"Миңә күптәр: "Миләүшә, ваҡытың еткән, туҡта... Етер йүгерергә...", - тип тыҡыны. Ә мин һаман ышаныслы кешене осратырға хыялландым һәм көттөм.
Беҙҙең яҙмышты хәл иткән тәүге осрашыу минең һаулығым ҡаҡшауы арҡаһында килеп сығыр, тип күҙ алдына ла килтермәнем. Иртәгә 30 йәшем тула тигән көндө, репетицияла аяғымды һындырҙым. Был йәрәхәт күп пландан баш тартырға, яҡын киләсәккә ҡуйылған бурыстарҙы ситкә ҡуйырға мәжбүр итте. Мин, ысын мәғәнәһендә, туҡтап ҡалдым. Һәм тирә-яҡҡа күҙ һалдым. Тормошта эш кенә түгел, ә башҡа мөһим ҡиммәттәр барлығын аңланым.
Ҡыҫҡаһы, дауалаусы табибым бөгөн минең иремә әйләнде. Уның исеме Фәрит, фамилияһы - минеке кеүек үк, Хәйбуллин, сығышы менән Бәләбәйҙән, травматолог-ортопед. Социаль селтәрҙәрҙә бер ҡайҙа ла теркәлмәгән, эҙләмәһәгеҙ ҙә була. Иң мөһиме, мин уны ныҡ яратам, ул минең оҙаҡ көтөп алған кешем", - тип яҙған ине бер посында Миләүшә.
Быйыл йәйгеһен Хәйбуллиндар ғаиләһендә, Батырхан ағаһы янына иптәшкә, кескәй ҡыҙсыҡ донъяға килде.
Хәйбуллиндарға ғаилә бәхете теләйбеҙ!