-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
2 Октябрь , 14:09

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова

Нәзәкәтле, моңло зат, береһенән-береһе сағыу ролдәр ижад итеүсе актриса ул... Тыйнаҡлыҡ та, итәғәтлелек тә хас булмышына. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының йөҙөк ҡашы тип өҫтәһәң дә һис арттырыу булмаҫ... Тамашасы уның башҡарыуындағы йырҙарҙы ла, шул йырҙарға төшөрөлгән матур-матур клиптарҙы ла яратып ҡабул итә.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова

– Ниндәйерәк актриса ул Резеда Әмәкәсова? Театрҙы үҙемдең тәғәйенләнешем, актер һөнәрен йәнемә яҡын ғүмерлек профессиям тип әйтә алаһыңмы?

– Хәҙер егерме йылдан артыҡ театрҙа эшләгәс, әйтә аламдыр, тим... Башта нисек театрға килеп эләгеүем хаҡында ла һөйләп үтәйем әле: курсыбыҙ Сибай «Сулпан» театры өсөн тәғәйенләнгәс, нисек кенә ул ҡалаға өйрәнеп китермен икән тип хафалана торғайным. Ер шарының икенсе бер сиге кеүек ине ул миңә. Икенсе курста шул тарафтарға гастролдәр менән сыҡтыҡ. Ундағы кешеләр ҙә, һөйләш тә үҙенә бер төрлө, миңә ятыраҡ һымаҡ тойолдо. Ысынлап та, бында килеп ерегеп китеүе анһат булмаҫ ахыры тип ҡайттым. Әммә өсөнсө курста кейәүгә сыҡтым. Һәм, институтты тамамлағанда, Нәркәсемә ауырлы инем. Иптәшем дә эшен ҡалдырып, Сибайға күсергә риза түгел. Шулай итеп, мин Өфөлә тороп ҡалдым. Балам менән бер йыл декрет ялында булғандан һуң, телевидениеға режиссер ярҙамсыһы булып урынлаштым. Үҙемде инде хәҙер ҡартайған актриса итеп тоя инем. Әммә шул тиклем театрҙа эшләү теләге көслө булды. Йөрәк яна бит әй. Телевидение эше бөтөнләй күңелемә ятмай. Әлфиә исемле әхирәтем Стәрлетмаҡ театрында актриса булып эшләп йөрөй ине. «Резеда, әйҙә бында эшкә кил, һине ҡуш ҡаллап аласаҡтар. Бик матур коллектив. Фатир ҙа бирәләр», – тип тәҡдим итте. Шулай итеп, әхирәтем мине үҙе янына тартып алды тиергә лә мөмкин. Өфөнө ҡалдырып, 2004 йылда ғаиләм менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күстек. Театрҙың художество етәксеһе, баш режиссер Гөлдәр Мозафар ҡыҙы Ильясова мине ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Ул ваҡытта Венер Солтанғолов театрыбыҙҙың директоры ине. Уларға ҙур рәхмәт! Йырсы актриса икәнемде белгәс, айырыуса ҡыуандылар. Роль артынан ролдәр бирҙеләр. Актерҙың бәхете шул ролдәренә бәйле бит инде... Курсташым, хәҙер инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафиҡ Хәсәнов та тап шул йылды Стәрлетамаҡ театрында эш башлағайны. Ул да йырлай. Икебеҙ өсөн «Шәүрәкәй» спектаклен сәхәнәштерҙеләр.

Тағы ла бер бәхетле осраҡ хаҡында телгә алып үтәйем. Талантлы актриса Нурия Ирсаева, рәссам Таң Еникеев, хореограф Сәлимә Әминевалар бер команда булып, беҙҙең театрға килеп «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйыуҙары оло ваҡиға булды минең ижадымда. Нурия апай спектаклдең режиссеры ине. Үҙе ғүмер буйы уйнаған Ғәлиәбаныу образын миңә ышанып тапшырҙы тиергә лә мөмкиндер хатта. Спектакль ун биш йылдан ашыу тулы залдарҙа уйналды. Ана шул Ғәлиәбаныу образы бирелеүе мине тағы ла бәхетлерәк итте тип уйлайым. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең «Аҫылйәр»ендә, Туфан Миңнуллиндың «Ай булмаһа йондоҙ бар» спектаклдәрендә лә төп ролдәрҙе башҡарҙым. Әлхәмдүллиләһ, күҙ теймәһен, төп ролдәрҙе күп уйнайым. Йырсы-актриса булыуыма ла бәйле инде был. Сөнки беҙҙең тамашасы йырлы-моңло спектаклдәрҙе айырыуса үҙ итә.

«Ниндәй актриса ул Резеда Әмәкәсова?» тип һоранығыҙ. Үҙ-үҙемә талапсан, эмоциональ актрисамын. Драма әҫәрҙәрен яратам, комедия һәм трагедия жанрҙарында ла эҙләнеүҙәр оҡшай. Ана шул роль өҫтөндә эшләү процесы ифрат ҡыҙыҡ минең өсөн. Актер бер ваҡытта ла ижадтан туҡтамай ул. Уның ялы юҡ. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә эшләһә лә тыуҙырасаҡ образын күңелендә, йөрәгендә, мейеһендә йөрөтә.

"Тамаша" журналының яңы октябрь һанында донъя күрәсәк матур мәҡәләнән өҙөк.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әмәкәсова
Автор:
Читайте нас: