+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Октябрь , 16:34

“Башҡорт бейеүе” картинаһы

Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй рәссамдар Союзы һәм Халыҡ-ара Һынлы сәнғәт ассоциацияһы АИАП ЮНЕСКО ағзаһы Илдус Мортазиндың “Башҡорт бейеүе” тип исемләнгән картинаһын тәҡдим итәбеҙ.

“Башҡорт бейеүе” картинаһы
“Башҡорт бейеүе” картинаһы

"Халыҡ бейеүҙәре" картиналар серияһын яҙыу идеяһы йәш сағымда уҡ килгән ине. Быуаттар буйына камиллаштырылған һәм халыҡтың булмышын сағылдырған хәрәкәттәрҙең матурлығы һәм пластикаһы миндә һоҡланыу тойғоһон уята. Уйлауымса, йәшлек һүрәттәре тамашасыға халыҡ ҡиммәттәренең матур киләсәге барлығына ышаныс тыуҙыра.

Бөгөн "Халыҡ бейеүҙәре" серияһын дауам итәм, әле Волга буйы халыҡтары бейеүҙәре өҫтөндә эшләйем. Ошо серия сиктәрендә «Башҡорт бейеүе» картинаһын яҙҙым. Эскизын биш йыл элек эшләгән инем, уйымды тормошҡа ашырыуыма бик шатмын.

Ир-егет образы аша тиҙ хәрәкәтте еткерергә тырыштым. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа башҡорттарҙың ниндәй шәп һыбайлылар булыуын беләбеҙ. Ә башҡорт ҡыҙы образы аша - халыҡ фольклорының матурлығын һәм гармониялы тулҡындарын. Бала саҡтан башҡорт йырҙарын яратам, уларҙа үҙенсәлекле моң бар. Әсәйем дә гел әйтә ине башҡорттарҙың бик моңло халыҡ булыуҙары тураһында”, - тип уртаҡлашты рәссам Илдус Мортазин.

ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

“Башҡорт бейеүе” картинаһы
“Башҡорт бейеүе” картинаһы
Автор:
Читайте нас: