+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
24 Сентябрь , 11:03

Ниндәй уйҙар, ниндәй ғәмәлдәр менән йәшәй икән бөгөн Гөлназ?

Мәсетле һылыуы Гөлназ Ҡәҙербирҙина үҙенсәлекле моңо, бер аҙ һағышлыраҡ та, шул уҡ ваҡытта тәрән мәғәнәле йырҙары менән күптән инде тамашасы күңелен яулаған сәхнә әһеле. Бынан тыш талантлы вокал уҡытыусыһы тип тә беләбеҙ уны. Байтаҡ яңы йыр яҙҙырып, һуңғы йылдарҙа сәхнәлә һирәгерәк күренеп, юҡһындыра төшкән, шул уҡ ваҡыта үҙе лә һағынырға өлгөргән тамашасыһын.

Ниндәй уйҙар, ниндәй ғәмәлдәр менән йәшәй икән бөгөн Гөлназ?
Ниндәй уйҙар, ниндәй ғәмәлдәр менән йәшәй икән бөгөн Гөлназ?

– Һуңғы йылдарҙа сәхнәлә һирәгерәк күренәһегеҙ. Бының сәбәбе ниҙә? Үҙегеҙҙең әлеге мәлдәге эшмәкәрлегегеҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙсе?

– Шулайыраҡ булды шул... Сәхнәлә күренмәүемдең сәбәбе ғаилә мәшәҡәттәренә сумыуымда, балаларҙың үҫеп, ҡул аҫтына инеүен көтөүгә бәйле ине. Шулай ҙа йырҙан айырылманым, һирәк булһа ла сығыш яһай инем. Әлеге мәлдә иһә балалар менән эшләйем, Өфөлә үҙем етәкләгән вокал студияһы бар. «Ынйылар» ансамбле тип беләләр беҙҙе. Унда 7-12 йәшлек балалар шөғөлләнә. Балалар өсөн үткәрелгән республика, бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Балалар менән ике тиҫтә йылдан артыҡ эшләйем. Уларҙың һәр уңышына һөйөнәм.

Гөлназ Ҡәҙербирҙина менән матур әңгәмәне журналыбыҙҙың яңы октябрь һанында уҡырһығыҙ, дуҫтар.

Автор:
Читайте нас: