+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
27 Сентябрь , 02:12

Инйәр һандуғасы Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА

Тыумышы менән генә түгел, бар булмышы менән Инйәр, ҡатай ҡыҙы ул. Юҡҡа ғына төйәктәштәре үҙен сикһеҙ ғорурлыҡ менән «Беҙҙең Нәркәс!» тип йөрөтмәй бит. Өфөлә тормош ҡороуына ниһан ғүмер уҙһа ла, әсәйле мәлдәренең йылыһын һаҡлаған ғәзиз йортона ла һаман ашҡынып ҡайта. Йәне танһыҡлаған һиллекте, ошо нигеҙгә бәйле хәтирәләрҙе һағынып, күңел бөтәйтергә, көс йыйырға...

Инйәр һандуғасы Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА
Инйәр һандуғасы Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА

Нәркәс СИРАЖЕТДИНОВА:

Әсәйем Рәсимә Бәхтегәрәй ҡыҙы ғүмере буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Белорет педагогия училищеһын, Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, Манышты ауылынан беренсе юғары белем алған кеше ул. Әсәһе иртә вафат булғас, биш туғанын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған.

Атайым Сабир Хәйрулла улы Арышпарҙа тыуып үҫкән. Өфө урман хужалығы техникумынан һуң ағас эшкәртеү хужалығында бригадир, инженер булып эшләгән. Бик ихтирамлы, эшһөйәр кеше ине тиҙәр уның хаҡында.

Бала сағымда, «Нишләп әсәйең оло?» – тип һорай торғайнылар. Эйе, әсәйемдең 42 йәшендә генә тапҡан бер бөртөгө мин...

"Тамаша" журналының октябрь һанында Нәркәс Сиражетдинова менән матур мәҡәлә сыға.

Автор:
Читайте нас: