Айҙар:
– Асыуланышһаҡ та, бер-беребеҙгә асыу тотоп түгел. Дөрөҫөрәге, беҙ бәхәсләшәбеҙ. Әле һуғышып та алабыҙ. Ҡан ҡойоп түгел инде. Ә йоҙроҡ менән саҡ ҡына бәреп, эмоцияларыбыҙҙы сығарабыҙ. Әммә барыһы ла тиҙ хәл ителә. Иң күбе – 5 минут үпкәләшеп торабыҙҙыр.
Алмаз:
– Ни өсөн беҙ асыуланышабыҙ? Безҙең һәр ҡайһыбыҙға билдәле вазифалар йөкмәтелгән. Әгәр ҙә ул вазифаларҙы тейешенсә башҡармыйбыҙ икән, ҡәнәғәтһеҙлекте белдерәбеҙ. Мәҫәлән, Айҙар күпселек ойоштороу мәшәҡәттәре менән шөғөлләнә, ә мин – ижад өсөн яуаплы. Мәҫәлән, студияға килеп керәм, ә унда Айҙар, рәхәтләнеп, социаль селтәрҙә «ултыра». Ә бит ул был ваҡытта афишалар ебәреү менән шөғөлләнергә тейеш ине. Шунан китә инде...
– Икегеҙ араһында кем баш та кем муйын?
Айҙар:
– 10 минутҡа иртәрәк тыуғас, бығаса мин тип уйлай инем. Ә хәҙер башҡаса. Алмаз да була ала, мин дә. Хәлдән дә килә. Һәр ваҡыт кәңәшләшәбеҙ.
Алмаз:
– Айҙар уҫалыраҡ, ә мин йомшағыраҡ. Әммә мине сығырымдан сығарһалар, Айҙарға ҡарағанда ла уҫалыраҡ була алам.