-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
30 Октябрь , 07:28

«Рух һәм моң бишегем Башҡортостанда»

Оҙон халыҡ йырҙарын йөрәге аша үткәреп, һәр бөгөлөшөн урын-еренә еткереп аһәңле итеп башҡарған милли мәҙәниәтебеҙҙең аҫылташы – гәлсәр тауышлы йырсы Башҡортостандан алыҫта донъяға килә. Кемерево өлкәһенең Прокопьевск ҡалаһы... Был географик урын халҡыбыҙ хәтерендә ҡәһәрле лә, шомло ла булып ҡара төҫтәр менән яҙылған. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында ҡоторонған сәйәси золом тулҡындары күпме яҡты яҙмыштарҙы тамырҙарынан йолҡоп Себер тарафтарына ташлай. Бала ғына көйө 1931 йылда ата-әсәһе менән ҡуша һөргөнгә ебәрелгән Амангилде ауылы ҡыҙы Маһира Тайсина шахтерҙар ҡалаһында үҙе ише «кулак балаһы» булған яҡташы – Тәпән егете Фәтих Шаһыбалов менән таныша һәм 1938 йылда йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләй. Ғаиләлә бер-бер артлы 8 бала донъяға килә. Шуларҙың бишенсеһе, дүрт ҡыҙҙан һуң көтөп алынған малай, Садиҡ була.

«Рух һәм моң бишегем Башҡортостанда»
«Рух һәм моң бишегем Башҡортостанда»

– Ике яҡтан да олатайҙарымдың башын ашаған репрессия зәһәрлеге беҙҙең быуынға теймәне. Иҫ ингәндән үҙемде бер нимәгә лә ҡытлыҡ кисермәгән, малайҙар менән көн оҙоно парктан ҡайтып инмәгән, тормошом тик уйындарҙан ғына торған хәсрәтһеҙ бер ҡала малайы тип белә инем. Магазин кәштәләрендә ризыҡ та, кейем дә тулып ятты. Шахтерҙар аҡсаны мул алып эшләне. Ә беҙҙең атай, өҫтәүенә, шахтала начальник та ине, – тип хәтерләй ул бала саҡ йылдарын.

Өлкәндәрҙең өйҙә башҡортса һөйләшеүе, балаларға туған телдә һүҙ ҡушыуы ғына етмәй, уратып алған урыҫ мөхите, рус мәктәбендә уҡыу барыбер үҙенекен итә. Башҡортсалары икмәк-тоҙлоҡ аңлау кимәлендә генә булһа, атай-әсәй ҡушҡан Йәүҙә, Зәйтүнә, Йәмилә, Рауза, Садиҡ, Сәлих, Әкрәм, Рәйсә тигән исемдәр ҙә асылынан ситләшә.

– Нисек Нина, Зина, Валя, Роза, Юра, Валера, Гена, Рая булып киткәнбеҙҙер, иҫләмәйем. Иллә-мәгәр урыҫ исемдәре менән өндәшеүҙәренә күнеккән инек. Мин иҫ белгәнемдән Юра инем инде. Садиҡҡа бөтөнләй оҡшамаған. Улай тиһәң, Сәлих менән Валера, Әкрәм менән Гена араһында ла бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ юҡ, – тип көлә Садиҡ ағай.

Шулай Юра булып, йыр-моң һөйгән ғаиләлә апаларынан рус кинофильмдарында яңғыраған йырҙарҙы отоп алып йырлап йөрөгән Садиҡтың тормошо 14 йәшендә ҡырҡа боролош яһай.

Дуҫтар, халыҡ ынйыһы, һәүәҫкәр йырсы Садиҡ Шаһыбалов тураһында мауыҡтырғыс мәҡәләне журналыбыҙҙың яңы декабрь һанында уҡырһығыҙ.

«Рух һәм моң бишегем Башҡортостанда»
«Рух һәм моң бишегем Башҡортостанда»
Автор:
Читайте нас: