+15 °С
Ясно
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
8 Сентября 2024, 08:16

Иң бәхетле осором!

Өфө «Нур» татар дәүләт театры актеры, Башҡортостандың – халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рушат Мөҙәрисов әле, үҙе әйтеүенсә, ғүмеренең иң күркәм, иң бәхетле осорон кисерә. Дан яулаған, тәжрибә туплаған, ғаиләһе күркәм – тағы нимә кәрәк?

Иң бәхетле осором!Иң бәхетле осором!
Иң бәхетле осором!

– Элегерәк илле йәшлектәр шундай ҡарт тойола ине. Әле үҙемә үҙем ярайһы ғына йәш кеүекмен. Йөрәгем һаман ун һигеҙҙә, – ти ул.

Рушат Сәлих улының үҙен бәхетле тойоу ысулы сер түгел – һәр миҙгелдән тәм табып йәшәй белә ул. Шулай уҡ, театрҙың әйҙәүсе артисы булып та, ябайлығын юғалтмаған. Айырылғыһыҙ сифаттары – асыҡ йөҙ һәм ихлас йылмайыу.

Егет Башҡортостандың Бүздәк районындағы ҙур, данлыҡлы, тарихы XV быуатҡа барып тоташҡан Сабай ауылында тыуып үҫкән һәм кесе Ватаны хаҡында ҙур ғорурлыҡ менән:

– Минең өсөн иң ҡәҙерле, иң гүзәл яҡ ул, яҡташтарым менән бик тә ғорурланам, – ти. 1917 йылғы ихтилалға тиклем был ауылда ике мәхәллә, өс мәсет эшләп килгән икән. Бәлки, шуғалыр ҙа, ауылда иманлы, таҙа күңелле, тырыш кешеләр йәшәй. Бөгөн дә ауыл мәҙәниәт һәм белем усаҡтары менән маҡтана ала. Әйткәндәй, Сабай – Рушаттың атаһы тыуған ер, ә әсәһенеке – Саҡмағош яғы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәһе икеһе лә күптән гүр эйәһе. Ауыр хеҙмәттән иртә бөгөлөп, илле йәште үткәс тә фани донъянан киткәндәр.

Ғаиләлә өс бала үҫкән. Рушаттың бер туған апаһы – Илештә, ағаһы Өфөлә эшләп, матур итеп ғүмер итәләр.

Рушат Мөҙәрисов иһә асылын сәхнәлә тапҡан. Һәләте бала саҡтан уҡ һиҙелгән уның, әммә бәләкәйҙән: «Артист булам» тип һаташмаған.

– Төп һабаҡ биреүсем урам булды, – тип көлә Рушат. – Бер дәресе лә бушҡа уҙманы. Үҫә төшкәс, күберәк гармун күтәреп йөрөнөм. Гармунсыға хөрмәт, төрлө мәжлестәргә саҡырыуҙар яуып ҡына торҙо.

Атайым бик йырларға ярата ине, ә әсәйем гармунда оҫта уйнаны. Өйгә гармун алып ҡайтыусы ла әсәйем булды.

4-5 йәшлек сағымда ауыл магазинына уйынсыҡ гармундар алып ҡайттылар. Күҙ яуын алырлыҡ аҡ төҫтә! Эх, алаһы килә лә бит! Ә аҡса юҡ... Гармун һорап көн буйы иланым. Шулай еңдем – тәки алдырҙым. Уны тотоп, урам буйлап йөрөүҙәрем!.. Күректәрен тартҡылап, өҙҙөрөп уйнап йөрөгән булдым, үҙемә ҡалһа.

Өсөнсө-дүртенсе кластарҙа әсәйем ысын тальян гармун һатып алды. Бына ҡайҙа ине ул байрам! Тик бер көндө ауылдағы бригадир килеп, атайым менән табын ҡороп ултырғанда, уның гармунға күҙе төштө һәм атайҙы гармунды һатырға күндерҙе. Шулай өйөбөҙ моңһоҙ ҡалды. Әсәйемдең ныҡ итеп үпкәләгәне иҫтә. Шул аҡсаға икенсе көндө үк «Беларусь» тигән хромка алып ҡайтты. Ағайым унда бик тиҙ уйнарға өйрәнде. Ә минән көлдө генә. Йәнәһе, минең бармаҡтарым ҡыҫҡа. Ярҙамға класташым Рәдиф Тойғужин килде. Ул бер көй өйрәтте, шуны ҡат-ҡат ҡабатлай торғас, ниһайәт, уйнарға өйрәндем. Әле лә бик яратам гармунды. Кушнаренко районында яңы төҙөлгән өйөбөҙҙә күршеләрем – Марат Шәйбәков, Фәдис Ғәниев, башҡа «ҡыҙыҡ кешеләр» менән осрашҡанда, гармунға моңланырға «ирек бирелә». Бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ, кистәрен табын артында йыйылабыҙ һәм гармун тартып йырҙар йырлайбыҙ шулай.

Минең йәшлек сағым менән сағыштырғанда, аралашыу әҙ хәҙер, корпоративтар туҡтатылды, кеше менән кеше араһы йырағайҙы. Йәштәр телефондарҙан сыға алмай. Һәр кем үҙ тормошо менән йәшәй.

– Тормошоғоҙ нисек театр менән бәйләнеп китте ул һеҙҙең?

– Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң Бәләбәй агромеханика техникумына, йә булмаһа Суворов хәрби училищеһына уҡырға инергә тигән уй бар ине, тик төрлө сәбәптәр сығып, был теләк тормошҡа ашмай ҡалды. Яҙмыш шулай ҡушҡандыр. Тағы ла ике йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының «Нур» татар дәүләт театры өсөн йыйылған курсына эләгеү бәхете тейҙе. Курс етәксебеҙ бик талантлы педагог, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәрдүнә Ҡасимова булды. Бергә уҡыған төркөмдән театрҙа бөгөн Эльмир Ғәзизуллин, Айһылыу Ғүмәрова, Миңнинур Сәйетова-Ғиззәтуллина, Лияна Хәйертдинова, Резида Зарипова уңышлы эшләп йөрөйҙәр, һәр береһе маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды. Курсташыбыҙ Данил Нуриханов Туймазы театрында хеҙмәт итә, уҙған ижад миҙгелендә «Нур» театрында Туфан Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр» спектаклендә Әлмәндәр ролен башҡарҙы.

Мине лә заманында Ҡазанға уҡырға саҡырғандар ине. Өфөнө лә яҡшылап белмәй тороп, сит республикаға сығып китергә ҡыйманым. Тағы ла, Өфөлә мин икенсе яртымды ла таптым. Луиза Фәрвәт ҡыҙы менән өйләнешкәндә, беҙгә ун туғыҙар йәш ине. Ил емерелгән 90-сы йылдар был. Әммә иртә өйләнгәнемә шатланам ғына. Бәлки, ғаилә мине күп яңылышлыҡтарҙан һаҡлап ҡалғандыр. Тормошомда өлгәшкән күп уңыштар уның ярҙамы, хуплауы менән башҡарылды.

Йәшлегем бик ауыр йылдарҙа уҙһа ла, уларҙы һағынып иҫкә алам. Ҡайҙа ҡарама хәйерселек ине, тормош гөрләп торҙо. Театрҙың үҙ бинаһы булмағанда, ауыл клубтарында сығыш яһаныҡ. Шунан театрыбыҙ «өйлө» булды, башта бәләкәй, һуңыраҡ оло залдар асылды. Репетициялар араһында бар байлығыбыҙҙы уртаға һалып, гөрләшеп сәйҙәр эсә инек. Гастролдәрҙә лә күңелле йөрөнөк – шашлыҡҡа сығыу тиһеңме, хәбәр-проблемалар менән уртаҡлашыу тиһеңме... Хәҙер барыһы ла башҡаса.

– Белеүемсә, эшсәнлегегеҙ бер театрға ғына бәйләнеп ҡалмаған.

– Дөрөҫ, мин бер йүнәлештә генә эшләүҙе бик өнәп бөтмәйем. Шуға ла сервис, бәләкәй генә төҙөлөш фирмаһы ойошторҙом. Күп ваҡыт төндәрен эшләргә тура килде. Театр аҡса эшләү урыны түгел бит. Ә ғаиләңде тәьмин итеү, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн аҡса кәрәк. Шулай, аҡса артынан ҡыуыу юлында балаларға иғтибар бирелмәгән саҡ та булды. Ҡатыныма бик рәхмәтлемен. Уға күп ваҡытта әсәй ҙә, атай ҙа булырға тура килде, балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү ҙә – күпселек уның хеҙмәте һәм ҡаҙанышы.

– Һеҙ күп йылдар сәхнәлә. Ролдәрегеҙҙең иҫәбен алып бараһығыҙмы?

– Утыҙ йылда ҡырҡтан артыҡ роль башҡарҙым. Бөгөнгө репертуарҙағы ун спектаклдә уйнайым. Шуныһы ҡыуаныслы – халыҡ театрҙы ярата, бигерәк тә ауыл кешеләре театр сәнғәтен үҙ итә.

– Уйналмаған, хыялығыҙҙа иркәләп йөрөткән ролегеҙ бармы?

– Эшләйһе ине, тигән эштәр етерлек инде... Улар һәр ваҡыт һиңә тағылып, яңы аҙымдарға ымһындырып бара. Тағы ла, элегерәк уйнаған ролдәрҙе хәҙерге көн юғарылығынан баһалап, бәлки, икенсе төрлөрәк уйнар инем, тип уйлайым. Донъя үҙгәреп тора бит, һин уға яраҡлашаһың. Һәр дәүерҙең үҙ кешеләре, үҙ тамашасылары. Халыҡтың фекере лә үҙгәрә.

«Буйһонмаған», ауыр бирелгән образдар хаҡында ла ишетәһе ине...

– Һәр ролде лә нисек еңеп сығырмын икән, тип уйлайһың. Барыһы ла ауырлыҡ менән бирелә. Беҙ бит тере кешеләр. Сәхнәлә тырышып эшләмәһәң, уңышҡа ирешеп булмай. Хәйер, бер ни булдыра алмаған кешеләр ҡайһы саҡ үҙҙәрен әллә кем итеп тәҡдим итә, «донъя кендеге» булып йөрөй. Мин быны һис ҡабул итмәйем. Фотоларҙы соцселтәргә теҙеп ҡуйһам, маҡтана тип әйтерҙәр кеүек. Ә бәлки, ул кәрәктер ҙә.

– Кешеләр араһында бер-береһенә оҡшаштар булған кеүек, һеҙ кәүҙәләндергән ир-аттар ҙа бер ни тиклем бер-береһен хәтерләтергә мөмкин. Геройҙың үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеү манераһы ла, бар күңелде биреп уйнағандан һуң, икенсе спектаклгә эйәреп кереү ихтималлығы бармы?

– Ҡалыпҡа һалыныу тигән әйбер, ысынлап та, булырға мөмкин. Ҡайһы саҡта, ҡурҡып та китәм. Үҙемде ситтән күреп алғандай булам. Ҡара әле, мин бит ҡулымды нисек ҡуйғанмын. Островскийҙың Маргаритовы бит был! Әммә бындай тайпылыштар бик һирәк күренеш. Ролде эстән кисерәһең бит. Ҡулдарың, йөрөшөң, хәрәкәтең үҙеңдең торошоңдан килә. Автоматик рәүештә башҡарыла. Йылына күп спектаклдәр уйналғас, образдан образға күсеш нисектер яйға һалынған. Төрлө образдарҙы булдырыу өсөн тормошта, көндәлектә һәр ваҡыт күҙәтеү эше алып барам.

– Рушат әфәнде, һеҙ һөнәри яҡтан бик сыныҡҡан артист, тәжрибәгеҙ бай. Булған белемдәрегеҙ менән уртаҡлашыу, йәғни уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнеү теләге тыуғаны булманымы?

– Булды, эйе. Ҡайһы саҡта студенттар менән эшләү хаҡында уйланам. Үҙем өсөн генә булһа ла берәй спектакль ҡуйып ҡарайһы килә. Сәхнәләге артист бит режиссер менән бергә эшләй. Хеҙмәттәшлек иткән режиссерҙар күберәк булған һайын, артистың да ижади багажы ҙурая. Үҙенә күрә, режиссерлыҡ мәктәбе үтеү кеүек инде был. Шулай ҙа, спектаклдәр ҡуйыу менән шөғөлләнгән юҡ. Һораусыларға яуап итеп, ярҙам йөҙөнән генә спектаклдәрҙән өҙөктәр, концерттар ҡуйған бар. Халыҡҡа нимә оҡшар, тамашасыға ниндәй мәғәнә еткерергә – шул күҙлектән кәңәш биргән бар.

– Был йылды театр ҙур ваҡиға менән, легендар актриса, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Сәүиә Сираеваның оло юбилейын үткәреүҙән башланы. Ә һеҙ үҙегеҙҙең туҡһан йәштә юбилейҙар үткәреп йөрөүегеҙҙе күҙ алдына килтерәһегеҙме?

– О-о-о... Хатта күҙ алдыма ла килтерә алмайым. Был – татлы хыял ғына. Бирһен ине Хоҙай шундай ғүмерҙәр. Сәүиә апай кеүек янып йәшәргә, эшләргә яҙһын!

Театрҙа ундай оҙон ғүмерле, оло йәшендә лә аҡыллы, төплө фекерле кешеләр бик һирәк һәм бик кәрәк. Йәштәргә оло кешене уйнау еңел түгел, ул тормош тәжрибәһенән сығып, оло йәшлек кешене тейешенсә ышандырып уйнай алмай. Ә өлкән кешене үҙе шул йәштә булған кеше уйнаһа, был бик күңелгә ятышлы. Сәүиә Ғимадлислам ҡыҙыныҡы кеүек оҙон һәм бәхетле ғүмерҙе Хоҙай Тәғәлә һәр кемгә лә бирмәй. Камалда ла бар оло йәштәге артистар, унда барып, уйнауҙарын күреп һоҡланып ҡайтам. Өлкән йәштәге артистар йәштәр өсөн ҙур таяныс, мәктәп. Бөгөн артистарға еңел түгел, сәнғәттең дәрәжәһе төштө. Йәштәрҙең торор урыны, ашарына булмаған саҡтар ҙа була. Уларға хуплау, таяныс бик кәрәк.

– Йәштәр араһында өмөтлө, көслө артистар бармы һуң театрҙа?

– Әлбиттә, бар. Көслө, аҡыллы, уҡымышлы йәштәр бар, шуныһы ҡыуаныслы. Уларҙы күрә һәм үҫтерә белергә генә кәрәк. Ғәҙәттә, өлкәнерәк артистар йәштәргә ярҙам итергә тырыша. Тик йәш кеше үҙе теләмәһә, яңылыҡ һәм камиллыҡҡа тартылмаһа, бер ни эшләп булмай. Бөгөн үҫеш өсөн мөмкинлектәрҙең иге-сиге юҡ. Интернет һине бөтә яҡлап та үҫтерә ала. Телеңде камиллаштырам тиһәң – рәхим ит! Сит телдәрҙе өйрәнәләр, ә туған телгә иғтибар етмәй ҡала. Һәр кеше әсә телен белергә, һаҡларға тейеш, тип уйлайым.

– Иң ҙур ғорурлығығыҙ, ҡаҙанышығыҙ ниндәй?

– Балаларым! Ҡыҙҙарым бәләкәйҙән ижадҡа тартыла. Алина сәхнәгә өс йәшендә легендар «Көҙ» спектаклендә сыҡты. Уны беҙҙә Ғәлиәскәр Камал театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев ҡуйҙы. Осраҡлы рәүештә генә сәхнәгә сығыуы булды, һөҙөмтәлә барыһы ла уңышлы килеп сыҡты, тамашасылар уны алҡыштарға күмде. Ҡазан сәнғәт училищеһына уҡырға инде, Әлмәт театрында эшләне, шунан Камал театрына күсте, Ҡазанда сәнғәт институтын тамамланы.

Алина ҡыҙым менән ысын күңелдән ғорурланам. Камал театры труппаһына эләгеү – ҙур уңыш. Театрҙа кейәүебеҙ Алмаз Гәрәев тә, ейәндәрем дә эшләй. Зөбәйҙә «Зәңгәр шәл»дә башлағайны, хәҙер масса ролдәренә сыға. Кескәй Зөләйхабыҙ ҙа тәпәй йөрөп китеү менән сәхнәгә сыҡты, уға хатта махсус кейемдәр тектеләр. Камал театрында шундай тәртип – балаларҙы бөтә труппа үҫтерешә.

Раушания бәләкәйҙән башҡа мауығыуҙары булһа ла, һөҙөмтәлә бейеүҙе һайланы. Өфөлә хореография колледжын тамамлап, Ижауға китте, «Италмас» удмурт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей, кейәүгә сыҡты, ул үҫтерәләр. Эмилгә әле ике генә йәш тула.

Йәмилә лә «театр менән сирләй». Константин Хабенский студияһында уҡыны. Бәләкәйҙән үҙебеҙҙең театр сәхнәһендә уйнай башланы. Ш.Хөсәйеновтың «Әсәйемдең аҡ күлдәге» драмаһындағы ҡыҙҙы уйнаны. Сәүиә апайҙың был спектаклдәге геройы нисә быуын балаларыбыҙҙы үҫтерҙе. Башта Йәмилә уйнаны, шунан актрисабыҙ Резида Зарипованың ҡыҙы, хәҙер – Вилдан Мисбаховтыҡы. Күлдәктәре ярамай башлағас, балаларҙы алыштырабыҙ. (Көлә.) Башҡорт театрында ла ролдәре булды Йәмиләнең. Ә күптән түгел Мостай Кәримдең повесы буйынса «Ярлыҡау» фильмында төп ролдәрҙең береһендә төштө. Уны Өфөлә, күп тигәндә Ҡазанда уҡыр, тип уйлағайныҡ, ә ул Мәскәүҙе һайланы. Августа Йәмилә Олег Табаковтың Мәскәү театр мәктәбенә конкурстан үтте. 5 мең кешенән һайлап 25 кеше уҡырға алынды. Ҡыҙыбыҙ бик тырышты, иртәнән кискә тиклем шөғөлләнде. Әммә, артыҡ ныҡышмаллығын күрһәк тә, уның өсөн шатланабыҙ. Ил буйынса күп йөрөй, ҡайҙа ғына булманы. Мин 30 йыл театрҙа эшләп бындайҙы күргән юҡ.

Киләсәктә уның бөйөк актриса булыуын теләйбеҙ.

Бәхтиәр бишенсе класта уҡый, буласаҡ һөнәрен һайламаны әле. Әммә ул да сәхнә тәмен «тәмләп ҡараны». «Фатима» спектаклендә уйнай. Беҙҙең менән Мәскәүҙә, Ҡазанда, Чечняла, Чебоксарҙа гастролдә булды. Бик яратып уйнай, әммә артист булырға оҡшамаған. Аҡсалы яҡты ҡарай.

– Һеҙҙе уңышлы кеше, тип беләбеҙ. Уңышҡа ирешеү өсөн ниҙәр кәрәк?

– Әлбиттә, беренсе сиратта, тырышлыҡ. Үҙ алдыңа маҡсат-бурыстар ҡуйып, ваҡ аҙымдар менән булһа ла, туҡтап тормайса шуларҙы үтәү йүнәлешендә атлау. Бөгөнгө көндә эшләйем, булдырам тигәндәр өсөн бөтә юлдар асыҡ, мөмкинлектәр күп. Һәм инде бәхетле йондоҙ аҫтында тыуыуҙы ла инҡар итергә ярамай. Кемгәлер уңыш бик еңел килә, ә кемдер уны ҙур хеҙмәт һалып яулап алырға тейеш. Барлыҡ эштәрҙә лә фортунаның йылмайып тороуын теләйбеҙ.

– Тамашасыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ?

– Театрҙы яратығыҙ! Театр сәнғәте һөйләп бөтөрә алмаҫлыҡ кисерештәр бүләк итә бит! Сәнғәтте яратҡан осраҡта ғына Кеше тигән ғорур исемде һаҡлап ҡалырға мөмкин.

Әлбиттә инде, һәммәбеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем!

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап, яңынан-яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!

Айгөл Юлъяҡшина.

"Тамаша" журналы, №1-2024 й.

Иң бәхетле осором!
Иң бәхетле осором!
Автор:
Читайте нас