+2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Октябрь , 15:28

Тормошта ла, сəхнəлə лə һəр саҡ бергə

Республикала берҙəн-бер балалар театры булған «Сулпан» менəн филармонияны берлəштергəн, тулы ҡанлы ижад ҡомары менəн эшлəгəн коллективта үҙ эшенең оҫталары хеҙмəт итə. Шуларҙың иң сағыу ғаилə парҙарының береһе – Гөлиə менəн Юлдаш Юлдыбаевтар. Гөлиə Фəрит ҡыҙы «Сибай» халыҡ бейеүҙəре ансамбленең алыштырғыһыҙ солисткаһы булһа, Юлдаш Ҡасим улы «Сулпан» театры актеры һəм режиссеры.

Тормошта ла, сəхнəлə лə һəр саҡ бергə
Тормошта ла, сəхнəлə лə һəр саҡ бергə

Бер-берегеҙҙе ярты һүҙҙəн аңлап, үҙ-ара ихтирамығыҙ шунда уҡ күҙгə ташлана. Артист ғаилəһендə бындай күренеш бик һирəк күҙəтелə. Гөлиə, ғаилə татыулығы кемдəн?

– Əлбиттə, иремдəн! Ысынлап та, күптəр артистар ғаилəһен ни өсөндөр бер-береһен көнлəшкəн, үҙ-ара һəр саҡ ирешеп йəки хыянат иткəн ғаилə тип күҙ алдына килтерə, һəм тəрəн яңылыша. Мин был яҡтан бəхетлемен: мине ярты һүҙҙəн аңлап, яратып һəм һəр саҡ уңыштарыма ҡыуанып, дəртлəндереп торған ирем бар.

Тимəк, ике талантлы кешегə бер ҡыйыҡ аҫтында йəшəүе ҡыйын түгел?

– Юҡ, киреһенсə, бик уңайлы. Гастролдəргə сығып китһəк тə бер-беребеҙҙе аңлап ҡабул итəбеҙ. Ижадта ла, тормошта ла бер-беребеҙгə таяныс, артистарҙың ауыр хеҙмəтен, көн дə үҙ өҫтөңдə тынғыһыҙ эшлəргə кəрəклекте яҡшы аңлайбыҙ һəм бер-беребеҙгə ҡамасауламайбыҙ. Саҡ ҡына буш ваҡытыбыҙ булһа, уны һəр саҡ бергəлəшеп үткəрергə тырышабыҙ.

– Юлдаш, һинең бөтə ҡараштарың, фекерҙəрең менəн килешкəн, һинең күҙеңə генə ҡарап торған кəлəште ҡайҙан таптың?

 

Ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш журналыбыҙҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: