-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...

Агроном атаһының таң һарыһы менән эшкә китеп, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып кереүен күреп үҫкән Юнир бер генә нәмә хаҡында хыяллана: кәрәкле генә берәй һөнәр үҙләштерергә лә, тиҙерәк атай-әсәйгә донъя көтөргә ярҙам итергә. Атаһы фермер булып киткәс, был уйы тағы ла нығына. Атаһына ҡул ярҙамы кәрәк, ул булмаһа, кем? Юғары уҡыу йорто, яҙмышын театр сәнғәте менән бәйләү тураһында уйланғаны ла булмай хатта.

Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...
Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...

Актер булыу уйы ике ятып бер төшөнә лә инмәй уның. Мәктәп йылдарында төрлө байрамдар айҡанлы ойошторолған концерттарҙа ла рыяһыҙ ғына ҡатнаша. Шиғыр һөйләйме, инсценировкала уйнаймы – үҙенә тәғәйен ролде тыныс ҡына еренә еткерә, тик бына сәхнә артына сыҡҡас сығырынан сыға: ҡасан бөтә инде ошо концерт?! Шул мәлдә берәү: «Һин артист буласаҡһың, төп ролдәрҙә уйнаясаҡһың, улай ғына ла түгел, театрҙы ташлап сығып китеп, Себер аҡсаһының тәмен татығандан һуң сәхнәне, ижад мөхитен һағынып, яңынан театрыңа ҡайтасаҡһың», – тиһәләр, һис тә ышанмаҫ ине.

