Кейем тегергә оҫталығым булғас, магазинда ниндәй арзан, матур тауар бар, шуны ала һалып, Хима менән икебеҙгә күлдәк тегер инем. Һәр саҡ мин теккән күлдәктәрҙә сығыш яһаныҡ. Ә бер ауылға барып, клубына инһәк, уның сәхнәһендәге бөтә шаршауҙар нәҡ беҙ тегеп кейгән күлдәк тауары! Сәхнәгә сығып баҫҡас, шау бер төрлө биҙәктәр араһынан беҙҙең баштар ғына күренеп тора икән! Эйй, ул саҡтарҙы уйлаһаң, көлкө лә, илағы ла килә инде!