— Уның әҫәрҙәре беҙҙе бөйөк эштәргә илһамландыра һәм күңелебеҙҙә республикабыҙ мәҙәниәте өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята, — тип белдерҙе акцияны ойоштороусылар. — Проектҡа ҡушылығыҙ һәм республиканың мәҙәни мираҫына үҙ өлөшөгөҙҙө индерегеҙ.
Флешмоб Башҡортостандың Милли музейында башланды. Бөгөн уға Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы, Шаляпин исемендәге Музыка музейы, Киров районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды.
Флешмобта ҡатнашыу өсөн Мостай Кәримдең яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп, «Бәйләнештә»ге сәхифәгә һалырға кәрәк. Хештегтар: #нашМустай #НМРБМустайКарим #миллимузей.