-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Октябрь , 09:37

“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты

Бейеү сәнғәтен һөйөүселәр, һеҙҙең өсөн!

“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты

28 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты үтәсәк.

Сағыу тамашаға рәхим итегеҙ! Инеү бушлай.

Театрлаштырылған концерт программаһы Рәсәйҙең атҡаҙанған бейеү ансамбленең 60 йыллыҡ юбилейына арналған.

"Ләйсән " - Учалы ҡалаһы һәм районының алдынғы коллективтарының береһе. Уның беренсе педагогы һәм остазы – РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәйзи Әҙһәм улы Ғәскәров. Арҙаҡлы шәхес ансамбль өсөн бер нисә сәнғәт өлгөһө булған бейеү ҡуйған, улар бөгөн дә ансамблдең «алтын фондына» инә. Һүҙ "Гөлнәзирә", "Ҡороҡсолар", "Беҙҙең байрам", "Зарифа" кеүек бейеүҙәр хаҡында бара.

Коллектив етәксеһе – Миҙхәт Мөхәммәт улы Алсынбаев. Ансамблдең юғары ижади ҡаҙаныштарын баһалап, уға 1972 йылда “халыҡ” исеме биргәндәр. 60 йыллыҡ юбилейын коллектив бай тәжрибә һәм күркәм традициялар менән ҡаршылай, 200-ҙән ашыу бейеү башҡара. Коллектив репертуарында Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәҙәни һәм халыҡ традицияларына нигеҙләнгән бихисап бейеү композициялары бар.

“Ләйсән” ансамбле – бик күп халыҡ-ара, төбәк –ара, Рәсәй, республика фестивалдәре, бәйгеләре лауреаты һәм дипломанты, халыҡ һөйөүен яулаған, үҙ тамашасыһы булған сағыу коллектив.

Тамашаға рәхим итегеҙ!

“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
“Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерты
Автор:
Читайте нас: