+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
17 Сентябрь , 11:30

Өфөлә башҡорт кейеме оҫталары «Тамға» конкурсының финалына йыйыла

17 - 19 сентябрҙә Өфөлә БДБ дәүләттәренең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы барышында «Тамға» халыҡ-ара конкурсының финалы була.

Өфөлә башҡорт кейеме оҫталары «Тамға» конкурсының финалына йыйыла
Өфөлә башҡорт кейеме оҫталары «Тамға» конкурсының финалына йыйыла

Ойоштороусылар әйтеүенсә, 17 сентябрҙә форумда ҡатнашыусылар өсөн башҡорт милли кейеменең матурлығын һәм күп төрлөлөгөн сағылдырған этно-дефиле ойошторола. Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө мөйөштәренән килгән билдәле дизайнерҙар, «Ағиҙел» предприятиеһы, «Мәргән уҡсы» ойошмаһы оҫталары һәм башҡалар үҙҙәренең коллекцияһын күрһәтә.

Уҙған йылдарҙағы конкурста еңеүселәрҙең дизайн һәм милли кейем тегеү өлкәһендәге ҡаҙаныштарын сағылдырған парад көтөлә. Сараны башҡорт эстрадаһының талантлы артистары Зилиә Бәхтиева, Зәйнетдин шоу-проекты һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәй.

«Тамға» IV халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы еңеүселәренең эштәре менән форумда ҡатнашыусылар 19 сентябрҙә төньяҡ-көнбайыш, төньяҡ-көнсығыш, көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының традицион кейеме оҫталарының эштәренән торған күргәҙмәне асыу тантанаһында танышырға мөмкин. Һәр экспонат Башҡортостандың бай мәҙәни мираҫын күрһәткән үҙенсәлекле сәнғәт әҫәре булып тора, тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.

Бынан тыш, БДБ илдәренең ижади һәм фәнни интеллигенцияһы форумы барышында «Торатау» конгресс-холында ҡатнашыусылар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмә-йәрминкәһе була.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БДБ илдәренең Ижади һәм фәнни интеллигенция форумының ойоштороусылар —  БДБ дәүләттәренең Дәүләт-ара гуманитар хеҙмәттәшлек фонды һәм Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-09-16/v-ufe-mastera-bashkirskogo-kostyuma-soberutsya-na-final-konkursa-tam-a-3931258

Ләйлә Аралбаева
Автор:
Читайте нас: