— Музыкаль белемең бармы?
— Мин ноталарҙы ла танымайым. Береһендә студияға популяр композитор Рим Хәсәнов килгән ине. Минуның бер нисә йырына аранжировка яһаным. Бик оҡшатып, «һин талантлы кеше, алға табан да шулай дауам ит» тип маҡтаған ине. «Рим ағай, мин ноталарҙы белмәйем, әллә музыкаль белем кәрәкме икән» — тип кәңәш иттем. «Белмәгәнең тағы ла яҡшыраҡ. Ноталар һинең ижадыңды сикләп, рамкаларға керетәсәк. Башыңды ҡатырма, нисек яҙған булһаң, алға табан да шулай уҡ яҙ. Ирекле сәнғәт кешеһе булып ҡал», — тине.
— Нота белмәгән килеш көй нисек яҙыла ул?
— Ишеткәнсә. Көйҙәремде уйнайым да, иҫтә ҡалдырам.
— Ижад юлың ҡасан башланды?
— Минең ижад юлым ауылда башланды. 2002–2004 йылдарҙа ауыл мәҙәниәт йортонда сәнғәт етәксеһе булып эшләгәндә «Һағынам» тигән йырымды ижад иттем. Уны хәҙер Элвин Грей менән Ябай малай йырлап йөрөй. Шул йырҙың минең башҡарыуҙағы оригиналын тыңлап ҡарағыҙ әле. Шунда уҡ уны икенсе төрлө итеп тойорһоғоҙ. Миңә ижадҡа юл асҡан йыр шул булды.
— Һин үҙең ниндәй һөнәр эйәһе һуң?
— Миндә һөнәрҙәр күп. Башта электрик булып эшләргә тура килде. Баш кейемдәре модельеры, ҡунаҡханалар сервисы туризмы менеджеры һөнәрҙәренә уҡыным. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡаршыһындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында хоҡуҡ белеме алып сыҡтым. Бөгөнгө көндә уларҙың береһен дә ҡулланғаным юҡ. Сәнғәт өлкәһендәге яратҡан эшем менән шөғөлләнеп ятыу.
— Баш кейемдәре модельеры бик ҡыҙыҡ. Шуға туҡталайыҡ әле.
— Мин мәктәпте тамамлағас, Сибай музыка колледжына уҡырға инергә йыйындым. Ауылда ваҡытта фортепианоға уҡый башлаған инем, уҡытыусым декретҡа китте лә, ярты юлда ҡалды. Музыка мәктәбен тамамлауым тураһында документым булмағас, колледжға инә алманым. Йыраҡ та түгел бер училище бар ине. Килгән-килгән, ваҡытым бушҡа уҙмаһын тип, ҡыҙҙар араһында баш кейемдәре модельеры белгесенә уҡып сыҡтым. Тегеү эшен тормошта бер ҙә ҡулланғаным булманы. Диплом эшен яҙғанда үҙемә «хулиганка» тигән модалы кепка тегеп кейгән инем.