— Уларҙы һанай башлаһаң. Ҡыҙыҡ хәлдәр күп була ул. Башҡортостандың бер ауылына килеп төштөк егеттәр менән. Ғәҙәттә, администратор алдан берәр йорт хужаһы менән һөйләшеп ҡуя ла, беҙ концертҡа ҡәҙәр, ял итеп, сәй эсеп алабыҙ. Һөйләшелгән йорт янына барып туҡтаныҡ. Алданыраҡ килгәнбеҙме, хужалары әле ҡайтып етмәгән ине. Гастролдәргә үҙебеҙ менән бөтөн әйберҙәрҙе алып йөрөтәбеҙ бит. Таҫтамалдарҙы ҡыҫтырҙыҡ та, «мунса керә торайыҡ әле» тип, кереп киттек мунсаға. Ниңәлер мунсаның пары әҙ кеүек тойола. Йылы үҙе, ләкин эҫе түгел, яңы яҡҡан мунсаға оҡшамаған. Инде һабындар менән йыуынып ултыра инек. Администраторыбыҙ: «Егеттәр, һеҙ башҡа кеше мунсаһына кергәнһегеҙ икән», — тип ҡысҡыра. Күршеләрҙең инде һыуына яҙған мунсаһына кереп, йыуынып сыҡҡанбыҙ. Ул арала мунса хужалары ла килеп етте. «Бына бит, беҙҙең мунсала тағын ҡасан артистар йыуыныр ине әле», — тип көлөштөләр.
Тулырак: https://intertat.tatar/news/yyrsy-rail-m-tbaev-bash-ortostanda-tatar-men-n-bash-ortto-m-n-s-b-tt-re-kayfovo