Мәктәпте тамамлағандан һуң да: «Атайһыҙ ҡалған донъя етемһерәп тормаһын, өй-ҡураға – ирҙәр ҡулы, әсәйемә терәк кәрәк», – тигән уй менән һөнәрселек училищеһында иретеп-ҡораусы һөнәрен үҙләштерә лә ауылына эшкә ҡайта. Совхозда иң кәрәкле кешеләрҙең береһе булып йөрөгән бер мәлдә әсәһе яғынан апайҙарының береһе: «Сибай институтында театр бүлеге асыла икән, әллә барып ҡарайһыңмы?» – тип әйтеп һала. Унда ла ҡыҙыҡ күреп кенә, ни булһа ла булыр, тигән уй менән генә сығып китә. Шулай ҙа белгән шиғырҙарын, гитарала уйнап йырлаған йырҙарын ҡабатлап, үҙенсә генә әҙерләнә имтихандарға һәм «йырлап ҡына» Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалының театр бүлеге студенты була ла китә. «Килдем. Күрҙем. Еңдем», – тигән һымағыраҡ килеп сыға: студент йылдарында уҡ Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт театры актеры булып эш башлай. Тәүге роле – Н.Асанбаевтың «Өҙөлгән өмөт» драмаһындағы Рәфил образы. Төп роль. Драматург күтәргән эшһеҙлек, эскелек, наркомания кеүек социаль проблемалар, атай менән ул араһындағы конфликт әсәһе яҡлап өләсәһенең әкиәттәрен, олатаһының ҡурай моңон тыңлап үҫкән йәш егеткә ят та була, шулай ҙа образын ышандырырлыҡ итеп уйнай. Ошо роле – ошо еңеүе менән аяҡ баҫа ул профессиональ сәхнәгә. Артабан – Ә.Атнабаевтың «Әсә хөкөмө»ндә – Тимерйән, В.Жеребцовтың «Икенсе подъезд» драмаһында Эдуард кеүек эске конфликтҡа ҡоролған образдар тыуҙыра. Үҙен драматик ролдәрҙе лә, комик ролдәрҙе лә берҙәй аса алған һәләтле актер итеп таныта. Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтүнов сәхнәлә байтаҡ тәжрибә туплап өлгөргән Айбулат Ҡотошов менән Юнирҙең икеһе өсөн генә Р.Солтангәрәевтың «Татар менән башҡорт» хикәйәһен сәхнәләштерә. Башҡорт Ишмырҙа (Айбулат Ҡотошов) менән татар Мәснәүи (Юнир Мансуров) икәүһе генә миллилектең асылы кеүек етди һәм сетерекле теманы асып һалалар. Ике сәғәт дауамында тамашасыны ауыҙыңа ғына ҡаратып тотор өсөн ай-һай ниндәй талант кәрәк! Ҡыйынһынмай, артыҡ көсәнмәй ген роль артынан роль сығарып өйрәнгән Юнир бер мәл режиссерҙарҙың иғтибарынан төшөп ҡала башлай. Үҙе әйтмешләй, сәхнәгә уның «типажы» кәрәк булмай башлай, шикелле. Төҫө-ҡиәфәте менән тамашасы күрергә теләгән «герой-любовник» түгел бит, ни хәл итәһең. Ә йәшәргә кәрәк. Күп уйлап тормай Юнир, Себергә сыға ла китә. Алты айҙан һуң уны театрға саҡырып алалар. Үҙе лә сәхнәне, тамашасыларҙы, ҡолас ташлап ижад иткән мәлдәрен һағынып өлгөрә. «Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул. Мин хатта үҙем ҡатнашмаған йә башҡа театрҙарҙың спектаклдәрен ҡарағанда ла сәхнәлә «йәшәйем», тәғәйен бер роль эсендә генә лә түгел, тотош спектаклдең эсенә инеп китәм. Үҙем уйнаған ролдәремә лә сәхнәлә инәм. Сәхнәнән төшкәс, ролдән сыға алмай яфаланмайым. Өйҙә образдар менән йәшәмәйем, улар өйгә эйәреп ҡайтмай. Уларҙың һүҙҙәрен ятлап алыу өсөн дә ике репетиция етә. Бер ҡасан да текст ятлап ултырғаным юҡ. Ролдәреңдең һүҙҙәрен ятлау яһалмалылыҡҡа алып киләлер ул. Образды һин уйнаһаң да, уның холоҡ-фиғеле коллектив ижад емеше бит. Унда иң тәүҙә режиссерҙың талабы, әҫәрҙең ошо образға һалынған идеяһы, сәхнә партнерҙарың менән мөнәсәбәттәр ята. Ятлап алған һүҙҙәреңде сәхнәгә сығып һөйләп кенә образыңды ла, дөйөм картинаны ла тыуҙырып булмай. Режиссер – һинең образың – сәхнә партнерҙарың – сәхнәнең биҙәлеше – музыкаль биҙәлеш – яҡтылыҡ – образ ошо әйләнештә бергәләп үҫтерелә, бергәләп асыла. Образға һин һалырға теләгән акценттар ошо сылбырҙың бер генә өлөшө менән тап килмәһә лә гармония юғала. Эйе, ниндәйҙер элементтарҙы – ҡылыс тотоп болғайһыңмы, сәхнә буйлап тәгәрәп китәһеңме, берәй барьер аша һикереп сығаһыңмы, эт булып өрәһеңме – ниндәйҙер физик әҙерлек, теүәллек, оҫталыҡ талап иткән хәрәкәт йә ым-ишараларҙы яңғыҙың ғына ҡабатларға мөмкин, хатта кәрәк тә, ә образдың эмоциялары, кисерештәре сәхнәлә тыуа. Һәр уйнауҙа уны яңынан кисерәһең, яңынан тыуҙыраһың», – ти ул үҙенең ижад алымдары менән бүлешеп. Эшләй башлаған ғына йылдарында образын өйҙә үҙенсә эшләп ҡарай Юнир. Репетицияға һүҙҙәрен ятлап, әҙерләнеп килә, йәнәһе. Әммә репетициялар барышында режиссерҙың талаптарына яраҡлаша алмай бер була. Тап шул мәлдә спектаклдең генә түгел, ролдең дә сәхнәлә тыуырға тейешлеген аңлай ул. Уйнаған ролдәре, бәлки, шуға ла еңел бирелгән кеүектер Юниргә. Үҙ образыңдан тыш, дөйөм картина эсендә йәшәй белеүҙәлер, бәлки, актерҙың уңышы?!

Шәхсән үҙем уны бары тик 2021 йылда ғына, ул Салауат башҡорт дәүләт театрына эшкә күскәс, А.Житковскийҙың «Һырғалаҡ» спектаклендәге балалар баҡсаһы ҡарауылсы-йыйыштырыусыһы Дядя Ваня ролендә күрҙем. Өҫтө-башы һепертке тотҡан ҡарасҡы сифатында булһа ла йәмһеҙ ҙә, ҡурҡыныс та, уҫал да түгел икән дә ул ҡарауылсылар. Һәр хәлдә, ҡарауылсының матур күңелен күрҙем мин Юнир тыуҙырған Дядя Ваняла. Баҡсалағы тәртипте генә түгел, күптәрҙең күңел күҙе күрмәгән матурлыҡты тоя һәм баһалай белә икән ҡарауылсылар ҙа. «Образ һине түгел, һин образды үҙең менән байытаһың», – тигәйне ул әңгәмә барышында. Шулайҙыр. Тап шуға күрә лә, үрҙә әйткәнемсә, ҡулына һепертке тотҡан ҡарасҡы ҡиәфәтендәге ҡарауылсы-йыйыштырыусы уға ғашиҡ булырлыҡ кимәлдәге матур, сағыу образ булып иҫтә ҡалғандыр.

Салауат театрында эшләй башлағас, ни бары өс йыл эсендә ундан артыҡ роль сығарып өлгөрә Юнир. Шуларҙың Мөнир Ҡунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» әҫәре буйынса ҡуйылған «Тоғролоҡ» (инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаева) спектаклендәге Иҙрис образына айырым туҡталғы килә. Иҙрис менән Нәфисә һигеҙ йыл бергә йәшәйҙәр. Яратышып ҡауышалар. Мөхәббәттәре һаман һүнмәгән. Һөйөп-һөйөшөп туймайҙар, әммә бына балалары юҡ. Тикшерелә торғас, сәбәптең Иҙристә икәнлеге асыҡлана. Бындай ғәйепте һәр ир ауыр күтәрә. Ир кеше өсөн был драма ғына түгел – трагедия! Бер көн килеп ирлек бәҫең селпәрәмә килһенсе әле?! Иҙристең ошо күңел ғазабын сәбәләнмәй, аҡырынмай-екеренмәй генә асып бирә ала Юнир. Ысын ир тап Иҙрис һымаҡ хәл итергә тейеш был мәсьәләне, тип ҡабул итәһең уның ҡарарын. Нәфисәһенең йөрәге аҫтында йөрөгән йән эйәһенең үҙ балаһы түгел икәнен дә, хатта уның атаһының кем икәнлеген дә белә Иҙрис, ә үҙ ҡулдары менән тыуасаҡ балаға ниндәй бишек эшләп ҡуя! Тик Нәфисәһенең генә күңеле бөтөн булһын! Эсендә упҡын ҡайнаһа ла бер ни һиҙҙермәй Нәфисәгә. Бахыр, мәүеш булғаны өсөн түгел, мөхәббәттәре хаҡына һөйөклө ҡатынының хыянатын ҡабул итергә (ғәфү итергә түгел, ҡабул итергә) көсө етә. Бала тыуғас, үҙ ҡулдары менән төҙөгән донъяһын ташлап сығып китергә лә риза, тик бәхеттәрен генә тартып алмаһындар... Күктәрҙең хыянатҡа мөнәсәбәте ҡәтғи: бала һуҡыр ҙа, һаңғрау ҙа булып тыуа. Ошо хәлдә лә Нәфисәнең гонаһ-ғазаптарын лайыҡлы, ирҙәрсә күтәрешә Иҙрис. «Ошо спектаклде уйнар алдынан тулҡынландыра, бер аҙ ҡалтырата, хатта ҡурҡыта ла. Күпме уйнаһам да, ошо образды асып бөтә алмам һымаҡ...», – ти ул күңелендә аңлатып биргеһеҙ тойғолар тыуҙырған Иҙрис образы хаҡында. Ә мин был ролдә Юнирҙең үҙенән башҡа бер артисты ла күҙ алдына ла килтерә алмайым. Мин-минлеген, һыҙланыу ғазаптарын эскә йота белгәндәр генә асып бирә алырҙай образ ул Иҙрис яҙмышы.

Яңылыш башҡа һөнәр һайлап, башҡа юлдан китә яҙған Юнир Мансуровҡа яҙмыш матур ролдәр, матур сәхнә яҙмышы яҙған. Ҡолас ташлап ижад итер сағы әле уның. Туплаған тәжрибәһе лә, әйтер һүҙе лә бар. Иң мөһиме – һәр ролен үҙенең ябайлығы, ихласлығы, эскерһеҙлеге менән биҙәр матур булмышы бар. Ғүмер үрҙәренә үрләгән һайын сағыулана бара уның булмышы. Тағы ла сағыуыраҡ ролдәр көтәбеҙ унан.

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.

"Тамаша" журналы. №5-2024 й.

Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...
Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...
Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...
Үҙеңдән ҡасып булмай икән ул...
Автор:
Читайте нас: