәр, сәскәләр, ағастар... Уларҙың кинәнесен, ләззәтен тойоу - әйтеп-аңлатып биргеһеҙ рәхәтлек бирә. Донъя менән гармония - күңел өсөн иң мөһиме шул, ахыры. Быны мин ғүмер буйы, ваҡыт-ваҡыт бер сәбәпһеҙ депрессияға төшөп китеүҙән йонсоған кеше булараҡ әйтәм.
Ауылда минең өсөн ылыҡтырғыс тағы бер нәмә бар - ул физик эш, хәрәкәттә - бәрәкәт. Ысын мәғәнәһендә ауыл балаһымын: саф һауа еҫкәр өсөн генә урамда эшһеҙ йөрөү - миңә элек тә енәйәт һымаҡ тойола торғайны.
Ауылдың тағы бер йән тыныслығы бирә торған яғы бар - унда бер нәмә лә әрәмгә китмәй: картуф ҡабығы һымаҡ нәмәләр малға, ҡағыҙ-мағыҙ - утҡа яғырға, моданан сыҡҡан кейем-һалым - мал араһына кейергә, ахыр сиктә, балаҫ һуғырға... Әйберҙе исрафламаҫҡа тырышыу хәйерсе психологияһы түгел - ул планетаға, хеҙмәт кешеһенә, үҙеңдең һанаулы ғына ғүмереңә ихтирам, ҡәҙер, сөнки беҙ шул әйберҙәрҙе аҡсаға алабыҙ, ә аҡса эшләйбеҙ тип үҙебеҙҙең ғүмеребеҙ менән түләйбеҙ.
(Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина менән әңгәмәмдән өҙөк).
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 2024 йыл