-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Яратып эшкә барам да, һағынып эштән ҡайтам!»

Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисы Эльмир Ғәзизуллин үҙен бәхетле кеше тип һанай.

«Яратып эшкә барам да, һағынып эштән ҡайтам!»
«Яратып эшкә барам да, һағынып эштән ҡайтам!»

Һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, әҙәпле һөйләшеү, үҙ-үҙен тотоуҙа тыйнаҡлыҡ – Өфө «Нур» татар дәүләт театрының әйҙәүсе артистарының береһе, йырсы Эльмир Ғәзизуллинға хас сифаттарҙы атауҙы һораһалар, беренсе сиратта, шулар уйға килә. Сәхнәлә, эстрадала ниндәй генә уңышҡа өлгәшмәһен, Эльмир һәр ваҡыт ябай, һис тә маһая белмәүсе, олоно – оло, кесене кесе итеүсе ир-егет булып ҡала килә. Булмышымы, тәрбиәһеме шундай.

Эльмир Яхъя улы 1974 йылдың 9 октябрендә Башҡортостандың Стәрлебаш районы Ямғырсы ауылында тыуған. Әсәһе ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән, әле иһә хаҡлы ялда, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы ул. Берҙән-бер бала булһа ла, артыҡ иркәләп, эштән һаҡлап үҫтермәгәндәр Эльмирҙы. Мәктәпте лә тик яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егет.

– Бала саҡтағы иң ҙур хыялым – механизатор булыу, – ти Эльмир. – Тәпәй йөрөй башлағас та тракторға ултырҙым, тиһәм, алдау булмаҫтыр. Алтынсы класта атайым менән комбайнда эшләй башланым. Элек ауыл балаларының техникаға өйрәнеү мөмкинлеге булды. Йәштәрҙең мотоцикл, трактор йөртөүе ғәҙәти күренеш ине. 5-6 кластарҙа комбайнда эшләй башлай инек. Сөгөлдөр утаныҡ, айҙар буйы урманда лагерҙа яттыҡ...

Алтынсы класта уҡығанда Эльмир тәүге тапҡыр ауыл клубы сәхнәһенә сығып, «Шайморатов генерал»ды йырлай. Беренсе алҡыштар, беренсе сәхнә сынығыуы ала.

Атаһы йырға һәләтле кеше була. Ул, күп конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәрен яулай. Тауышы шундай матур була, хатта уны Илһам Шакировтыҡына оҡшаталар. 7-8 йәшлек улына баян һатып алып, ҡанат ҡуйыусы ла атай кеше була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1988 йылда, ҙур өмөттәр менән яңы өй һалып ятҡанда, Яхъя ағай мотоцикл менән юл фажиғәһенә эләгеп, һәләк була. Өйҙө ике йыл дауамында әсәле-уллы икәү күтәрәләр. Тормош шулай һынауҙар аша үтеп, дауам итә. Ҡайғылар ҙа баҫыла төшә. Йылдар уҙып, әсәһе икенсегә кейәүгә сыға, бөгөн матур ғаилә булып йәшәйҙәр, мунсалар яғып, тәмле ризыҡтар бешереп балаларын ауылда көтөп алалар. Сәнғәт донъяһына табан тәүге аҙым 1991 йылда яһала. Эльмир район һабантуйында йырлап, беренсе урын ала. Шул уҡ йылда, Өфө «Нур» татар театры өсөн махсус курс йыйыла. Һәләтле егеткә бәхет йылмая – ул ошо курсҡа ҡабул ителә.

– Беҙҙең райондан Тальмира Байназарова исемле ҡатын «Нур» театрын ойоштороусыларҙың береһе ине, – тип үткәндәрҙе иҫкә ала артист. Ул районға буласаҡ студенттар йыйырға ҡайтҡайны, Ямғырсыға ебәргәндәр. Мин ул ваҡытта Наумовка совхоз техникумына механикка уҡырға документтар тапшырып, комбайнда эш башлағайным. Әсәйем менән кәңәшләштек тә, документтарҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтына күсерергә уйланыҡ. Курс уҡытыусыбыҙ Фәрдүнә Ҡасимова булды. Сәхнә теленән – Суфия Ҡорбанғәлиева, йыр дәрестәрен Ләлә Муллабаева уҡытты. Икенсе курстан театрҙа эшләй башланыҡ. «Беренсе ҡарлуғастар» сафында ун биш егет һәм ҡыҙ уҡыныҡ.

Әйтергә кәрәк, әле генә ул театрға эшкә килеүселәр ғаиләгә алынған кеүек ҡурсаланып ҡабул ителә. Матур бина, коллективтың үҙ традициялары булдырылған, барыһы ла көйгә һалынған. Ә Эльмир эшкә килгәндә театрҙың әле ойошҡан ғына осоро... Бина юҡ, матди проблемалар күп. Репетициялар Өфөләге «ВЛКСМ-дың 40 йыллығы» Мәҙәниәт һарайында, «Авангард»та, спектаклдәр Резина-техник изделиелар заводының (РТИ), Өфө Моторҙар төҙөү берләшмәһенең (УМПО) Мәҙәниәт һарайҙарында уҙа. Гастролдәр йыш ҡына булып тора. Райондарға, Ҡазанға йөрөйҙәр.

– Институтты тамамлағандағы диплом спектакле – айырыуса иҫтә ҡалған, ҡәҙерле эш. Уильям Шекспирҙың «Ромео һәм Джульетта»һын уйнаныҡ, мин Ромео булдым. Театрҙа иһә беренсе етди ролем «Ҡулъяулыҡ» спектаклендә ине (1994). Мин унда Хәйҙәр образын кәүҙәләндерҙем. Был спектакль ҙур уңыш ҡаҙанды, бөтә Башҡортостанды йөрөп сыҡты, – тип һөйләй Эльмир Яхъя улы.

Театрҙа матур ғына эшләп, сағыу ролдәр тыуҙыра башлағанда ғына, 2001 йылда Эльмир Ғәзизуллин «Айҙар» театр-студияһынан саҡырыу ала. Талантына, күңел торошона тура килгән «Йырым менән бәхетлемен» исемле беренсе махсус альбомы сыға. Альбом сығарыуға заманына күрә бик ҙур аҡса талап ителә. Был сумманы күтәрергә әсәһе ярҙамлаша.

– Айҙар Ғәни улын бик хөрмәт итәм, – ти Ғәзизуллин. – Ул электән кумирым ине. Башлыса, төркөмөнә конферансье булараҡ эшкә саҡырҙы. Уның менән «Бәхет бит ул» һәм «Йәшәргә икән, йәшәргә» тигән ике программа әҙерләнек. 2003 йылда «Алтын ай» тигән үҙ төркөмөмдө төҙөнөм. Унда күберәк үҙемдең яҡташтар – Стәрлебаш егеттәре-ҡыҙҙары булды. Шулай 2015 йылға тиклем эшләнек. Үҙемдең ун аудио, алты видеоальбомым сыҡты, йөҙҙән артыҡ йыр яҙҙырҙым. Бәхеткә, бөтә ерҙә мине эстрада йырсыһы булараҡ беләләр һәм бөгөн дә саҡырыуҙар алып торам. «Алтын ай» менән ҡайҙа ғына эшләмәнек, ниндәй генә урында, ниндәй генә ҡалала сығыш яһаманыҡ. Бөтә илде йөрөп сыҡтыҡ. Себер, Силәбе, Екатеринбург, Мәскәү, Саллы... Рәсәйҙә беҙҙең халыҡ йәшәмәгән урын юҡ икән.

Әммә йырларға яратһам да, күңел театрға тарта, яңы ролдәр эшләге, яңы образдар тыуҙырғы килә башланы.

Өҫтәүенә, 2015-2016 йылдарҙа эстрада бик «тулды». Аҡсаһы булған һәр кем йырлай башланы. Шул уҡ ваҡытта курсташым Илдар Хәзиев театрға етәксе булып килде һәм мине эшкә саҡырҙы. Театрға ҡайттым һәм быға һис кенә лә үкенмәйем.

Бөгөн театрыбыҙ иң матур осорҙарҙың береһен кисерә. Фирзәт Ғәбиҙуллин директор вазифаһына тәғәйенләнгәс, «Нур» яңы төҫтәр менән балҡый башланы. Етди, күләмле ремонт эштәре башҡарыла. Танылған режиссерҙар эшкә саҡырыла. Әле яңы ғына Илдар Юзеевтың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған иҫ китмәле «Тау» спектаклен сығарҙыҡ. Режиссеры – Башҡортостан менән Татарстанда ғына түгел, Рәсәй күләмендә танылған Айҙар Жаббаров. Уның менән эшләү – һәр бер актерҙың хыялылыр. Спектаклдең ижади командаһында ил күләмендә билдәле хореографтар, рәссамдар булды. Уларҙың һәм артистарҙың уртаҡ көсө менән театр йәнә бер баҫҡысҡа юғарыға күтәрелде. Ҡолас йәйеп ижад итәбеҙ. Театрыбыҙҙа эшләргә теләгән кеше өсөн бар юлдар ҙа асыҡ. Баш режиссерыбыҙ Азат Йыһаншинға һәм режиссерыбыҙ Илдар Вәлиевкә минең холҡома, тәбиғәтемә тура килерҙәй ролдәр һайлап биргәндәре өсөн бик рәхмәтлемен!

Эльмирҙың шаҡтай уңыштары тормош иптәшенең хуплауы һәм ярҙамы менән үрелеп бара. Ул буласаҡ ҡатынын 1993 йылда Өфөлә «Театр яҙы» фестивале ваҡытында осрата. Ҡырмыҫҡалы ауылы ҡыҙы Гөлназ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында уҡый. Ҡыҙ курсташтары менән баш ҡалаға килә. Ә Эльмир, әйтеүебеҙсә, Өфөлә уҡып йөрөй. Актерҙар йортонда осрашалар. Аранан ҡайнар осҡон уҙа-уҙыуын, әммә элемтә булдырылып өлгөрмәй. Бөгөн социаль селтәрҙәр аша ла еңел табып була кешене. Ә ул ваҡытта хатта кеҫә телефондары ла юҡ. Әммә – яҙмыштан уҙмыш бармы һуң? Нәҡ бер йылдан «Нур» театры актерҙары «Зөләйха» спектакле менән Стәрлетамаҡҡа «Театр яҙы»на бара. Спектаклдән һуң артистар менән күрешергә ҡыҙҙар килә, улар араһында Гөлназ да була. Йәштәр ни бары бер ай осраша, шул арала мөхәббәт хистәре нығый. 1994 йылдың 14 майында никахтары була.

Инде бергә йәшәүҙәренә 30 йыл. Өс ҡыҙ үҫтергәндәр – Элиана, Ынйы, Таңһылыу. Өсөһө лә йырлай, талантлылар, әммә яҙмыштарын сәхнә менән бәйләргә теләмәйҙәр. Ҙур ҡыҙҙары кейәүҙә, тормош иптәше Артур менән улдары Эмирҙы үҫтерәләр. Ынйы эшләп йөрөй, Таңһылыу институтта уҡый. Уларға бәхет һәм матур ғаилә ҡороп йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Һөйөклөһө Гөлназ һөнәре буйынса режиссер. Ирле-ҡатынлы туйҙар, юбилейҙар, корпоративтар, концерттар алып баралар.

– Гөлназ менән бергә йырҙар, дуэттар ижад итәбеҙ. Бер-беребеҙҙе бер ҡараштан аңлап, матур итеп эшләйбеҙ. Эшемдән яратып өйгә ҡайтам. Өйөмдән яратып эшкә барам. Шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡтыр!

Бөгөнгө көндә Эльмир Яхъя улының ижади багажында утыҙҙан артыҡ сағыу роль бар. Айырым алғанда, Кәрим Тинчуриндың «Һүнгән йондоҙҙар»ында – Исмәғил, Туфан Миңнуллиндың «Ҡулъяулыҡ» спектаклендә – Хәйҙәр, Аяз Ғиләжевтең «Өс аршын ер»ендә – Мирвәли, Илшат Йомағоловтың «Мөхәббәт ҡоштары»нда – Мөнир, Әнғәм Атнабаевтың «Ул ҡайтты» драмаһында – Сабирйән, Әхмәт Фәйзиҙең «Отошло тормош»онда – Әсхәт Моратов, Илгиз Зәйниевтең «Хыял йорто»нда Салауат, Роланд Шиммельпфеннигтың «Үткәндән килгән ҡатын» эксперименталь спектаклендә – үҙ хистәрендә аҙашҡан, бер аҙ сәйерерәк Франк ул. Нәҡи Иҫәнбәттең «Һижрәт» драмаһында – йөҙөнән битлеге төшмәгән Качкинский. Һуңғы йылдарҙа ижад ителгән – Нәжиб Асанбаевтың «Киң урамдар тар ине» комедияһында колхоз рәйесе Таһиров, Мөҙәрис Багаевтың «Бер мәл ҡалала» комедияһындағы Сәлмән, Наил Ғәйетбаевтың «Иректең дә сиге бар» спектаклендә Бәхти кеүек ролдәре Эльмир Ғәзизуллиндың профессионал булып үҫеүенә дәлил булып тора. Ҡыҫҡаһы, ниндәй ролгә тотонмаһын – комедия кеүекме, етди характерлымы, әллә фәлсәфәгә уралғанмы – барыһын да уңышлы башҡарып сыға артист.

– Бөтә ролдәремде лә яратам, һәр ваҡытта ла яҡшы образ тыуҙырырға тырышам. Комедия булһынмы, драмамы, еренә еткерергә кәрәк, – ти ул. – Барыһына ла көс һалаһың, көн-төн шул роль менән йәшәйһең. Шулай ҙа, ҡайһы бер ролдәр һәйбәтерәк килеп сыға. Иң иҫтә ҡалғаны, әйтеүемсә, беренсеһе инде. Халыҡ та мине шул спектакль аша яҡшы хәтерләй. «Һин «Ҡулъяулыҡ» спектакле менән, Хәйҙәр булып килгән инең бит!» – тиҙәр. Ролдәр күп булды, киләсәктә лә күп булыр, тип өмөтләнәм.

Эльмир актер өсөн талант та, тырышлыҡ та бер үк дәрәжәлә кәрәк, тигән фекерҙә. Шуға ул һөнәре талап иткән өлкәлә арымай-талмай хеҙмәт итә.

Тамашасы һөйөүенән тыш, Эльмирҙың башҡа ҡаҙаныштары ла шаҡтай. Күптәре уның йырға маһирлығына бәйле. Бәләкәйҙән матур йырлаған, баянда уйнаған. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ Эльмир балалар хорында ҡатнашҡан, үҙешмәкәр сәнғәттә үҙен күрһәткән. И.Шакиров, Ә.Авзалова, Ф.Ғафаров, Ф.Ҡудашеваларҙың йырҙарын яратып башҡарыуын әйтә.

1999 йылда «Татар йыры «Туған тел» конкурсында лауреат исеменә лайыҡ булған Эльмир. 2003 йылда Татарстанда үткән ҙур йыр конкурсында «Ағиҙел ҡыҙы» тигән йыр менән лауреат исемен яулаған. Ошо һәм «Юлдар», «Донъялыҡта», «Тыуған көн», башҡа йырҙары хитҡа әүерелгән. Әйткәндәй, был йырҙарҙың күбеһе Эльмир Ғәзизуллиндың 45 йәше уңайынан «Нур» театрында үткәрелгән концерт репертуарына ингәйне. Һәм 50 йәшлек юбилейы уңайынан 9 октябрҙә уҙған бенефис спектакле – Илгиз Зәйниевтең «Мөхәббәт элмәге» комедияһында ла ул күп яҡлы һәләттәре менән асыла.

Әсәһе Сания Хөснөтдин ҡыҙы әйтеүенсә, Эльмир бәләкәйҙән бик иғтибарлы, хәстәрлекле, ярҙамсыл булған. Тырыш булғанға, һәр ваҡыт маҡсатына ирешкән. «Бөгөнгө абруйын да эше, тырышлығы менән үҙе яуланы», – ти.

Киләсәктә лә Эльмирға бары тик уңыштар ғына теләйек!

 

Айгөл ЮЛЪЯҠШИНА.

"Тамаша" журналы, №5-2024 й.

«Яратып эшкә барам да, һағынып эштән ҡайтам!»
«Яратып эшкә барам да, һағынып эштән ҡайтам!»
Автор:
Читайте нас: