+16 °С
Облачно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Октября 2024, 10:00

«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...

Бары алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәштем...» Арҙаҡлы улдары күп халҡыбыҙҙың... Шулар араһында донъя кимәлендә танылыу яулаған моң эйәләре – ағалы-ҡустылы Абдразаҡовтар ижадтағы бейеклектәре һәм бөйөклөктәре менән айырым урын биләп тора. Бөгөн журнал уҡыусыларыбыҙ иғтибарына күптән түгел 55 йәшлек юбилейын билдәләгән данлыҡлы замандашыбыҙ, Башҡортостандың – халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе Асҡар Әмир улы Абдразаҡов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Асҡар Әмир улы сәхнәләрҙә генә түгел, тормошта ла харизмаһы, ихласлығы, алсаҡлығы менән арбай торған заттарҙан... Һөйләшеүебеҙ уның эш бүлмәһендә үтте. Ә инде Ер шарының әле – бер, әле икенсе ҡитғаһында сығыш яһаған данлыҡлы бастың: «Һаумыһығыҙ, рәхим итегеҙ», – тип саф башҡортса өндәшеүе, телмәрендә башҡорт һүҙҙәрен дә ҡулланыуы күңелгә бал булып ятты...

«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...
«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...

– Асҡар Әмир улы, һеҙгә илле биш йәш... Ирмен тигән ир-уҙаман, вокал оҫтаһы булараҡ, ошо ике «бишле»нең үҙенсәлектәре хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Беләһегеҙме, барыһы ла кешенең үҙ ҡулында, алдына ниндәй маҡсаттар ҡуйыуында, көнөн нисек ойоштороуында... Мин тырышам инде... Көнөм, ғүмерем заяға үтмәһен тип тырышам... Күберәк хәрәкәт итеүҙе хуп күрәм. Һәр иртәм гимнастиканан, күнекмәләрҙән башлана. Ижадтан бушаған арала хоккей уйнарға әүәҫмен. Бына шулай... Хәрәкәттә – бәрәкәт...

– Коллегаларығыҙ һеҙҙең эшһөйәрлеккә, ижади йәһәттән бик ҙур бейеклектәргә өлгәшһәгеҙ ҙә, көн дә тауышығыҙ өҫтөндә эшләүегеҙ хаҡында һоҡланып та, ғорурланып та телгә ала... Тимәк, һеҙгә тауыш мөмкинлектәре йәһәтенән генә түгел, үҙеңде физик яҡтан тонуста тотоу ҙа мөһим...

– Әлбиттә. Сәхнә һомғоллоҡто ярата... Матур йырлауынан тыш, тамашасы сәхнәлә күркәм буй-һынлы артисты күрергә теләй. Йылдар үткән һайын ошо хаҡта ла оноторға ярамай... Үҙеңде һәр саҡ тонуста тоторға, трендта булырға тырышырға кәрәк. Ә инде етәксе, остаз быларҙың барыһын да үҙ миҫалында күрһәтергә тейеш. Сөнки үҙең булдыра алмағанды башҡаларҙан талап итергә хаҡың да юҡ. «Ә һеҙ үҙегеҙ һуң?!» – тиәсәктәр.

Был тормошта бөтәһенә лә өлгәшергә мөмкин. Теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын!..

– Үҙегеҙҙе нисә йәштән иҫләйһегеҙ? Бала сағығыҙ нисегерәк булып хәтерегеҙҙә ҡалған?

– Ике-өс йәштәрҙән алып иҫләйемдер... Һәр хәлдә, яҡындарымдың ниндәйҙер яңы уйынсыҡ тотторған мәлдәре иҫтә һымаҡ. Мин әсәйем яғынан тәүге ейән булдым. Барыһының да һөйөүенә, иғтибарына ҡойоноп, бүләктәренә һөйөнөп үҫтем. Велосипед бүләк итһендәрме, аяҡтар менән әйләндереп йөрөтә торған «текә» машина булһынмы! Ана шундай иң матур, йылы хәтирәләр генә һаҡлана бала сағымдан... Яҡутов исемендәге паркта уйнағаныбыҙ, шунда үҫкән тирәктәрҙең мамығын тибеп ҡыҙыҡ табыуыбыҙ, күлдәге аҡҡоштарҙы ашатыуыбыҙ хәтерҙә... Тәүге тапҡыр конькиға баҫҡан мәлем... Атайымдың тыуған яғында – Ырымбур өлкәһенең Туҡай ауылында велосипед йөрөтөргә өйрәнеүем...

– Атайығыҙ Әмир Ғәбделмән улы хаҡында ишетеп тә, уны күреп тә беләбеҙ... Ә бына әсәйегеҙ тураһында мәғлүмәт юҡ тиерлек...

– Әсәйебеҙ рәссам беҙҙең... Өфөлә тыуған, Өфөлә үҫкән... Аллаға шөкөр, ғәзиз кешебеҙ иҫән әле. Матур, ипле, аҡыллы заттарҙан ул... Һоҡланғыс картиналар яҙҙы. Биҙәү-ҡулланма сәнғәте йүнәлешендә уңышлы эшләне. Оҙаҡ йылдар «Ағиҙел» сәнәғәт ойошмаһы хеҙмәткәре булды. Хәтеремдә, әлеге Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте бинаһы менән «Башҡортостан» концерт залы араһында шул ойошманың бер цехы урынлашҡайны. Әсәйем шунда эшләне. Мине лә йыш ҡына үҙе менән ала торғайны. Ул мәлдә Ленин урамы буйлап трамвай юлы үтә ине. Беҙ ул йылдарҙа Зорге урамында торҙоҡ. Әсәйемдең эшенә саҡлы трамвай менән йөрөгәнебеҙ хәтерҙә. Беҙҙең йортта бик күп сәнғәт әһелдәре йәшәне. Фатирыбыҙҙан кеше өҙөлмәне. Атайым һәм әсәйем яҙыусылар, рәссамдар һәм башҡа интеллигенция вәкилдәре менән ҡатышып йәшәне.

– Атайығыҙ ГИТИС-ты тамамлаған кеше, киностудияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, телевидение режиссеры булды. Һәм һеҙ ҙә уның фильмдарында төшкәнһегеҙ...

– Эйе. Әммә ниндәйҙер ҙур образдар түгел ине улар. «Бөртөкләп йыйыла алтын»да, «Кинйә»лә эпизодик ролдәр башҡарҙым. Ә тәүге ролем бер йәшлек сағымда «Туй» фильмында булған. Мин унда кемдеңдер алдында ултырам...

– Атайығыҙҙың эшмәкәрлеге һеҙҙең ижади һөнәр һайлауығыҙға булышлыҡ иткән инде?

– Әлбиттә. Ижади фекерләү, хис-тойғолар тәрәнлеге йәһәтенән, һис шикһеҙ, атайымдың йоғонтоһо ҙур булды. Ул үҙе шул тиклем бай рухлы, колоритлы шәхес ине. Мин дә башта атайым һымаҡ мотлаҡ театр һәм кино актеры буласаҡмын, һуңынан режиссер һөнәрен үҙләштерәсәкмен тип үҫтем. Әммә бер мәлде йырсы Радик ағай Гәрәев менән юлдарыбыҙ киҫеште. Уныһына ла атайым сәбәпсе булды. Радик Гәрәев хаҡында музыкаль фильм төшөргән сағы ине. «Ниҙәр эшләйһең, ҡустым, йырлайһыңмы?» – тип һораны ул минән. «Эйе, ағай, актер һөнәренә әҙерләнәм, йырлап та алам, тик тауышым түбән», – тип яуапланым. Ул мине йырлатып ҡараны ла, атайыма: «Булдыра бит был егет, һеҙ уны Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға алып барығыҙ», – тип кәңәш итте. Ул саҡта Миләүшә Ғәли ҡыҙы Өфө сәнғәт институтында кафедра мөдире ине. Барҙым уға... Миләүшә Ғәли ҡыҙы мине йырлатып ҡарап кинәнде. «Бер кем дә боҙорға өлгөрмәгән шундай саф тауыш!» – тип ҡыуанды ул. 16 йәшлек сағым ине... Быға тиклем музыка мәктәбендә шөғөлләнмәгәнмен... Шулай итеп мин сәнғәт институтына әҙерлек курсына килдем. Ике йыл әҙерлек курсында шөғөлләнгәндән һуң әрмегә алындым. Һамар ҡалаһының Волга буйы йыр һәм бейеү хәрби ансамблендә хеҙмәтемде тамамлап ҡайтҡас, Өфө сәнғәт институты студенты булып киттем.

– Карьерағыҙҙың тәүге йылдары... Ниндәйерәк ине ул саҡтағы Асҡар Абдразаҡов?

