-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Октябрь , 11:29

Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәбир Фәттәх улы АРАЛБАЕВ – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең традицияларын дауам итеүсе өмөтлө йәштәрҙең береһе, башҡорт бейеүенең нескәлектәрен туҡтауһыҙ өйрәнгән талант эйәһе. Әңгәмәсебеҙ данлыҡлы коллективтағы эше тураһында һөйләне, башҡорт бейеүенең киләсәгенә бәйле фекерҙәре менән бүлеште.

Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы

– Бейеү сәнғәтенең йүнәлештәре күп төрлө. Ни өсөн тап халыҡ бейеүен һайланың?

– Халыҡ ижады мөхитендә үҫкәнгәлер. Атайым Фәттәх Фәррәх улы менән әсәйем Зарифа Закир ҡыҙының йәш саҡтан райондың «Ирәндек» ансамблендә бейеүе лә йоғонто яһағандыр. Атайым шулай уҡ боронғо йырҙарҙы башҡара, ҡурайҙа, баянда уйнай, әсәйемдең дә тауышы моңло.

Аралбаевтар нәҫеле мәжлестәргә йыйылһа, атайым балаларға «Ултырыш-ятыш» уйынын үткәрә торғайны. Беҙ шул уйынды ныҡ яраттыҡ, көтөп ала инек. Атай беҙҙе баянда дәртле көйҙәр уйнап бейетә лә, ҡапыл көйҙө туҡтатып, «ҡосаҡлашырға», «ултырырға», «ятырға» тигәнерәк ҡыҙыҡлы наказдар әйтә. Ҡайһы бала өлгөрмәй ҡала, шуны түңәрәк уртаһына ҡуйып бейетәбеҙ.

– Фәйзи Ғәскәров ансамбленә килеүең осраҡлы булдымы, әллә күптәнге хыялың инеме?

– Әсәйем Буранбай ауылындағы «Еҙ үксә» өлгөлө балалар ансамблендә бейеүҙән уҡытты, үҫә төшкәс, мин дә ошо коллективҡа ҡушылдым һәм бейеү сәнғәте менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Әсәйемдең коллекцияһында ғәскәровсыларҙың видеокассетаһы булды. Шуны көн һайын тиерлек иҫем китеп ҡарай торғайным. «Нисек улайтып бейеп була икән?» – тип аптырай инем.

Бер мәл ауылға билдәле бейеүсе һәм хореограф, Стәрлетамаҡ бейеү театрына нигеҙ һалыусы Хәлил Ишбирҙин килде. Ул беҙҙең балалар ансамбленә «Ирәндек бөркөтө» бейеүен ҡуйҙы. Быға тиклем телевизорҙан ғына күргән тере легенда менән осрашыу миңә ныҡ тәьҫир итте. Хәлил ағайҙың нисек итеп бейеү хәрәкәттәрен күрһәтеүенә, энергетикаһына шул тиклем һоҡландым. Ул килеп ҡайтҡандан һуң халыҡ бейеүенә һөйөүем тағы ла көсәйҙе, хатта Фәйзи Ғәскәров ансамбленә эшкә төшөү тураһында хыяллана башланым.

Һигеҙенсене тамамлаған йылда «Байыҡ» балалар телевизион конкурсында призлы урын алғас, проект етәксеһе Рита Өмөтбаева Рудоль Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжына барып ҡарарға кәңәш итте. Йәй буйы: «Мине колледжға алып бар, бейегем килә», – тип атайҙы ҡаңғыртып бөттөм. Шунан ул етди һөйләшеү үткәрҙе. «Улым, үҙемдән алып әйтәм, бейеүсе булыр өсөн ат һымаҡ эшләргә кәрәк. Күп тир түгәсәкһең, тәнең һыҙлаясаҡ, гел гастролдә йөрөйәсәкһең, аҡса яғының әҙ булыуы ихтимал. Шундай ауырлыҡтарҙы үтергә әҙерһеңме?» – тине.

Колледжда үҙ-үҙемә талапсан уҡыусы булдым, бөтә көсөмдө бейеүгә һалдым. Тырышлығым бушҡа китмәне – уҡыуҙы тамамлағас, кластағы туғыҙ егет араһынан бер үҙемде Фәйзи Ғәскәров ансамбленә һайлап алдылар.

Ансамблдә эшләүемә быйыл 12 йыл тула, шуның бер йылын армияла үткәрҙем – Көнбайыш хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблендә хеҙмәт иттем.

– Ансамблдең репертуарында төрлө халыҡтарҙың бейеүҙәре бар. Ҡайһыларын отоп алыуы ҡыйын булды?

– Бейеүҙәрҙе өйрәнеү миңә еңел бирелә, хәрәкәттәрҙе тиҙ отоп алам. Шулай ҙа Фәйзи Ғәскәров һалған бейеүҙәрҙе өйрәнеүе ауырыраҡ. «Өс таған»да бабайҙың партияһы ҡатмарлы, дөрөҫөрәге, ролгә инеүе ҡыйын. Гримын эшләү ҙә оҫталыҡ талап итә. Барыһына ла ансамблдең ветерандары Филүс Ҡаҙаҡбаев менән Азамат Нуриманов өйрәтте. Коллективта быуындар күсәгилешлегенең булыуы ҡыуандыра.

