+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
26 Сентябрь , 13:18

ЯРАТҠАН ЙЫРЫМ

-

ЯРАТҠАН ЙЫРЫМ
ЯРАТҠАН ЙЫРЫМ

Миләүшә Ҡаһарманова:

Ошо йырҙы бала саҡтан ишеттем. Ағайымдар интернаттан ялға ҡайтҡанда гармун уйнап йырлайҙар ине. Егеттәрҙе армияға оҙатҡанда бөтә ауыл йырлай торғайны. Беҙҙең яҡ йыры тип белә инем инде, әле Таңһылыу Баһаутдинова анығын яҙҙы:
БӨРЙӘН РАЙОНЫНЫҢ БӘЛӘКӘЙ ҠЫПСАҠ АУЫЛЫНА УҠЫТЫУСЫ БУЛЫП КИЛГӘН МӘРЙӘМ ИСЕМЛЕ ҠЫҘҒА КҮРШЕ ҺАРАҒЫ АУЫЛЫ ЕГЕТЕ ҒАШИҠ БУЛА ҺӘМ ОШО ЙЫРҘЫ СЫҒАРА. МИҢНУР ҠАСИМОВА БЫЛ ТАРИХТЫ МАТУР ИТЕП ЯҘҒАЙНЫ БЕР МӘЛ.
АВТОРЫ ЙӘШЛӘЙ ФАЖИҒӘЛЕ ҺӘЛӘК БУЛҒАН САБИТ ХӨСНИТДИНОВ.

Күрше ауылда, ал сәскә кеүек,
Йәшәйҙер бер ҡыҙ, Мәрйәмем минең.
Ярата инем, һин, килмә, тинең,
Ғәфү ит мине, Мәрйәмем минең.
Ярата инем, һин, килмә, тинең,
Ғәфү ит мине, Мәрйәмем минең.
Ал сәскәләрҙән алһыуыраҡ һин,
Бар сәскәләрҙән яғымлыраҡ һин.
Ҡараңғы төндә йондоҙҙар юлдаш,
Мин барам һиңә бик-бик һағынғас.

https://vk.com/im?peers=296884957_357905114_396373839&sel=677767703&w=wall-23747558_69723

 

Автор:
Читайте нас: