-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
4 Октябрь , 09:39

Меңле ырыуының моңло егете

Дәүләкән районының боронғо башҡорт ауылдарының береһе булған Ҡаҙырғол ауылында донъяға килгән моңға бай егет – Риф Арыҫлан тыуған яҡтарына һоҡланыуын йыр итеп йырламайса булдыра алмай. Йәйрәп ятҡан һылыу ҡамышлы күл буйҙарында, йәмле Өршәк йылғаһы буйлап үҫкән муйыллы туғайҙарында илһам тиреп үҫә ул. Бәләкәй генә, 60–70 йорттан торған ауылдың халҡы бик татыу, егәрле, ярҙамсыл. Ошо уҡ тупраҡтан рухи көс алып, билдәле шәхестәр булып киткән данлыҡлы яҡташтары Хөсәйен ауылынан Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева, Яңы Йәнбәк ауылынан яҙыусы Әхиәр Хәкимов менән бик ғорурлана үҙе лә киң офоҡтар айҡаусы журналист, радио һәм телетапшырыуҙар алып барыусы, композитор, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш режиссеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Хәмит улы Арыҫланов.

Меңле ырыуының моңло егете
Меңле ырыуының моңло егете

Ябай ғына колхоз эшселәре булып, мал ҡарап, сөгөлдөр утап балалар үҫтергән ата-әсәһенә бик тә рәхмәтле ул. Ғаиләлә биш бала үҫә: ике ағаһы, апаһы һәм оя төбө булып донъяға тыуған игеҙәк малайҙар – Риф һәм Рим.

Ауыл мәсетенә күрше генә булған тыуған йортта татыу ғаилә күп итеп мал аҫрап, баҡса үҫтереп, шау-гөр килеп йәшәй. Атаһы, ябай малсы булһа ла, һәр саҡ «Ағиҙел» журналын ҡуйынында йөрөтөп уҡый һәм күп итеп башҡа гәзит-журналдар алдыра. Балаларында ла уҡыуға һөйөү уята, мәҙәниәтле булырға өндәй. Бөтә кешеләргә лә ярҙамсыл атай-әсәйҙең балалары ла ана шулай эш һөйөп үҫә.

Уҡыусы сағында Риф төрлө сараларҙа ҡатнашып бармай, бик оялсан булғанлыҡтан кешеләр алдында сығыш яһауҙан тартына. Уның ҡарауы тәбиғәттә яңғыҙ ғына уйланып йөрөргә ярата. Үҙенең эске донъяһында йәм табып йәшәгән бала була. Бәлки, йыр-моң тыуҙырыусы күңел бөрөләре нәҡ ошо саҡта, йәмле тәбиғәт ҡосағында яралғандыр ҙа.

Күрше Яңы Йәнбәк ауылындағы урта мәктәптең һигеҙ класын тамамлағас та ул башта Өфө һөнәри-техник училищеһында автослесарь һөнәрен үҙләштерә. Артабан Дәүләкән музыка училищеһына уҡырға инә, әммә ул ябылыу сәбәпле, Салауат музыка училищеһының кларнет бүлеген тамамлап, әрме сафтарына алына. Хәрби хеҙмәтен ул Төмән өлкәһенең Тобол ҡалаһында үтә. Был осорҙа Риф журналистика менән мауыға башлай, һалдат тормошон яҡтыртҡан хәбәрҙәре был төбәктә башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән берҙән-бер баҫма – «Яңырыш» исемле гәзиттә донъя күрә.

Ҡораллы көстәрҙән запасҡа ҡайтарылғас, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға инә.

Икенсе курстан башлап «Башҡортостан» радиоһының йәштәр редакцияһында эшләп тә йөрөй. Уҡыуҙы тамамлап, ҡулына диплом алғас, юғары белемле журналист үҙенең һөнәре буйынса «Тамыр» телерадиостудияһына хеҙмәткәр итеп ҡабул ителә. Бында ул популяр милли эстрадаға арналған «Тамыр-плюс» һәм классик музыка тураһында һөйләгән «Менуэт» радио программаларының авторы һәм алып барыусыһы, бер үк ваҡытта балалар өсөн эфирға сыҡҡан телевизион тапшырыуҙарҙа һәм телефильмдарҙа алып барыусы һәм актер була.

«Ижадымдың тәүге осош кисергән мәлдәре – «Тамыр» студияһына килеп эш башлауым булды. Радио һәм телевидениела һәләтле балалар менән эшләп, үҙемә ышаныс барлыҡҡа килде. «Һағынам» тип аталған беренсе йырымды Радик Динәхмәтов уңышлы башҡарып, кешеләр яратып ҡабул иткәс, ҡанатланып яңы йырҙар ижад итә башланым. Тиҫтәләгән проектта бик күп йырҙар яҙып маһирлығымды арттыра барҙым. Үҙем йырламаһам да , йырҙар ижад итеү бик оҡшай. Беҙҙең ғаиләлә йыр-моңға бәйле, һәләтлеләр булманы. Туғандарым, ауылдаштарым хатта райондаштарым араһында ла йыр яҙырға әүәҫ, композиторлыҡ һәләте булған бер кем дә юҡ. Ҡайҙандыр, Аллаһы тәғәлә насип итеп ошо һәләт яралған икән, мин бик рәхмәтлемен», –ти Риф Арыҫлан.

«Юлдаш» радиоһына музыкаль мөхәррир итеп саҡырылған талантлы композитор бөгөнгө көндә унда баш музыкаль етәксе һәм продюсер вазифаһында эшләй. Яратып эшләгән эшендә, таяныс була белеүсе коллегаларына ҡыуанып, алдағы көндәргә матур маҡсаттар ҡуйып йәшәй ул. Ҡолаҡтарҙы наҙлар, күңелдәрҙе дәртләндерер йырҙар, илебеҙҙе, еребеҙҙе данлар музыкаль әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ Меңле ырыуының моңло егетенән.

Миләүшә Ишемғолова ("Тамаша" журналы, 2022 й.)

Меңле ырыуының моңло егете
Меңле ырыуының моңло егете
Автор:
Читайте нас: