+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
13 Октябрь , 11:46

Ижади булмышы ла шул ҡәҙәре күп төрлө

Билдәле әҙибә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина был йәйҙә 60 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршыланы. Тормошоноң киләһе үренә элеккесә ҡыйыу ғәмәлдәре, уй-ниәттәре менән килә ул. Тәнзилә Сәлих ҡыҙының тормошто яратыуына, дәртле булмышына, ҡыйыулығына һоҡланмай сара юҡ – ситтәрҙе генә түгел, үҙен яҡындан белгән кешеләрҙе лә ғәжәпләндереүҙән туҡтамай. Әҫәрҙәрен мөмкин тиклем тормошсан итер, геройҙарын ғәҙел һынландырыр өсөн ул, әйтәйек, Себерҙең ҡаты шарттарында хәләл аҡса эшләйем тип тир түккән хеҙмәт кешеләре янына барып, уларҙың башынан үткәнде кисерә; ғаиләһенә ярҙам итәм тип көньяҡҡа эшләргә сығып киткән ҡатын-ҡыҙҙың ынтылыштарын аңлау өсөн шул яҡҡа юллана…

Ижади булмышы ла шул ҡәҙәре күп төрлө
Ижади булмышы ла шул ҡәҙәре күп төрлө

Тәнзилә Сәлих ҡыҙының ижади булмышы ла шул ҡәҙәре күп төрлө: әҙәби шөғөлөнән тыш, ул матур йырлай ҙа, заманында бейеү менән дә, театр сәнғәте менән дә мауыҡҡан, сәхнә кешеһе булараҡ уға өмөтлө яҙмыш юралған. Билдәле әйтемдәге ише, талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы. Ошондай күп яҡлы шәхес менән әңгәмәбеҙ ҙә, әлбиттә, бик ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле булды.

– Һеҙҙәге дәрт, физик әүҙемлек йәштәргә лә өлгө булырлыҡ. Йәш сырайлы булыуығыҙ ҙа һоҡландыра. Бының бер сере барҙыр, уртаҡлашырһығыҙ, бәлки?

– Был миңә әсәйемдән һалынған. Ул ныҡ әүҙем булды, хатта олоғайғас, инде атлай алмай башлағас та, ятҡан ерҙән булһа ла ҡулдарын хәрәкәтләндереп ятыр ине. Һуңғы тапҡыр дауаханала ятҡанында мәрйә ҡатындары ныҡ аптырағайны, әсәйегеҙ гимнастика яһай, тип. Быны иҫ белгәндән алып минең дә ҡаныма һеңдерҙе.

Ғәжәп инде, иҫләһәң. Әсәйем ни эшләптер мине шул тиклем матур итеп күргеһе килде. “Тура ултыр” тип өйрәтер ине, ашағанда ла, уҡығанда ла.

Үҫмерлек осоронда һонтайып үҫеп киттем. Бер мәл әсәйем мәктәптән ҡайтып килгәнде тәҙрәнән ҡарап торған. Нисек етте шулай килгәнмендер инде. “Ҡыҙым, атлай белмәйһең, ғәҙәтеңә инеп китмәҫ элек өйрәнергә кәрәк”, – тине. Стенаға һөйәтеп кенә баҫтырып ҡуйҙы, башыма китап һалды ла иҙәндең егенән генә атларға ҡушты. Башта ҡыйын булды, тора-бара өйрәндем бит! Башты юғары тотоп, яурындарҙы турайтып, әсәм әйтмешләй, бер ептән атлау ғәҙәткә инде.

Ябай ауыл ҡатыны булһа ла, ул үҙен ныҡ ҡараны. Бөхтә йөрөнө, йөҙөнә, ҡулдарына һәр саҡ крем яғыр ине. Олоғайғас, уны ҡыштарын беҙгә алып килә торғайныҡ. Шунда ла гимнастикаһын ташламаны. Табиптар уға, тубыҡтарың ауыртмаһын өсөн күберәк тубыҡланып йөрөргә кәрәк тигәс, йыбанмай шуны ла эшләне. Өйөбөҙҙә бесәй бар ине. Ҡайтһам, әсәйем көлөп һөйләй: “Минең көндөҙ йөрөүемә артымдан эйәреп йөрөгән бесәй ҙә арып, йоҡлап китте”, – ти. Вафатына тиклем – ул 86 йәшендә гүр эйәһе булды – миңә тап әсәйем эталон булды.

– Тәнзилә апай, тауышығыҙ ифрат моңло. Әҙәбиәт донъяһына ылыҡмаһағыҙ, бәлки, бынамын тигән йырсы ла булыр инегеҙ. Шул турала уйлағанығыҙ булдымы?

– Эйе, йәш саҡта уйлағаным булды, йырларға ярата инем. Тик ниңәлер урта ҡул ғына йырсы булып йөрөгәнсе тип ҡурҡтым. Ә, уйлап ҡараһаң, профессиональ йырсы булыр өсөн байтаҡ уҡыталар бит, башта – сәнғәт училищеһында, аҙаҡ инде институтта. Шул арала минең дә тауышым асылыр, һәләтем үҫер ине, әммә ул турала башҡа килмәгән.

– Үкендереп ҡуямы?..

– Эйе, аҙаҡ сәнғәт юлын һайламағанға үкенгән саҡтар булды. Уҡытыусым Марат ағай Муллағолов: “Һин шиғыр яҙып та йырсы булып йөрөй алаһың бит”, – тигәйне. Хәҙер иһә мин: “Бәлки, киреһенсә, йырсы булып шиғыр яҙып йөрөһәм, яҡшыраҡ булыр ине...” – тип уйлайым. Үкенесем шул сәхнәне, тамашасыны яратыуымдан киләлер, тием.

– Улай тиһәң, һеҙ абруйлы шағирә булараҡ та зал йыйып тота алаһығыҙ бит. Тотош республикабыҙҙың әҙәби ижадсыларын берләштергән ойошма етәксеһенең урынбаҫары, уң ҡулы сифатында ла күп осрашыуҙар үткәрергә тура киләлер?

– Ысынлап та, әлеге эшем миңә мөмкинлектәремде тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Һәр ваҡыт халыҡ араһында, ваҡытым әүҙем аралашыуҙар менән үтә. Был миңә ныҡ оҡшай.

– Талантығыҙҙың тағы бер яғы – йәш саҡта бейеү менән дә шөғөлләнгәнһегеҙ, буғай?

– БДУ-ла уҡый башлағас, ундағы бейеү түңәрәгенә йөрөй башланым. Етәксебеҙ минең һығылмалылыҡты, бейеү хәрәкәттәрен тиҙ отоуымды оҡшатты. Матур ғына итеп йөрөп алып киттем, әммә өлгөрөп булмай башланы бит! Ул “Шоңҡар”ға йөрөйөм, ул вокал, ул драма түңәрәгенә, етмәһә, стипендияһыҙ ҡалдырыу менән янап тигәндәй, хорға йөрөргә мәжбүр иттеләр. Ә бейеү ул үҙе айырым иғтибар, көс һәм күп ваҡыт талап итә, шуға күрә уны ташларға мәжбүр булдым.

Ҡыуаныслы бер ваҡиғам – ошо көндәрҙә генә университеттағы вокал буйынса педагогым Тәнзилә? Кәримованың телефон номерын таптым. Аллаһ бирһә, бер аҙ бушағас, китабымды нәшриәткә туплап тапшырып, башҡа оҙаҡҡа һуҙмай торған эштәрҙе барлағас, уның өйөнә йөрөп шөғөлләнә башларға иҫәп тотам. Әлеге ваҡытта Санкт-Петербургта йәшәгән кесе улым Урал – профессиональ музыкант, үҙ аппаратураһы бар, ул йырҙарымды яҙҙырып бирергә тип көтөп йөрөй, шөкөр.

– Тимәк, йәшлектәге бер үкенесте төҙөтергә мөмкинлек бар әле?

– Шулай тип өмөтләнәм (йылмая – Авт.) Әле көс, дәрт барҙа, төҫ-ҡиәфәт ташламағанда, хыялымды бойомға ашырып ҡуйырға кәрәктер, тим. Балаларыма ла иҫтәлек булып ҡалыр ине.

– Үҙ хыялыңа тоғролоҡто күрһәтә, яҙмыш биргән форсатты файҙаланып, ҡулыңдан килгән эште тамамлап ҡуйыу мөһим икәнлеге тураһында һөйләй бит һеҙҙең миҫал. Күптәргә үрнәк тә, һабаҡ та булырлыҡ!

– Эйе, нимәнелер эшләмәнем, тип үкенескә ҡалмаһын, күңелгә юшҡын булып ултырмаһын – был ҡыйын. Ул тойғо күҙ йәштәре булып та бәреп сыҡҡаны булды минең… Бушҡа ғына халыҡта, “үкенескә ҡалмаһын” тимәйҙәр бит.

– Беҙ белмәгән тағы ниндәй һөнәрҙәрегеҙ бар, Тәнзилә апай? Бик үҙенсәлекле кеше булараҡ, һөйләп бөтмәгән серҙәрегеҙ ҡалғандыр кеүек…

– Спортты әле лә ташламайым. Ҡалала тыуып үҫкән булһам, гимнаст йә фехтовальщик була алыр инем, бының өсөн миндә таһыллыҡ, сослоҡ, физик әҙерлек етерлек булған. 38 йәштән алып дүрт йыл буйы каратэ менән дә шөғөлләндем. Быларҙы маҡтанып түгел, бары 60 йәшкә етеп, шул турала һөйләй алғанға күрә әйтәм. Кешенең эске ҡеүәте – резервы тибеҙ – иҫ киткес көслө. Бары үҙеңә ҡул һелтәмәҫкә, йыбанмаҫҡа кәрәк. Нәҫ баҫҡанды бет баҫҡан, ти халыҡ. Бәндәнең мөмкинлеге шул ҡәҙәре күп, бер нәмә ҡулыңдан килмәй икән, икенсеһе мотлаҡ килеп сығыуы мөмкин, туҡтамаҫҡа, төрлө яҡлап үҙеңде һынарға кәрәк – ошоно әйтеп еткермәксе булам хөрмәтле замандаштарға.

– Уҡып бөтөп, һөнәр алып, башкөллө шиғриәт донъяһына сумыу ҙа һеҙҙең күңелде тынысландыра, ҡәнәғәтлек килтерә алмағайнымы?

– Юҡ, ул саҡта ныҡ ҡәнәғәт инем. 40 йәштәрҙән һуң, Ш. Бабич исемендәге премияға лайыҡ булғас, ниңәлер миңә яҙырын яҙып бөткәнмен кеүек тойолдо. Ижадымдан шул тиклем риза инем, үҙемде шул ҡәҙәре шәп яҙам тип уйлап, ҡәнәғәтлек кисергән мәлем булды. Нимәнән килеп сыҡҡандыр инде был үҙеңдән үтә ҡәнәғәт булыу тойғоһо, белмәйем. Бәлки, “йондоҙ ауырыуы” тейә башлаған булғандыр…

Шунан ҡапыл “Минең ғаиләм” тип аталған пьеса яҙып ташланым. Уны шунда уҡ М. Ғафури исемендәге төп театрыбыҙҙа ҡуйҙылар. Быға дәртләнеп китеп, икенсеһен яҙҙым – “Юғалтыу”, уны Сибай башҡорт драма театры ҡуйҙы. Бына ошонан һуң, киреһенсә, күңелгә “тимәк, мин әлегә бер нәмә лә яҙмағанмын” тигән бушлыҡ килде. Был хикәйә яҙа башлауға этәргес булды. Тәүге проза әҫәрем менән М. Ҡашғари исемендәге төбәк-ара әҙәби конкурста икенсе урынға лайыҡ булдым. Был ижад жанры ныҡ оҡшаны, тәмен белдем, тиемме... Бына хәҙер инде ҙурыраҡ күләмдәге прозаға ла тотонорға була, күңелемдә баштан-аяҡ әҙер повесть бар, Себер тарафтарында эшләп ҡайтыуҙан килеп тыуған тотош роман йөрөй – ултыр ҙа яҙ. Әлегә ваҡыт тарлығы ҡамасаулай.

– Күп йүнәлештә эшләү ҡамасау итмәйме? Төрлө әҙәби жанр нисек бер күңелдә һыйыша ала?

– Ысынлап та, шиғыр яҙғанда бүтән жанрға тотоноп булмай, башҡаһын ижад иткәндә шиғырға форсат ҡалмай, шуны аныҡ беләм. Улар бер-береһенә ныҡ ҡамасаулай, хикмәтле хәл ул. Бер-береһенә йәшәргә бирмәйҙәр, хатта көндәшкә әйләнеп китәләр (көлә – Авт.).

– Һеҙҙең асыҡ йөҙлө, ихлас, тормоштан ҡәнәғәт булыуығыҙҙың да үҙенсә бер фәлсәфәһе барҙыр, моғайын.

– Кешене ғәфү итә белергә кәрәк. Йәшерәк саҡта ныҡ үпкәсел булдым, оҙаҡ хәтеремдә тота инем. Был тойғо үҙеңде ныҡ иҙә, тормошоңдо ҡатмарлаштыра. Йылдар үтә килә, шуны аңланым да үҙемдә бер төрлө дипломатия тәрбиәләй башланым. Нисек тә булһа уртаҡ тел табырға, кешене кеше итеп аңларға. Һис ҡасан да үҙемде башҡа әҙәм балаһынан юғары тоймайым, хатта меҫкен хәлендәгеләр, психик яҡтан бик һау булмағандар менән дә тиң күреп һөйләшәм, аңларға тырышам. Шуғалыр ҙа ниндәйҙер мохтажлығы булған кешеләр миңә ылыға.

Тағы алда әйткәнгә әйләнеп ҡайтҡанда, кемдер мине үпкәләтте икән, эсемдән уны ғәфү итә башланым. Күҙ теймәһен, ошо аҡылға өлгәшкәс, шул ҡәҙәре тыныслыҡ кисерҙем.

Бына мин, Аллаһҡа шөкөр, йоҡоһоҙлоҡтан интекмәйем. Рәхәт итеп серемгә китәм, үҙ ваҡытында, көр кәйеф менән уянам. Былар барыһы ла – йән тыныслығынан. Ә йән тыныслығы ана шул сырайыңа, үҙеңде тойошоңа тәғәйен билдәһен һала ла инде. Унан тыш, әлбиттә, физик әүҙемлек, быныһы – һис шикһеҙ. Мин йәйәү йөрөргә, йәйҙәрен – йөҙөргә, ҡыштарын саңғыла шыуырға яратам. Саф һауа, хәрәкәт – ул бер нимәгә алмаштырғыһыҙ сихәт. Ошо инде минең “сер”ҙәр (көлә – Авт.).

Ғүмер үткән һайын шуға ла инанам: Аллаһ Тәғәлә бөтәбеҙҙе лә бәхетле итеп яратҡан. Ул кеше бәхетле булырға тейеш булған, әммә ниндәй ғаиләлә донъяға килгән, ниндәй тәрбиә алған – ошолар ҙа тәьҫир итә. Үҙебеҙҙе бәхетле йә бәхетһеҙ итеү, тимәк, күбеһенсә үҙебеҙҙән тора, ғаиләләге мөхит, унан артабанғы тормошонда әҙәм балаһы ниндәй йоғонтоға эләгә – бына ошолар үҙенең төҙәтеүҙәрен индерә, әлбиттә.

– Яҙмышы шул, тигәнде бик ҡабул итеп етмәйһегеҙ, тимәк?

– Аллаһ Тәғәлә кешегә төрлө юлдарҙы күрһәтә – ошонан китәһеңме, әллә тегенәнме – йәғни һайлау хоҡуғы бирә. Ҡайһы саҡта ағымға ҡаршы ла барырға тура килә. Шуғалыр ҙа күрәҙәсегә йөрөүҙе ҡабул итмәйем, сөнки быны кешегә психологик яҡтан ниндәйҙер күрһәтмә биреү тип аңларға була. Аллаһ һиңә төрлө мөмкинлекте күрһәтә, ниңә әле һин ниндәйҙер манипуляторға барып, артабанғы яҙмышыңа сценарий яҙҙыртырға тейешһең?.. Ниндәйҙер ауырлыҡ килһә, уны һынау итеп, риза булып ҡабул ҡылырға кәрәк – быныһына ла инанғанмын. Булғанына шөкөр итә белергә кәрәк, төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Төшөнкөлөккә бирелеү ул бар диндәрҙә лә гонаһ тип һанала. Был хискә бирелмәгән кеше – көслө, ул бар ауырлыҡты еңеп сыға ала.

Күрәҙәсенән айырмалы, имсегә барыуҙы хуплайым. Ни өсөн тигәндә, рәсми медицина сәбәбен асыҡлай алмаған, ә халыҡ тәжрибәһенән сығып аңлатып та, имләп тә була торған осраҡтар бар икәненә ышанам. Мәҫәлән, күҙ йәки һоҡ тейеүҙән йәшәү көсөн юғалтҡан, һаулығы ҡаҡшаған кешеләр була. Уларға халыҡтың борондан ҡулланған алымдары ярҙам итеүе шикһеҙ.

– Һеҙҙең ғаиләләге мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы фекерҙәрегеҙ ҙә үҙенсәлекле, Тәнзилә апай.

– Ғаилә мөхитен музыка ҡоралы менән сағыштырыр инем. Әйтәйек, скрипка ҡылдары матур көй сығарһын өсөн, ҡайһы саҡта уларҙы көйләп ебәрергә кәрәк. Шуның кеүек, ғаиләлә гармония, татыулыҡ булһын, үҙ-ара ихтирамды һаҡлайым тиһәң, үҙ мәлендә араларҙы көйләү, аңлашыу зарур. Тырышып-тырмашып та яйға һалып булмаһа, килделе-киттеле көй сығарып йәшәгәнсе, ҡылдарҙы өҙөргә лә тура килеүе бар. Әҙәм балаһында, ир кешеме ул, ҡатынмы, иң беренсе күңел азатлығы булырға тейеш. Азатлыҡ юҡ, мөнәсәбәттәр "ағыулы" икән, ул бер-береңде ыҙалатыу ғына була. Шуға ла бындай “көйһөҙ" тормошта йонсоп, балаларыңды ҡаҡшатып, уларҙың күңелен йәрәхәтләп йәшәгәнсе, ваҡытында бер-береңде азат итеүҙе лә инҡар итергә ярамай. Бәлки, һәр ҡайһыһына икенсе берәү менән бәхетле тормош ҡороу яҙғандыр?..

Әҙәм балаһының бер генә бирелгән ғүмерҙе үҙен яратҡан, аңлаған, хөрмәт иткән кешеһе менән матур йәшәп үтергә тулы хаҡы бар. Шуға ла бындай хәл иткес ҡарарҙа ҡурҡаҡ, меҫкен булырға, баш эйеп йәшәргә ярамай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, байтаҡ ҡатын-ҡыҙ затында ҡорбан психологияһы йәшәй, ул яҙмышына күнгән, шунан башҡа тормош мөмкин икәнен башына килтермәй. Ыҙалап йәшәй бирә, ә һаулығы бөткәндән-бөтә. Ошо халәттән арынмайынса тороп, бәхетле булыуың икеле. Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, береһе һүнһә, икенсеһе яна, тип тә әйткән халҡыбыҙ. Тик бәхетең асылып китһен өсөн ҡыбырларға, тәүәккәл дә булырға кәрәк. Тормошоңдо үҙгәртергә бер ҡасан да һуң түгел.

– Шиғыр яҙырға илһамланыр өсөн һеҙгә айырым шарттар кәрәкме, әллә юҡмы?

– Илһам тигән нәмә ҡыҙыҡ ул, һис уйламаған ерҙә килә, мәғәнәһеҙ шарттарҙа ла ҡыуып етеүе ихтимал. Ижад өсөн һинең күңелеңде йылытып торған бер усағың, яҡтылыҡ сығанағың булырға тейеш. Усағың быҫҡый башлаһа, шиғырҙарың да һороға әйләнә, тормошҡа рәнйей башлайһың, депрессив әҫәрҙәр яҙыла.

– Әңгәмәбеҙҙе тамамлап, абруйлы шағирә, драматург, прозаиктан шуны ла һорамай булмаҫ: хәҙерге күҙлектән сығып ҡарағанда, һеҙ ниндәйҙер бер жанрға өҫтөнлөк бирәһегеҙме?

– Һәр жанр үҙенсә ҡыҙыҡ ул. Шиғриәт минең өсөн ул ҡыҙыҡай рәүешендә – шул тиклем остоҡ ҡына, ҡайһы саҡта уйсан да була, үсегеп тә китә, йәтеш кенә үҙе, һөйкөмлө. Проза – егет ҡорона ингән үҫмер, ауыр түләк кенә, уйсан, осоноп бармай, әммә тәүәккәл, тора-бара ысын ир-егеткә әйләнеп, ир ҡорона ингән кеше (повесть, роман); драматургия – шулай уҡ ир кеше, ул инде аҡһаҡал ҡорона ингән, тәжрибәле, үҙендә башҡа жанрҙарҙы ла берләштерә, уларҙың талаптарына яуап бирә. Өсөһө өс төрлө, һәр ҡайһыһы үҙенсәлектәре менән күңелемә яҡын.

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Тәнзилә Сәлих ҡыҙы! 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

"Башҡортостан" гәзитенән - https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2024-10-03/sha-ir-ne-yubileyyna-sh-p-premiera-3954997

 

Автор:
Читайте нас: