Ижад емешебеҙ - радиола йүгереп эшләп йөрөгән йылдарҙа тыуҙы. Нурия Абдуллина ошо йырҙы миңә биргәс, аранжировкаға Айбулат Кәримовҡа тапшырҙым( Тамыр студияһында эшләй ине)
Дуэт йырлар өсөн, әлбиттә, эргәлә генә эшләгән коллегама, ижадташ дуҫым- Фәрүәзгә мөрәжәғәт иттем . Фәрүәз йырҙы тыңлап , күңеле аша үткәргәс тә , мин яҙылырға әҙер тип шылтыратты. Беҙҙең радионың концерт студияһында Ғәлинур Юламанов эшләй ине, ниһайәт ... йырыбыҙҙы яҙҙырттыҡ...
Йыр әҙер... Ҡулыма алып эш бүлмәһенә( музыкальная редакция) килдем.
Коллегам , Урал Ниғмәтуллин Төшкө аш тура эфирын үткәрергә йыйына, ҡыйынһынып ҡына был йырҙы тыңлатырға булдым, сөнки тәүге тыңлаусының фекере , йырҙы нисек ҡабул итеүе ныҡ мөһим! Йыр яңғырап бөткәнсе йөрәгемдең туҡ- туҡ- туҡ типкәнен ишетеп ултырам, аңламайым, ниңәлер ныҡ тулҡынландым😄
- Шәп йыр! Премьера итеп радио тыңлаусылар хөкөмөнә биреп ҡарайыҡ әле ,тип йырҙы алып , эфир үткәрергә йүгерҙе....
Мин эшкә күмелеп ваҡыттың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, Урал эфирын үткәреп бөтөп , редакцияға килеп тә инде:
- Резидә, был йырығыҙ радионы күтәреп осортоп алып китә яҙҙы, бындай шылтыратыуҙарҙы күргәнем юҡ ине , тимәк хит буласаҡ! тигән ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе.
Ысынлап та , был йыр легендаға әүерелде...
күпме ошо йырға бәйләнгән уйҙырмалар...
Йырыбыҙҙың сығыуына бер айҙа булмағандыр әле,
Апайымдың улының никах туйындабыҙ, бер ҡоҙаса йырлап ҡотларға булды, хәҙер һеҙгә иҫ китмәле бер йыр йырлап ишеттерәм тине лә:
Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған,
Бәхеттәргә һөйөү уралған...
Ҡоҙаса йырлай, күҙҙәрендә йәштәр, хисләнеп кенә йырлап бөттө, һүҙҙәрен дә яттан белә...
Миндә шундай ҡыҙыҡһыныу тыуҙы...
-Ҡайҙан ишеттегеҙ был йырҙы ,тип һорайым .
-Кухняла ҡоймаҡ ҡойоп йөрөйөм, радионан ошо йырҙы йырлаттылар, ҡатын менән ир кеше йырланы.Тәҙерәгә ҡарағаным да әллә ҡайҙа осоп киткәнмен , хатта ҡоймағым көйөп киткәнен дә һиҙмәгәнмен ... тип һөйләй был ҡоҙаса.
-Шул йырҙы йырлаған ҡатын тигәнегеҙ ,мин булам инде, тип әйткән булам .
- Кит, юҡты һөйләмәгеҙ инде, юҡтыр .. тимәһенме был, ышанғыһы ла, хатта , ишеткеһе лә килмәй🤣🤣🤣
Нурия апай шул мәлдәрҙә, Раевкаға ҡунаҡҡа ҡайтҡан, һеңлекәше баҙарҙа, касеталар һатылған ерҙә ошо йырҙы ишетеп ҡайтҡан икән дә:
-Апай, шул тиклем дә үҙәккә генә үтеп инер бер йыр ишетеп ҡайттым, кемдең йыры икән, кемдәр йырлай икән , белмәйһеңме, илап тыңланым ...
- Туғаным,минеке ул , тип әйткәс,
- Юююҡ...нисек инде мин белмәйем , нисек инде…тип ышанмай торҙо ,тип һөйләп көлгәйне Нурия апай.
https://vk.com/aminevarezida?w=wall89305341_16297