– Пионер инде... Пионер... Ярһыу рухлы, дәртле... Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыусы... Әҙер һуҡмаҡтан бармайынса, үҙенә-үҙе ҙур сәхнәләргә юл ярыусы... Һәм башҡаларға ла шул юлды күрһәтеүсе... Федор Шаляпин исемендәге халыҡ-ара конкурста тәүге тапҡыр еңеүем ҙур ваҡиға булды. Конкурс бик ауыр һәм ҡатмарлы ине. Сөнки бары ир-аттар ғына ҡатнашты. Һәм тәүге премияларҙы бастарға ғына бирҙеләр. Ошо конкурста ҡатнашыуым, еңеү яулауым ҙур мәктәп тә, башҡа конкурстарға юллама һымаҡ та булды, үҙемә ышанысым артты. Миңә ул саҡта 24 йәш ине. Шул ваҡиғанан һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеме бирелде. Был исемде Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов тапшырҙы.

– Һәм бер мәлде һеҙ билдәле шәхес булып уяндығыҙ инде?..

– Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да... Бары алдыма ҡуйған маҡсаттарыма өлгәштем... Эйе, үҙем төрлө конкурстарҙа ҡатнаша, төрлө сәхнәләрҙә сығыш яһай, үҙебеҙҙең республикаға Рәсәйгә, донъяға билдәле йырсыларҙы алып ҡайта башлағас, исемем йыш телгә алынды. Гәзит-журналдарҙа күп яҙҙылар, телевидениеға төшөрҙөләр. Ул саҡта интернет та, төрлө гаджеттар ҙа юҡ ине бит...

Минең уңышымда, һис шикһеҙ, остаздарымдың өлөшө ҙур. Әйтеп үтеүемсә, Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина класында институт тамамланым. Тәүге остазым миңә күпте бирҙе тип әйтеү генә аҙ, ул һөнәрҙе ҡулыма тотторған, үҙемдең алдымда ниндәй бурыстар торғанын күрһәткән, хеҙмәтемдең айышына төшөнөргә ярҙам иткән кеше. Ә Мәскәүҙә консерваторияла Ирина Константиновна Архиповала белем алдым. Унан инде сәхнә нескәлектәренә, ижад юғарылығына өйрәндем. Консерваторияла белем алған йылдарҙа мине Рәсәй Дәүләт академия Ҙур театрына эшкә лә саҡырҙылар. Был, әлбиттә, оло бәхет ине! Зураб Соткилава, Евгений Нестеренко, Елена Образцова һ.б. башҡалар менән бер сәхнәлә сығыш яһау баһалап бөткөһөҙ ижади һабаҡ, дәрес булды. Мин уларҙың сәхнәләге эшмәкәрлектәрен, ижадтағы принциптарын, һүҙ менән һөйләп кенә аңлатып булмаған, мотлаҡ күреп, тойоп, ошо хаҡта фекер алышып үҙләштерә торған сәхнә нескәлектәрен өйрәндем. Сөнки опера сәнғәтенең үҙ традициялары, бастарҙың ижадына ғына хас башҡарыу алымдары бар. Хәҙер беҙ үҙебеҙҙең академияла ла, театрҙа ла опера йырсыларын ошо нескәлектәргә өйрәтәбеҙ.

– Быға институттарҙа ғына өйрәнеп булмай инде?

– Институтта студенттар үҙ-ара ғына өйрәнә. Ә бында кимәл юғарыраҡ. Профессиональ йырсыларҙан, һөнәри нескәлектәрҙе үҙҙәренең маһирлығы, тауыш сифаты аша биргән оҫталарҙан күреп өйрәнәһең. Институтта опера класында тауышың менән идара итеү бер нәмә, ә ҙур сәхнәлә сығыш яһау бөтөнләй башҡа кимәл. Бында йөҙ кешенән торған оркестр, йөҙ кешенән торған хор менән берлектә сығыш яһайһың. Йырларға һәм шул уҡ ваҡытта улар менән идара итергә лә тейешһең...

– Өфөлә Асҡар Абдразаҡовтың вокал сәнғәте академияһы ла эшләп килә... Ошо проект хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙ ине?

– Эйе, был проектты Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү буйынса Президент фонды ярҙамында тормошҡа ашырҙыҡ. Былтыр бер төркөм йәштәрҙе уҡытып сығарҙыҡ инде. Октябрскийҙан, Сибайҙан, Өфөнән йәш башҡарыусылар шөғөлләнде беҙҙә. Уҡыуҙар тамамланғас, ҙур гала-концерт та ойошторҙоҡ. Быйыл да шундай грант аҡсаһына эйә булдыҡ. Һәм әле академияға йәш вокалистарҙы ҡабул итәбеҙ. Уҡытыу программаһы сиктәрендә үҙем дә оҫталыҡ дәрестәре алып барам. Педагогтар иһә – Башҡортостандың халыҡ артистары Иҙрис Ғәзиев, Лариса Әхмәтова, Эльвира Фәтиховалар. Сәхнә оҫталығы, телмәр мәҙәниәте, вокал буйынса дәрестәр бирәбеҙ. Проекттың маҡсаты – унда ҡатнашыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү һәм потенциалын асыу. Йәш вокалистар бында үҙенсәлекле белем һәм күнекмәләр үҙләштерә, шул иҫәптән опера партияларын әҙерләгәндә йырсыларҙың эш принциптарын өйрәнеү мөмкинлегенә, симфоник оркестр, концертмейстерҙар менән эшләү оҫталығына эйә була. Танылған опера сәхнәһе оҫталары, остаздар менән аралаша. Шулай итеп, беҙҙә шөғөлләнгәндәр опера сәхнәһендә үҙҙәрен иркен тойорға өйрәнә. Уҡыу башланғанда һәм дәрестәр тамамланған мәлдәге сығыштары шул тиклем айырыла. Былтыр беҙ улар менән Сибай, Ишембай ҡалаларына гастролдәргә лә сыҡтыҡ...

– Үҙегеҙҙең партия, роль өҫтөндә эш процесығыҙ хаҡында ла һөйләп үтегеҙ әле?

– Нимә тиергә? Яратам мин был процесты... Яңы роман уҡыуға тиң ул... Тағы ла йыш ҡына ҡайһы образығыҙ күңелегеҙгә нығыраҡ яҡын тип тә һорайҙар. Барыһын да яратам. Һәр ҡайһыһына йөрәгемде, күңелемде һалам... Ролгә шул тиклем күп көс сарыф итәм. Шуға ул ролде яратмаҫҡа мөмкин дә түгел...

– Уйнап бөтмәгән, еренә еткерә алмаған ролдәр ҙә буламы?

– Юҡ, булмай. Улай ярамай ҙа... Уйнап еткерә алмайһың икән, бөтөнләй баш тартырға кәрәктер. Шулай ҙа ниндәйҙер фрагменттары килеп сыҡмауы ихтимал. Әммә уларҙы урап үтергә мөмкин. Талант ул ысынлап та 95 процент тырышлыҡтан һәм 5 процент һәләттән тора. Балет труппаһы үҙ тән һығылмалығы өҫтөндә нисек эшләй, опера йырсыһы ла башҡарыу оҫталығына, тауыш һығылмалығына өлгәшеү, роль, образ өҫтөндә эшләү йәһәтенән шундай уҡ кимәлдә тырыша. Сөнки тауыш – ул шул уҡ мускулдар. Уны дөрөҫ файҙаланырға, шул уҡ ваҡытта һаҡлыҡ менән эш итергә кәрәк. Опера йырсыһының хеҙмәте – ул тауыш, йөрәк эшмәкәрлеге, туҡтауһыҙ эҙләнеү, уйланыу һөҙөмтәһе. Әммә иң тәүҙә музыка тора. Шул музыканан сығып эш итәһең...

– Донъя кимәлендә танылыу яулаған йырсыһығыҙ. Ултыраҡ тормош менән йәшәмәйһегеҙ. Бөгөн – бер, иртәгә икенсе ҡалала сығыш яһайһығыҙ. Һеҙҙең өйөгөҙ ҡайҙа?

– Бында... Өфөлә... Нисек итеп үҙеңдең йәнтөйәгеңде, яратҡан республикаңды ҡалдырып китмәк кәрәк?! Йылдар үткән һайын тыуған төйәгемдең ҡәҙерен, тамырҙарымдың ошонда береккәнен нығыраҡ аңлайым. Эйе, ҡайҙарғалыр барып сығыш яһарға ла, йәшәп ҡайтырға ла мөмкин. Әммә шунда туплаған тәжрибәңде ошонда ҡайтып өләшергә, ошонда шәхестәр үҫтерергә, ошонда хеҙмәт итергә кәрәк тип иҫәпләйем...

– Опера йырсыһының төрлө илдәрҙә сығыш яһауы мәртәбә генә инде?...

– Әлбиттә. Мин үҙем шул яҡлы. Үҙебеҙҙең артистарға, мөмкинлек бар икән, ситкә сығығыҙ, сығыш яһағыҙ, концерттар бирегеҙ тип кенә торам. Сөнки был һине камиллыҡҡа илтә торған юл. Яңы сәхнә... Яңы коллегалар... Яңы дирижер һине яңыса аса ала... Сит тарафтарҙа күберәк сығыш яһаған һайын һин һөнәри йәһәттән дә, рухи йәһәттән дә үҫешә барыуыңды тояһың. Оҫталығың, маһирлығың арта. Миләүшә Ғәли ҡыҙы әйтмешләй, күләм сифатты арттыра ул. Сәхнәгә күберәк сыҡҡан һайын үҙеңде иркенерәк тояһың, публиканы тойорға, үҙеңдең хис-тойғоларыңды асығыраҡ сағылдырырға өйрәнәһең...

– Бөтә сәхнәлә лә үҙеңде берҙәй уңайлы тойоу мөмкинме? Әллә барыбер ҙә үҙеңдең яҡын күргән сәхнәң буламы?

– Барыһы ла һинең нисек башҡарыуыңа һәм нимә башҡарыуыңа бәйле. Беҙ бит кешеләр... Бер көн бик яҡшы сығыш яһап, иртәгеһен ниндәй ҙә булһа ҡытыршылыҡ килеп сығыуы ихтимал. Әммә һис ҡасан да ҡаушап, юғалып ҡалырға ярамай. Йырсы үҙен ҡайҙа ла һыуҙа йөҙгән балыҡтай иркен тойорға, тауыш мөмкинлектәрен белеп, дөрөҫ файҙаланырға һәм был процестан ул үҙе лә, килгән публика ла кинәнес алырға тейеш.

Эйе, мин үҙебеҙҙең сәхнәне, үҙебеҙҙең театрҙы, коллективты яратам. Опера, хор труппаларын ғына түгел, балет труппаһын да бик яҡын күрәм... Һәм беҙҙең театрҙың кимәлен, мөмкинлеген юғары тип билдәләйем. Төрлө форумдарға ситтән килгән коллегалар ҙа ижад йортобоҙҙо юғары баһалай. Сөнки театрыбыҙҙың башҡарыу сәнғәте юғарылығы, үҙ традициялары бар. Тамашаларыбыҙ менән хатта Мәскәүҙә Ҙур театрҙа сығыш яһау мөмкинлеге булды. Тамашасылар ҙа, тәнҡитселәр ҙә ижадыбыҙҙы юғары баһаланы. Ә унда барыу өсөн кимәл дә, ҡыйыулыҡ та һәр йәһәттән оҫталыҡ та кәрәк. Шуға ла үҙебеҙҙең театрҙың, артистарыбыҙҙың эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәтмен, ижади потенциалыбыҙ ҙур тип әйтә алам...

– Бер туған ҡустығыҙ Илдар Абдразаҡов менән мөнәсәбәтегеҙ нисек? Шундай талантлы династия вәкилдәре булыу үҙе бер бәхет һәм яуаплылыҡтыр ул?

– Туғандарса, ағалы-ҡустылыларса... Ҡасандыр ҡустымды етәкләп остазым Миләүшә Ғәли ҡыҙына алып барыуым ғына ла беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында күпте һөйләй торғандыр... Эйе, яратам туғанымды... Татыубыҙ... Элек мин уға ярҙам итә инем. Хәҙер бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙербеҙ. Мәле тура килһә, бергә сығыш яһайбыҙ. Был – бәхет... Ысынлап та, ҙур бәхет...

– Абдразаҡовтар ғаиләһендә матур традициялар ҙа барҙыр, моғайын?

– Ғаиләләребеҙ менән әсәйемдә йыйылыу... Табын ҡороп, тәмле ризыҡтар менән һыйланып, әсәйебеҙ яһаған сәйҙе эсеү... Атайыбыҙҙы, бала сағыбыҙҙы иҫкә алыу... Эргәлә иһә балаларыбыҙ йүгерешеп йөрөй... Ошонан да матурыраҡ традиция булмайҙыр ул... Иң мөһиме ошо, минеңсә...

– Әлбиттә. Тағы ла оҙаҡ йылдар шулай әсәйегеҙҙең йылыһына һыйынып йәшәргә насип булһын һеҙгә! Әле бына ғаиләгеҙ, балаларығыҙ тураһында телгә алдығыҙ. Беҙ телевизор аша ҡыҙығыҙ Ирэн менән бергә «Ике йондоҙ. Атайҙар һәм балалар» шоуында сығыш яһауығыҙға шаһит булдыҡ. Тимәк, һеҙҙең юлды дауам итеүселәр бар?..

– Ҡыҙҙарым һөнәрҙәре буйынса йырсы түгел. Әммә өсөһө лә матур йырлай. Өлкәндәре кейәүҙә инде хәҙер. Береһе – Мәскәүҙә, икенсеһе Өфөлә йәшәй. Кескәй Аидабыҙ бында балалар хорында шөғөлләнә. Шуға йырлау һәләте уларҙың барыһына ла күскән тип әйтә алам...

– Беҙ, башҡорттар, һеҙ башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғанда айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ...

– Рәхмәт! Башҡортса йырларға мин үҙем дә яратам... Атайымдың юбилейына ла тап башҡортса концерт әҙерләргә ҡарар иттек. Унда үҙем дә башҡортса йырланым. Юғиһә, бәлки, сараны русса ойошторорғалыр тип тә тәҡдим итеүселәр булғайны. «Юҡ, минең атайым башҡорт халҡының данлыҡлы улы булды, халҡына хеҙмәт итте. Сара башҡорт телендә үтһен», – тинем. Ысынлап та, атайым үҙ халҡының мәҙәниәтен, йыр-моңон һөйгән, ғәҙел, рухлы, ысын башҡорт булды. Һәм беҙгә лә ошо тойғоно һала алды. Башҡортса сығыш яһау атайыма ғына түгел, тотош милләткә ихтирам күрһәтеү ул.

– Халыҡ йырҙарын башҡарғанда ниҙәр кисерәһегеҙ?

– Бары мөхәббәт кенә!.. Һәм тәрән ихтирам тойғоһо... Халыҡ йырҙары бит улар... Ошондай ҙа бөйөк музыканы халыҡ үҙе яҙған даһа тип хайран ҡалаһың... Бигерәк тә милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурай моңона эйәреп йырлау әйтеп аңлатҡыһыҙ тойғолар уята. Үҙе бер мөғжизә ул! Үҙем дә бас тауышлы булғанғалыр, ҡурайҙың түбән ноталарын яратам...

– Ә бына һеҙҙең ижади көрсөк, һөнәри яныу кеүек ғәләмәттәргә тарыған сағығыҙ буламы?

– Юҡ... Дөрөҫөн әйткәндә, минең ундай хистәргә бирелеп ултырырға ваҡытым юҡ. Үҙеңә курс алаһың да, алдыңа маҡсаттар ҡуяһың да йүгерәһең дә, йүгерәһең... Бына шул... Үткән һәм әлеге быуаттың бөйөк режиссерҙарының береһе Андрей Кончаловский: «Һеҙ нимә, үлемемде теләйһегеҙме әллә? Миңә эшләргә кәрәк!» – тигәйне. Кеше 88 йәштә лә шулай эш тип яна икән, беҙгә, йәштәргә, нимә ҡала?! Эшләргә, эшләргә һәм эшләргә генә!

– Халыҡ бөгөн ниндәй сәхнә әҫәрҙәре, ниндәй тамашалар көтә?

– Һәр кемдең үҙ зауығы. Репертуар бай һәм төрлө булырға тейеш. Әммә бөгөн беҙгә барыһынан элек халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең патриоты булыу кәрәк. Быны үҙ сәнғәтебеҙ аша оҫта һәм профессиональ рәүештә сағылдырырға тейешбеҙ. Шул уҡ ваҡытта алғы һыҙыҡта йәндәрен аямай илебеҙ именлеге өсөн көрәшкәндәргә ихтирам тойғоһо хаҡында ла оноторға хаҡыбыҙ юҡ...

– Асҡар Әмир улы, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙҙең ише эшен, илен һөйгән ысын оҫталар барҙа, быға, һис шикһеҙ, өлгәшә алабыҙҙыр!

 

Г.Батыршина.

"Тамаша" журналы, №5-2024 й.

 

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов 1969 йылдың 11 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтының профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф.Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында гран-при лауреаты. «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2021 йыл).

Йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В.Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж.Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж.Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж.Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж.Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П.И.Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.

(Мәғлүмәт Википедиянан алынды)

«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...
«Билдәлелек артынан ҡыуманым, уға ынтылманым да...
Автор:
Читайте нас