Был бейеүҙе өйрәнгән осорҙа Фәррәх ҡартатайым атай-әсәйем йортонда йәшәй ине. 90 йәшкә етеп барған ҡартатайҙың артынан эйәреп йөрөп, хәрәкәттәрен ҡабатлап, атлауын, башын нисек бороп ҡарауын, нисек һөйләшеүен отоп алдым. Хәҙер ҡартатайым арабыҙҙа юҡ инде, әммә уның образы «Өс таған» бейеүендә йәшәй. Туғандар минең сығышты ҡараһа, сәхнәгә ҡартатайың килеп сыҡҡан һымаҡ, хәрәкәттәрен ныҡ оҡшатып эшләйһең, тип һөйөнә. Ул бейеүҙең нескәлектәрен асып бөтөрөрлөк түгел, һаман да образымды камиллаштырыу өҫтөндәмен.

Фәйзи Әҙеһәм улы һалған «Кейәү» бейеүе лә ауыр бирелде. Унда гармунсы партияһын башҡарам. Гармундағы көйҙәрҙе Роберт ағай Хәмиҙуллиндың артынан ҡалмай ныҡышып өйрәнеп алдым.

Риф ағай Ғәбитовтың «Йылҡысы моңо» бейеүе шулай уҡ күп көс талап итте. Унда ҡурайҙа «Ғилмияза»ны уйнайым. Бейеүҙең тағы бер үҙенсәлеге – биш метрлыҡ оҙон ҡайыш сыбыртҡы менән эш итеү. Бейеүҙе Риф ағай миңә үҙе ҡуйҙы. Өйрәнеүе ауыр булды, ҡулымда һаман да сыбыртҡы эҙҙәре тора. Бик оҫта булырға, көйгә тап килтереп шартлатырға кәрәк.

– Иң ауыр бейеүҙәр араһына аргентин көтөүселәре бейеүе «Гаучо»ны ла индерерһең, тип уйлағайным. Ундағы тыпырлауҙар, хәнйәрҙе ҡулда оҫта итеп уйнатыуҙар һушты алырлыҡ бит!

– Был бейеүҙе мин бер төндә өйрәндем. (Көлә). Ете йыл элек Ырымбур өлкәһендәге гастроль ваҡытында булды был хәл. Сираттағы концерттан һуң өлкән коллегаларымдың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Мөлөков килде лә, иртәгә «Гаучо»лағы яңғыҙ партияны минең урынға башҡарасаҡһың, тине. Аптырап киттем, сөнки был бейеүҙә бер ҡасан да ҡатнашҡаным юҡ ине. «Алда тотош бер төн бар әле!» – тип ҡырт киҫте ул. Төн буйы йоҡламаным – бейеүҙең яҙмаһын ҡараным, тыпырлауҙарҙы автобуста ултырған килеш өйрәндем, коллегаларҙан ҡайһы бер элементтарҙы күрһәтеүҙе һораным. Иртәгәһенә репетициянан һуң шул асыҡланды: баҡтиһәң, Рөстәм Мөлөков менән художество етәксеһе Риф Ғәбитов мине һәм тағы бер йәш артисты шаяртырға булған икән. Икенсе бейеүсе партияны өйрәнеп тә маташмаған, ә мин беренсе тапҡырҙан бер хатаһыҙ бейеп күрһәттем. Миңә барлыҡ коллегаларым алҡышланы, ә Риф Фәтих улы: «Үҙ эшеңә бына ошолай яуаплы ҡарарға кәрәк», – тине.

Бер яҡтан, бындай баһаны ишетеүе рәхәт ине, икенсе яҡтан, үҙемде алданған итеп тойҙом, сөнки «Гаучо»лағы ошо партия тураһында эстән генә хыялланып йөрөй торғайным. Шулай ҙа гастролдән ҡайтҡас, хыялым тормошҡа ашты – был етеҙ һәм матур бейеүҙәге яңғыҙ партияны миңә ышанып тапшырҙылар.

– Башҡорт бейеүе нимәһе менән айырыла?

– Башҡорт халҡы борон замандан азатлыҡты ныҡ һөйгән, иркенлекте яратҡан, был бейеү хәркәттәрендә сағыла. Йәйрәп китеп, ҡолас йәйеп бейей бит ул башҡорт, хәрәкәтенән генә түгел, ҡарашынан да ҡыйыу рух бөркөлә. Шулай уҡ күп хәрәкәттәр көнкүрешкә бәйле, быны мин халҡыбыҙҙың эш һөйөүсәнлеге, көндәлек эште лә сәнғәт кимәленә күтәрә белеү һәләте билдәһе тип ҡабул итәм.

Чечен Республикаһының данлыҡлы бейеүсеһе Мөхәмәт Иҫәнбаев күп халыҡтарҙың бейеүен башҡарған. «Һунарсы» бейеүен бейегән. Башҡортостанға килгәнендә: «Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлы бейеү. Һеҙгә ярар өсөн түгел, ысынлап әйтәм. Был хәрәкәттәргә бәйле түгел. Башҡорт бейеүенең характерын, нескәлеген биреп еткереүе ауыр. Иң оҙаҡ өйрәнгән бейеү ошо булды», – тигән ул.

Башҡорт бейеүен белер өсөн үҙеңә башҡорт булырға кәрәк. Халыҡтың тарихын белмәһәң, шул рух менән һуғарылмаһаң, башҡорт бейеүен тамашасыға алып барып еткереүе ауыр.

Нурзиә ХӘСӘНОВА. 

"Тамаша" журналы, №4-2024 й.

Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Хәбир АРАЛБАЕВ: Башҡорт бейеүе – иң ҡатмарлыһы
Автор:
Читайте нас: